Башҡорт донъяһы
21 Май 2021, 09:00

Данлы дыуандар ере – Саҡмағош!

Бөгөн тарихи Дыуан улысы биләмәһендә Саҡмағош, Аблай, Иҫке Ихсан, Яңы Ҡалмаш, Үрнәк (Ҡара Көсөк), Рапат, Иҫке Биккенә, Иҫке Ҡалмаш, Ҡалмашбаш кеүек ауылдар урынлашҡан.

Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бөгөн сират – Саҡмағош ерендә. Бәрәкәтле төбәктә Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкилдәре йыйылды. Сарала абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, билдәле тарихсылар, ғалимдар, Саҡмағош районының билдәле шәхестәре бар.
Йыйын урындағы кәсепселәрҙең, халыҡ оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә менән йәнләндерелгән, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҙа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған, шәжәрәләр төҙөгән. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, һәр ғәмәлдә тарихи хәҡиҡәт ярылып ята.
Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, үҙенең боронғо Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкиле икәнлеген билдәләне һәм бөгөнгө сараның ижтимағи-мәҙәни, тарихи йәһәттән бик әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәр халыҡ тарихында шәжәрәләр ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, бәғзе осраҡта улар иҫ киткес үҙенсәлекле тарихи дәлилдәрҙе һаҡлауын билдәләп үтте һәм һәр кемде ата-бабалары менән төптәнерәк ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин Дыуан ырыуының тарихы һәм үҙбилдәләнеше темаһына сығыш яһаны, Дыуан ырыуы башҡорттары һөйләшенең диалектология юҫығынан үҙенсәлектәрен билдәләне.
Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары картаһы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был картаны Интернет селтәрендә лә, махсус ҡушымта ярҙамында ла ҡарап була. Һәр хәлдә, ата-бабалары, ҡанҡәрҙәштәре, үҙ сығышы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше уға күҙ һалырға тейеш.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылын үткәреүҙең төп йүнәлештәрен, үҙенсәлектәрен билдәләп үтте.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттар ҡырҡтан ашыу ырыу-араларға бүленгән булған. Рус дәүләте составына ҡушылғандан һуң улар әле оҙаҡ ваҡыт юридик йәһәттән беркетелгән ер биләмәләре менән үҙ аллы улыс булараҡ йәшәгән. Улар рәтендә Дыуан ырыуы вәкилдәре лә бар: ошо атама бер нисә улыс һәм өйәҙгә исем дә биргән (Дыуан, Дыуанай, Дыуан-Табын)
Билдәле башҡорт этнографы Р. Г. Кузеев былай тип яҙған: "Дыуан ырыуы алты-ете быуат элек Башҡорт ерендәге иң эре берләшмәләрҙең береһе булған. 17-18-се быуаттарҙа Ағиҙел буйында киң Дыуан улысы йәйелеп ятҡан”.
Тарихтың иртә этаптарында Табын, Дыуан, Ирәкте, Балыҡсы, Ҡаҙансы, Ҡайпан, Уңлар ырыуҙарының ҡанбабалары этник йәһәттән туғандаш халыҡ төркөмөн тәшкил иткән. Тарихтың билдәле бер осоронда дыуандар Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары буйҙарына күскән һәм әлеге Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар райондары биләмәләрен үҙ иткән. Аҙаҡ бында Дыуан улысы барлыҡҡа килгән. Р. Г. Кузеев иҫәпләүенсә, “дыуанай” атамаһы “дыуан”ды руссаға тәржемә иткәндән килеп сыҡҡан.
Саҡмағош районынан сыҡҡан билдәле эшҡыуар, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин уңған яҡташтары менән ғорурланыуын, уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтеүен һөйләп үтте.
Атап әйткәндә, ул “Атайсал” проектында ҡатнаша, быға тиклем Күсәкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға ҡуйылған мемориалды тәртипкә килтереүҙә, Аблай һәм Күсәкәй ауылдары араһындағы ете километр оҙонлоғондағы ташландыҡ юлды рәтләүҙә ярҙам күрһәткән.
Йыйын ҡунағы, Гәрәй ырыуы башҡорто, “Без - башҡортлар” төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиевтең сығышы йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙ ырыуы тарихы менән төптән бынан тиҫтә йыл самаһы ҡыҙыҡһына башлауын, бығаса күп тарихи дәлилдәрҙе белмәүен, Салауат Хәмиҙуллин кеүек төплө белгестәр ярҙамында тарихи дөрөҫлөктө тергеҙә башлауын һәм күп уңыштарға өлгәшеүен белдерҙе. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә һөйләне, уның үҙенсәлектәрен билдәләне, үҙ ереңдең, халҡыңдың арҙаҡлы, ҡаһарман кешеләрен асыҡларға, белергә, тарихта ҡалдырырға өндәне. Мәҫәлән, фашист илбаҫарҙары концлагерынан самолет урлап ҡасҡан Девятаев ише батыр Гәрәй ырыуында ла булған.
“Фамилияһын “Шарыгин” тип теркәгәндәр, әммә уның Шәриғәт улы булғанлығы билдәле. Ауыр яраланған килеш ошо милләттәшебеҙ фашист бомбардировщигын алып китеп, Ленинград янында ултырта алған. Бына ошондай ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы барыһы ла белергә тейеш”, – тине Радик Рәлиф улы.
Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, Дыуанай ырыуы вәкиле Рәсимә Зәйнетдинова тыуған ырыуы хаҡында һөйләп үтте. Бөгөн тарихи Дыуан улысы биләмәһендә Саҡмағош, Аблай, Иҫке Ихсан, Яңы Ҡалмаш, Үрнәк (Ҡара Көсөк), Рапат, Иҫке Биккенә, Иҫке Ҡалмаш, Ҡалмашбаш кеүек ауылдар урынлашҡан. Был биләмәлә йәшәүсе халыҡтың дөйөм һаны 17 меңдән ашыу тәшкил итә.
Ошо төбәктән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында Пугачев көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, яҙыусы Әкрәм Вәли, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера йырсыһы Мәғфүрә Сәлиғәскәрова, медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог Ғабдулла Ҡоҙаяров, Саҡмағош районы башлығы Реканс Йәмәлиев, Өфө ҡалаһының элекке башлығы Өлфәт Мостафин, велоспорт буйынса донъя чемпионы Айгөл Гәрәева, генерал-майор Мансаф Ғәлиев һәм башҡалар бар.
Әлеге ваҡытта ла был ауылдар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, мәғариф, мәҙәниәт усаҡтары, медицина учреждениелары тотороҡло эшләй, мәҙәни һәм спорт саралары даими үткәрелә. Ғөмүмән, һәр йәһәттән уңған һәм булдыҡлы саҡмағоштарҙың даны республикала ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә таралған.
Йыйын аҙағында Дыуан ырыуы йәмәғәт ойошмаһының Советы һайланды, урындағы әүҙем ҡоролтай ағзалары, йәмәғәтселәр билдәләнде, киләһе йыйын үткәреләсәк Ҡалтасы районы вәкилдәренә күсмә штандарт тапшырылды. Сара урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың, сәхнә оҫталарының концерты менән тамамланды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас