Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бөгөн сират – Саҡмағош еренә. Бәрәкәтле төбәктә Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкилдәре йыйылды. Сарала абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. Улар араһында – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, билдәле тарихсылар, ғалимдар бар.
Йыйын урындағы кәсепселәрҙең, халыҡ оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә менән йәнләндерелгән, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҙа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған, шәжәрәләр төҙөгән. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, һәр ғәмәлдә тарихи хәҡиҡәт ярылып ята.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттар ҡырҡтан ашыу ырыу-араға бүленгән булған. Рус дәүләте составына ҡушылғандан һуң улар әле оҙаҡ ваҡыт юридик йәһәттән беркетелгән ер биләмәләре менән үҙ аллы улыс булараҡ йәшәгән.
Улар рәтендә Дыуан ырыуы вәкилдәре лә бар: ошо атама бер нисә улыс һәм өйәҙгә исем дә биргән (Дыуан, Дыуанай, Дыуан-Табын).
Саҡмағош районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Басиров Саҡмағош төбәгендә борон-борондан йәшәгән Дыуан ырыуы тарихын яҡшы өйрәнеүҙәрен, бындағы экспонаттарҙың күбеһе ошо төйәкте үҙ иткән ырыу вәкилдәренән ҡалған ҡомартҡылар булыуын белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, үткән быуаттарҙа Дыуан башҡорттары йәшәгән, ошо уҡ исемде йөрөткән Дыуан улысы һәм уның үҙәге (әлеге Саҡмағош ауылы биләмәһе) башҡорт ерҙәрендә иң ҙурҙарҙан, ҡеүәтлеләрҙән һаналған.
Саҡмағош балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Кудрявцева бынан бер нисә йыл элек кейеҙ эшкәртеү кәсебе менән ҡыҙыҡһынып киткән, был тәбиғи материалдан көнкүрештә файҙаланып була торған бихисап әйберҙәр эшләргә өйрәнгән. Хәҙер иһә оҫталығын балалар менән бүлешә, махсус дәрестәр алып бара.
– Кейеҙ эшкәртеү – башҡорт халҡы араһында киң таралған, уның милли мәҙәниәтендә ярайһы ҙур урын биләгән кәсеп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Саҡмағош төбәгендә ошо матур шөғөл онотолған. Хәҙер иһә тергеҙеү эшен алып барам. Балалар дәрестәргә теләп йөрөй, уларға эйәреп, өләсәләре лә ҡушыла, - ти Айгөл Рудин ҡыҙы.
Саҡмағош районындағы йыйынға милли костюмдарҙы тергеҙеүсе этнограф Гөлнара Шафиҡова ла килгәйне. Ул йыйында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башҡорт милли кейеме тарихы, үҙенсәлектәре тураһында бихисап мәғлүмәт бирҙе, кейем һәм биҙәүестәр өлгөләрен күрһәтте, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Йыйын барышы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе артабанғы яҙмаларыбыҙҙа уҡырһығыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.