Мин киң баҫыуҙарҙа мул уңыш үҫтергән, уңған, дәртле халҡы менән дан тотҡан Саҡмағош районынан. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлымды Кушнаренко районында башлаһам да, бөтә ғүмерем тыуған төбәгемдә үтте – егерме йылдан ашыуы етәксе вазифаһында. Бер нисә юғары уҡыу йортон тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, республика вуздарында ла эшләнем.
Тормош үҙ ҡағиҙәләрен, ҡанундарын ҡуя: тырышып эшләргә, донъя ҡорорға, балалар үҫтерергә лә өлгөрәһең. Әле иптәшем менән хаҡлы ялдабыҙ, өлкәнәйеп тә барабыҙ. Шуның өсөн үткәндәрҙе уйлап, иҫтәлектәр яҙырға ла ваҡыт бар, сөнки балалар үҫеп кеше булды, инде ейәндәр аяҡҡа баҫып килә. Һаулыҡ китә башлаһа, борсолаһы түгел, эргәмдә табип бар, сөнки тормош иптәшем – медицина хеҙмәткәре.
Ҡайһы саҡта уйға сумып, үҙебеҙҙең бүлмәләге китап шкафы янына киләм, сөнки уҡырға яратам мин. Ике-өс кәштәгә теҙелгән китаптарҙа – Башҡортостаныбыҙҙың яҙыусылары һәм шағирҙарының автографтары… Яҡташ яҙыусыларҙыҡы ла күп бында. Эйе, егерме йылдан ашыу районыбыҙҙа етәксе булып эшләгән осорҙа республикабыҙҙың күп күренекле шәхестәре менән осрашырға, яҡташтарҙың юбилейҙарын хөрмәтләп үткәрергә насип булды, сөнки вазифам шуны талап итте – ун йылға яҡын партияның идеология буйынса секретары, ун ике йыл район советы рәйесе урынбаҫары булып эшләнем.
1985 йылда районыбыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим килде. Ул үҙе менән Башҡорт дәүләт драма театрының режиссеры Рифҡәт Исрафиловты һәм уның труппаһын да алып килгәйне. Оло сараны ойоштороу эше минең өҫтә. Мостай ағай менән уның хәләл ефете Рауза ханымды ҡунаҡхана бүлмәһенә урынлаштырҙыҡ. Аҙна буйы хеҙмәт коллективтарында, үҙәк китапханала, мәктәптәрҙә ижади осрашыуҙар уҙҙы. Ә инде “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклен мәҙәниәт йортонда көнөнә икешәр мәртәбә күрһәттек. Автобустарға тейәп, колхозсыларҙы, ауыл интеллигенцияһын ошо күркәм байрамға алып килдек. Район гөрләп торҙо.
Мостай Кәрим үҙе лә халыҡ менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙе, олоһо-кесеһе менән рәхәтләнеп, шатланып осрашты. Район халҡы ижад донъяһына сумды, аҙна буйы шиғриәт, мәҙәни тормош тулҡынында йөҙҙө. Сәхнәлә төп ролдәрҙе йәш артистар Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева уйнағанда, залдың аяғүрә баҫып алҡышлағаны иҫтә. Был иҫ киткес матур, ихлас осрашыуҙы ойоштороуҙа ҡатнашыуым артабан тағы ла яҡшыраҡ эшләргә илһам бирҙе. Сәнғәт оҫталарының, яҙыусыларҙың музейҙарын булдырыу, иҫәндәре менән йөкмәткеле осрашыуҙар үткәреү ғүмерлек хәтирә булып ҡалды. Уларҙы әле лә саҡмағоштарҙың оло быуыны һағынып иҫкә ала.
Район партия комитеты секретары булараҡ, мәктәп, клуб хеҙмәткәрҙәренән тыш, һауынсылар, игенселәр менән дә даими уҡыуҙар, осрашыуҙар ойошторҙом. Ул ваҡытта эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш барҙы, көндө төнгә ялғап эшләгән саҡтар аҙ булманы. Иҫке Ҡалмаш ауыл советы рәйесе булып эшләгәндә ауылда тәртип урынлаштырырға, эскелекте тыйырға тырышҡан өсөн “Андропова” тигән ҡушамат та таҡтылар… Әле лә ауыл халҡын һағынып, яратып иҫкә алам.
Районыбыҙҙан байтаҡ яҙыусылар, журналистар сығыуы менән ғорурланам. Замандашыбыҙ, шағир Ғилемдар Рамаҙановтың 70 йәшлек юбилейын уҙғарыу бурысы йөкмәтелгәс, уны ҙурлап, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороу өсөн бар тырышлыҡты һалдыҡ. Йәмле йәй айында яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Иҫке Балаҡ, Әхмәт ауылдары эргәһендәге Таштау өҫтөндәге аҡланда, тирмәләр ҡороп, ижад кисәһе үткәрҙек. Һабантуймы ни!
Халыҡ эркелеп килде йыйынға. Ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамы булып иҫебеҙҙә ҡалды ул. Яҡташтары, ауылдаштары алдында Ғилемдар ағай Рамаҙанов, уның хәләл ефете Фәниә апай Чанышева, яратҡан шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаев, яҙыусы Азат Мағазов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Йәмле Базы йылғаһы буйҙары гөрләп торҙо, аҙаҡ байрам хеҙмәт коллективтарында дауам итте.
Беҙҙең Саҡмағош халҡы әҙәбиәт һәм мәҙәниәтте һәр саҡ үҙ итте, яҙыусылар, шағирҙар ҡатнашлығында китап туйҙары даими уҙып ҡына торҙо.
Хәтерҙә, яҡташыбыҙ, журналист, яҙыусы Мансаф ағай Ғиләжевтең 70 йәшлек юбилейын тыуған ауылында ҙурлап үткәреүҙе Фрунзе исемендәге колхоздың рәйесе, кешелекле һәм кеселекле Марсель Хужин ойошторғайны. Ҡыҙғаныс, хужалыҡ етәксеһе бик йәшләй яҡты донъяны ҡалдырып китте, әммә уның яҡшылыҡтарын әле булһа онотҡаныбыҙ юҡ, халыҡ хәтере ныҡ бит ул.
Үкенескә ҡаршы, кеше ғүмере бик ҡыҫҡа. Тормош юлын башлап ҡына өлгөрәһең, ә ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә, бары яҡты иҫтәлектәр генә ҡала. 1993 йылда “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял иткәндә, шундай сағыу ваҡиғаларҙың береһенә тап булдым. Шифахананың икенсе ҡаты буйлап барғанда, асыҡ бүлмә ишегенән арҡаһына аҡ шәл ябынған, теген машинаһы янында ултырған оло ғына апайҙы күрҙем дә шаҡ ҡаттым: был бит Зәйнәб апай Биишева! Әҙибә менән яҡындан танышып киттек. Автор ҡултамғаһын ҡуйып бүләк иткән “Оло Эйек буйында”
китабын бөгөн дә бик ҡәҙерләп һаҡлайым. Зәйнәб апай улдары тураһында хәтһеҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, ғорурланып һөйләне.
Ә инде йәшерәк быуын яҙыусылары менән дуҫлыҡ оҙаҡ йылдарға һуҙылды. Шағирә Гөлфиә Юнысова районыбыҙҙа йыш ҡына булып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән осрашып торҙо. Ул, Юғары Совет депутаты булараҡ, республиканың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы ине, ә мин – райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе. Хис-тойғоға бай, рухи аҙыҡ булырлыҡ кисәләрҙе, күпме йылдар үтһә лә, һис тә оноторлоҡ түгел. Шағирәнең ҡултамғаһы менән бүләк ителгән шиғыр китаптарын эс бошҡанда уҡырға яратам.
Районда башҡорт ҡоролтайы рәйесе булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнем. Педагогия фәндәре кандидаты булараҡ, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, ауыл исемдәрен башҡорт теленә тәржемәләп яҙҙырыу, алтаҡталарҙы яңыртыу кеүек эштәр минең өҫтә булды. Башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу башта еңел барманы. Шуның өсөн районда Бөрө социаль-педагогик академияһы филиалын, йәғни Саҡмағошта дистанцияла уҡыу үҙәген астыҡ. Был ҡолас еткеһеҙ эште ойоштороуҙы ул ваҡыттағы ректор Салауат Мөҙәрис улы Усманов һәм район хакимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосопов башланы, ә мин уның етәксеһе булдым. Районыбыҙҙағы филиалда башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты асып, ошо фән буйынса уҡытыусылар әҙерләнек. Бында күрше Баҡалы, Бүздәк, Дүртөйлө райондарынан килгән уҡыусылар ҙа уҡыны.
Саҡмағош редакцияһында яҡташыбыҙ, шағир Марис Нәзиров мөхәррирлегендә башҡорт телендә “Саҡмағош сатҡылары” гәзитен сығарҙыҡ, тиражы ла байтаҡ ине.
Хаҡлы ялда булғас, бөгөн ваҡыт етерлек, иркенләп иҫтәлектәр яҙам. Көн һайын китап шкафы янына килеп, Башҡортостаныбыҙҙа ижад иткән шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ҡулыма алам, уларҙың йылылыҡ бөркөлгән автографтарынан, әҫәрҙәренән үҙемдә илһам, көс тоям. Кәштәләр күңелемдә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең китаптарынан эйелгән: Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ғилемдар Рамаҙанов, Суфиян Сафуанов, Фәниә Чанышева, Вәзих Исхаҡов, Гөлфиә Юнысова, Рауил Бикбаев, Тайфур Сәғитов, Барый Ноғоманов, Әхнәф Байрамов, Азат Мағазов, Ҡәҙим Аралбай, Муса Ғәли, Риф Тойғон, Флорид Әғзәмов, Марис Нәзиров… Ғүмер юлымда улар менән осрашып аралашырға яҙғанына ысын күңелдән ҡыуанам.
Бөгөн әүҙем тормошта йәшәйем. Йәйен баҡса үҫтерәбеҙ, тормош иптәшем Фәнзил менән балаларҙы, ейәндәрҙе ҡаршы алып, ҡунаҡ итәбеҙ. Үҙем район Мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторолған халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә шөғөлләнәм, мандолинала уйнайым. Үткән йыл “Торатау” конгресс-холы сәхнәһендә, иллегә яҡын музыкантты берләштергән ветерандар ансамбле менән сығыш яһап, лауреат булдыҡ.
Көндән-көн матурланған, йәшәргән төйәгебеҙ Саҡмағошто яратам. Халҡы тырыш, уңған икәнлеген элек-электән яҡшы беләм. Яҡташтарыма сыуаҡ көндәр, сәләмәтлек, өмөттәренең аҡланыуын теләйем.