Өфөлә “Ҡала башҡорттары: күп милләтле ҡала шарттарында милли үҙаң” тип аталған XI Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Исеменән үк күренгәнсә, унда халҡыбыҙ телен һаҡлау, өйрәнеү, милләт-ара никахтарҙа аралашыу теле булараҡ уның юғала барыуы, ҡулланылыш даирәһе тарлығы һәм башҡа етди проблемалар ҡаралды.
Глобализация елдәре ҡағылған, етеҙ үҫешкән заманса ҡала шарттарында башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи, мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыр өсөн ниҙәр эшләргә мөмкин? Киң мәғлүмәти мөмкинлектәр заманында йәшәгән йәш быуынға милли үҙаң орлоҡтарын нисек һалырға? Йыйылған халыҡ ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты. Шуны әйтеп китергә кәрәк, был конференциялар 2000 йылдан бирле үткәрелеп килә. Быға тиклемгеләре республиканың төрлө ҡалаларында уҙһа, бөгөнгөһөн Өфө ҡабул итте.
Конференцияға йыйылғандарҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләне. Ул башҡорт халҡының урбанизацияға бирелеүе дауам иткәнен, ә бының милләттең күп өлкәләге – демографик, социаль, иҡтисади, мәҙәни үҫешенә тәьҫир иткәнен билдәләне. Ауыр мәсьәләләрҙең береһе – мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү өсөн ата-әсәнән ғариза кәрәккәне. Балаһына башҡорт телен туған теле итеп өйрәтергә теләк белдергәндәр бик күп түгел, ә был үҙ сиратында киләсәктә телдең мәктәп программаһынан төшөп ҡалыу хәүефен арттыра.
Конференция барышында “Күп милләтле ҡалала йәшәүсенең милли тел һәм мәҙәни портреты” тигән проект һөҙөмтәләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” дә үтте. Был проект республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында атҡарылған. Өфөлә үткәрелгән этносоциологик тикшереү һөҙөмтәләре буйынса фекер алышыу бик йәнле барҙы, ҡатнашыусылар проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән төрлө юлдар тәҡдим итте.
Бөгөнгө һөйләшеүҙең төп һығымтаһын нисек итеп билдәләргә мөмкин? Туған телде, мәҙәниәтте һаҡларға ниндәй генә юлдар булмаһын, заманса ҡала шарттарында бының өсөн иң мөһиме – ғаиләлә туған телдә аралашыу, һәм, әлбиттә, балаларға мәктәптә лә туған телен өйрәнеү. Ә бының өсөн һәр ата-әсә балаһына башҡорт телен туған теле итеп һайлап ғариза яҙырға тейеш. Шул хаҡта онотмаҫҡа, милләттең иртәгәһе, өмөтө киләһе быуын ҡулында икәнде уйҙан сығармаҫҡа кәрәк.
(Конференция тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).