Башҡорт донъяһы
22 Май 2021, 11:30

Вилдан Минасов – еңеүсе!

Милләттәшебеҙ Силәбе өлкәһендәге турнирҙа ҡырғыҙ егете Раджабали Дженалиевты еңде.

Ошо көндәрҙә башҡорт спорт донъяһы ҙур шатлыҡ кисерҙе – Мейәс ҡалаһында “Противостояние-5” тигән мәртәбәле бокс турнирында милләттәшебеҙ Вилдан Минасов ҡырғыҙ егете Раджабали Дженалиевты еңде.
– Тәүге раундтарҙа төрлө көтөлмәгәнлектәргә осраным, ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеүгә юлыҡтым, – ти спорт мастеры Вилдан Минасов. – Унан инде үҙемде тулыһынса ҡулға алдым, тренерым Сергей Собиновтың күрһәтмәләрен ҡулландым, шул уҡ ваҡытта көйәрмәндәрҙең дә дәртләндереүен ишеттем. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла еңеүгә алып килде лә инде.
Вилдан Рамаҙан улы, ҡырғыҙ боксеры имән шикелле ныҡ булыуға ҡарамаҫтан, уны еңеүгә өлгәшкән. Ҡотлайбыҙ!
Фото: Вилдан Минасовтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.
Читайте нас