Башҡорт донъяһы
24 Май 2021, 17:00

Был айҙа кемдәр грант отто?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған конкурста грант отҡандарҙы ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте.
Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, уҡытыусылар, магистранттар, студенттар ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов сараны асып, башҡорт әҙәби теленең оло юбилейының мәртәбәле ваҡиға булыуын билдәләне, әммә башҡорт теленең әҙәби телдән генә тормауын, уның бик күп диалекттары барлығын, уларҙа һөйләшкәндәрҙең барыһы ла башҡорт икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Семинар барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды берлектә ойошторған башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурстың сираттағы айы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Еңеүселәрҙе ҡотлап, Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының журналистар менән тығыҙ эшләүен билдәләне.
«Яңыраҡ республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында милли матбуғатта эшләгән журналистар менән Медиайыйын үткәрҙек. Унда бик мөһим мәсьәләләр күтәрелде, барыһы ла ыңғай хәл ителер тип ышанабыҙ. Әле тапшырыласаҡ гранттар ҙа интернет селтәрендә башҡорт телен таратҡан журналистар һәм блогерҙар өсөн булдырылды. Беҙҙең телебеҙ бай, ул бар ерҙә булырға тейеш. Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк, хәҙер балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн ғаризалар йыйыу башланды. Ата-әсә туған тел булараҡ башҡорт телен һайлау хоҡуғы тураһында онотмаһын: беҙҙең телебеҙ беҙгә кәрәк», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Шулай итеп, май айы өсөн грант оттолар:
Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында «САПТАР» видеомонологтары проекты авторы Юлай Ҡасимов;
БЮТ каналында көн дә эфирға сыҡҡан «Бәхетнамә» проекты, уның авторы Гөлназ Яҡупова;
Instagram һәм Tik-Tokта «БашКовер» сәхифәһе авторы Гөлназ Хафизова;
"Бәйләнештә" селтәрендә «Хикәйәләр» төркөмө авторы Дилбәр Шәрипова;
"Бәйләнештә" селтәрендә «Илһамиәт» проекты авторы Айгөл Арыҫланбәкова.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ: vk.com/kurultaibashkir
Фото: vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас