Башҡорт донъяһы
24 Май 2021, 14:00

Испанияла һабантуй гөрләне!

"Бергәләп тирмә эшләргә булдыҡ. Беҙгә испан егеттәре – Рафаэль, Хосе Мариа һәм Антонио, шулай уҡ Нәзиләнең улы Илмир ярҙам итте".

Бөгөн Испанияла Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр күп йәшәй. Улар үҙ-ара бәйләнеш тотоп, сит тарафтарҙа милли тамырҙарына тоғролоҡ һаҡларға тырыша. Яҡташтарыбыҙ ошо көндәрҙә Испанияның Севилья ҡалаһында милли байрам – һабантуй үткәргән. Был хаҡта беҙгә Испанияла йәшәгән яҡташыбыҙ Зөлфиә Ҡасҡынова хәбәр итте.
“Һәр ваҡыт аралашып, төрлө сараларҙа осрашып торабыҙ, интернет киңлектәрендә лә бер ҡорға тупланып, бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен белеп йәшәйбеҙ. Тик пандемия тормошобоҙға күп йәһәттән сикләүҙәр индерҙе.
Быйыл 9 майҙан һуң, талаптар бер аҙ йомшартылғас, әүҙем яҡташтарыбыҙ – Сибайҙан килгән Нәзилә Юнысова менән Альбина Мәһәҙиева һабантуй үткәреү идеяһын күтәреп сыҡты. Шулай итеп әҙерлек башланды. Альбина Мәһәҙиева, Нәзилә Юнысова, Лилиә Иҫәндәүләтова, Мәүлиха Солтанова, Әлфиә Хәбилова, Рәфинә Яҡупова эштән буш ваҡыттарында йыр һәм бейеүҙәр, милли костюмдар әҙерләне, оҫтабикә Альбина Ильясова милли кейемдәге ҡурсаҡтар текте.
Шулай уҡ берҙәм көс менән тирмә эшләргә булдыҡ. Был йәһәттән беҙгә испан егеттәре – Рафаэль, Хосе Мариа һәм Антонио, шулай уҡ Нәзиләнең улы Илмир ярҙам итте.
Байрамыбыҙҙың йәмләп, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Барселонанан 15 яҡташыбыҙ килде. Уларҙың визитын Әбйәлил районынан килгән яҡташыбыҙ Гөлгөнә Ғәйнуллина ойошторҙо.
Сикләү талаптарын иҫәпкә алып, байрамда 50-ләп кенә кеше ҡатнаша алды. Улар араһында яҡташтарыбыҙҙан тыш Испания вәкилдәре, балалар ҙа бар ине.
Байрамды урын-еренә еткереп, тирмә ҡороп, уны биҙәп (хатта бәләкәй тирмән менән ҡурмасҡа тиклем булды), йыр-бейеү менән гөрләтеп үткәрҙек. Ат сабышы ғына булманы. Уның ҡарауы, рәхәтләнеп самауыр сәйе эстек.
Һабантуй үткән майҙанда башҡорт, татар, испан йырҙары яңғырап торҙо. Был байрамдан күңелебеҙ булып таралыштыҡ, йөрәгебеҙ түрендә Башҡортостандың бер мөйөшөн алып ҡайтып киткәндәй булдыҡ”.
Фото: Зөлфиә Ҡасҡынованың шәхси архивынан.
Читайте нас