Башҡорт донъяһы
24 Май 2021, 12:45

Йәкшәмбе мәктәбе тәүге һөҙөмтәләрҙе барланы

Пермь крайының Барҙа ауылындағы Ғ. Туҡай исемендәге гимназияла эшләп килгән башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Пермь крайының Барҙа ауылындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла ҙур байрам үтте: уҡыусылар һәм уҡытыусылар башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбенең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Белеүебеҙсә, быйылғы уҡыу йылында Тәтешле районының Үрге Тәтешле урта мәктәбе Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына конкурста ҡатнашты һәм “Туған тел – халыҡ байлығы” проекты өсөн грантҡа лайыҡ булды.
Сарала Тәтешле районының мәғариф бүлеге начальнигы Әҙеһәм Мәғдән улы Фәрүәзетдинов, Үрге Тәтешлеләге 1-се урта мәктәп директоры Зилә Борхан ҡыҙы Ғүмәрова, Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназия директоры Гөлнара Рев ҡыҙы Ибраһимова, уҡытыусылар ҡатнашты. Әҙеһәм Мәғдән улы балаларҙы уҡыу йылы тамамланыу менән ҡотланы һәм киләсәктә лә башҡорт телен, Башҡортостан мәҙәниәтен тырышып өйрәнергә, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә саҡырҙы. Ул шулай уҡ Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназия директорына һәм уҡытыу эштәре буйынса мөдиргә йәкшәмбе мәктәбен ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Байрамда “Ирәкте” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Айнур Ҡыямов та ҡатнашты. Ул ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап, башҡорт көйҙәренең үҙенсәлеге тураһында һөйләне.
Башҡорт теле уҡытыусылары Альбина Хаммат ҡыҙы Әүхәҙиева, Зилә Фәрит ҡыҙы Нуриханова, Лиза Рамус ҡыҙы Фәтхуллина йәкшәмбе һәм Үрге Тәтешле урта мәктәптәренең уҡыусылары менән берлектә бик матур концерт әҙерләгән ине. Балалар үҙҙәренең һәләтен, әлегәсә өйрәнгән һөнәрҙәрен күрһәтә алды. Сара аҙағында йәкшәмбе мәктәбендә шөғөлләнгән балаларға бүләктәр һәм сувенирҙар тапшырылды.
Читайте нас