Башҡорт донъяһы
28 Май 2021, 17:30

Данлы тарих - ғорур вариҫ

Бөгөн Ҡалтасы районы үҙәгендә үткән Гәрәй ырыуы вәкилдәре йыйынында ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Ҡалтасы районы үҙәгендә Гәрәй ырыуы йыйыны үткәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған сара Башҡорт тарихы йылына арналды.
Йыйынға Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл, Тәтешленән һәм Татарстандың Аҡтаныш районынан Гәрәй ырыуы вәкилдәре килгәйне. Программаның төп өлөшөнә – йыйын тематикаһына арналған сығыштарға – тиклем улар район мәҙәниәт йортондағы күргәҙмә менән дә танышты. Рухи мөйөшкә ошо ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, боронғо эш ҡоралдары һәм һауыт-һаба, тыуған яҡты өйрәнеүсе Риф Саматовтың китаптары, зауыҡ менән эшләнгән бер нисә шәжәрә һәм башҡа экспонаттар ҡуйылғайны.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алексей Горевтың һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповтың сәләмләү сығыштарынан һуң тарихсы ғалимдарҙың, артабан Гәрәй ырыуы вәкилдәренең докладтары тыңланды. Уларҙың һәр береһе фәһемле, ғилми факттарға һәм иҫтәлектәргә бай ине.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосоповтың, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевтың, философия фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатовтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты баш белгесе Радик Бәхтиевтең сығыштары Гәрәй ырыуының тарихына, бындағы һөйләштең диалектологияһына, Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса методик тәҡдимдәргә, бөгөнгө төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник үҙенсәлектәренә арналды.
Әҙһәм Фазлетдинов – Тәтешле районындағы, Нәзир Рәхимов – Илештәге, Светлана Сафина – Яңауылдағы, Риф Саматов – Ҡалтасылағы, Земфира Сәғитова Краснокамалағы Гәрәй ырыуы ауылдарының тарихы тураһында һөйләне.
Йыйын аҙағында Гәрәй ырыуы тарихын өйрәнеүҙә әүҙем ҡатнашҡан, йыйынды ойошторорға ярҙам иткән әүҙемселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм Ҡалтасы районы хакимиәтенең Маҡтау грамтолары менән бүләкләнде.
Автор фотоһы.
Читайте нас