Бөгөн Ҡалтасы районы үҙәгендә Гәрәй ырыуы йыйыны асылды. Район мәҙәниәт йорто алдында рәсми ҡунаҡтарҙы тантаналы ҡаршы алдылар, делегация ошо уҡ биналағы күргәҙмә менән танышты. Театрлаштырылған тамашанан һуң залда йыйындың төп өлөшө башланды.
– Хөрмәтле делегаттар һәм ҡунаҡтар, һеҙҙә район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин исеменән сәләмләргә рөхсәт итегеҙ, әйткәндәй, ул үҙе лә – Гәрәй ырыуы вәкиле, – тине Ҡалтасы районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, сәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Алексей Горев.
Ул районда һуңғы йылдарҙа барған ыңғай үҙгәрештәр, социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше тураһында һөйләне.
Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповтың, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың һәм башҡа күренекле ғалимдарҙың, Гәрәй ырыуы вәкилдәренең сығыштары көтөлә.
Фото: Ҡалтасы район мәҙәниәт йорто сайтынан.