Башҡорт донъяһы
28 Май 2021, 04:54

Ҡобауҙар маҡсат ҡуя белә

Ырыуҙар йыйыны – йәш быуынға төбәп башҡарылған эш.

Башҡортостанда быйыл иҫ киткес матур башланғысҡа нигеҙ һалынды. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар, үҙ ырыуҙарына берләшеп, оло йыйындар үткәрә башланы. Ошо көнгә ҡарата ойошторолған сараларҙың һаны 15-кә етеп килә.


Беҙҙе бәләкәй саҡтан төп “ете ырыу бар” тип өйрәткәйнеләр. Ә ысынбарлыҡта уларҙың һаны 50-гә яҡын! Быйыл төбәгебеҙҙә иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы беҙгә уларҙың һәр ҡайһыһын яҡынданыраҡ белеү, ырыуҙың үҙенсәлектәре, ауылдары, арҙаҡлы шәхестәре менән танышыу мөмкинлеген бирҙе.


Ошо көндәрҙә был сағыу һәм мөһим сара республикабыҙҙың Иглин райо­нында үтте. Бында Мәҙәниәт һарайын дер һелкетеп, Ҡобау ырыуы вәкилдәре йыйылды.


Кемдәр һеҙ, ҡобауҙар?


Билдәле булыуынса, был ырыу вәкилдәре ике биләмәгә бүленеп донъя көтә. Бер өлөшө Иглин районында булһа, икенсеһе – Туймазы һәм Бүздәк райондарында. Ҡобау башҡорттары хәҙерге ваҡытта Иг­лин районының Иҫке Ҡобау һәм Яңы Ҡобау, Сыбаҡай, Сабитов, Таутөмән, Тәкәй ауылдарында, шулай уҡ улар нигеҙ һалған, аҙаҡ район үҙәге Иглинға әйләнгән Мә­ләкәс ауылында төпләнгән. Көн­байыш ҡобауҙар Көпәй-Ҡо­бау, Батырша-Ҡобау, Ҡаҙаҡлар-Ҡобау, шулай уҡ Бүздәк райо­нының Теләкәй-Ҡобау, Таллыҡул ауылдарында йәшәй. Туймазы районында улар Яңы Арыҫланбәк, Иҫке Арыҫланбәк һәм Һайран ауылдарында көн итә.
“Ҡобау” һүҙе нимәне аңлата? Ғалимдарҙың был йәһәттән фекер­ҙәре бер ни тиклем айырыла. Ҡайһы берәүҙәр, ул монгол телен­дәге “хуби” – өлөш, удел һүҙенән алынған, тип иҫәпләй.
Икенселәр фекеренсә, башҡорт этнонимы “ҡобауҙың” бер ниндәй йәшел үҫемлек булмаған буп-буш асыҡ ятҡан ерҙе аңлатҡан “ҡоба” һүҙенә бәйле. Башҡорт этнографы Раил Кузеев былай тип яҙа: “Та­мыр­ҙарында “ҡоба” һүҙе булған топонимдар менән гидронимдар Алтайҙан Ҡаф тауҙарына тиклемге бөтә биләмәләрҙә киң таралған. Уларҙың шулай таралыуын Урта Азия һәм Көнсығыш Европалағы ҡайһы бер халыҡтарҙың этник тарихында ҡыпсаҡ дәүере булыуы менән бәйләргә кәрәк” (Башҡорт Википедияһы).
XI быуат авторы Мәхмүт Ҡашға­риҙың “Төрки теле йыйынтығында”, “ҡобау” һүҙе аҡһыл-һоро төҫтө аң­лата, тиелә. Башҡорт теленең этимиологик һүҙлегендә был һүҙ “яҡты” тип тәржемәләнә. Венгр төркиәт­сеһе Юлиус Немет “кубан” һүҙе “куба”, йәғни “асыҡ” тамырынан хасил булған, тип аңлата.
Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәт­тәргә ҡараһаң, Ҫыбай һәм Ҡобау ырыуҙарының килеп сығышы Урта Азия менән бәйле. Башҡорттарҙа Ҫыбай-мең һәм Ҡобау-мең ырыуҙа­ры тамғалары дөйөм Мең ырыуы тамғаһынан килеп сыҡҡан. Был хәл уларҙы Мең ырыуы тармаҡ­тары тип иҫәпләргә нигеҙ булып тора. Шул уҡ ваҡытта тикшере­неүселәр меңдәрҙе үткән дәүерҙә монголдарға бәйле ырыуҙар төркөмөнә индерә.
Боронғо башҡорт ырыуҙары исемлегендә уларҙың боронғо “ҡобау” исеме һаҡланып ҡала, уларҙы бер кем дә кубан йәки куман тип йөрөтмәй. XVIII быуатта статский советник Иван Кириллов, шулай уҡ урыҫ тарихсыһы Петр Рычков башҡорт халҡының ырыу структураларын теркәгән мәлдә Ҡобау ырыуы ғәйәт ҙур Мең ҡәбиләһе берләшмәһе составында була. XVIII быуат башында ҡобауҙарҙың бер өлөшө припущенниктар сифатында көнбайышҡа – Ҡаңны улысы баш­ҡорт­тары ерҙәренә, хәҙерге Бүздәк һәм Туймазы районы биләмәлә­ренә күсенеп төпләнә.
Ҡобау башҡорттары ерҙәре Мең һәм Көҙәй ырыуҙары биләмәләре – Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Эҫем йылға­лары араһында ята.

Ырыуҙың барлыҡҡа килеүе тураһында йыйын барышында билдәле тарихсы Юлдаш Йосопов та фекерен әйтте.
– Ҡобау ырыуы Мең ырыуы конфедерацияһына ҡарай. Ул ҙур ырыу иҫәпләнә, халҡы әлеге ваҡыт­та Дим буйҙарында, Үҙәк Башҡорт­останда йәшәй. Мең ырыуы эсенә Ҡобау һәм Меркет ырыуы инә. Ҡобау элекке Ҡыпсаҡ йә Ҡымаҡ ырыуҙары халыҡтары менән бәйле. Улар X – XI быуаттарҙан башлап Урта Азиянан, Себерҙән килеп Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Ҡобау, Көпәй-Ҡобау ауылдарына ҡарайҙар. Улар Иглин, Саҡмағош һәм Туймазы райондарында йәшәй. Һүҙҙең мәғәнәһенә килгәндә, ул ҡымаҡ миграцияһы менән бәйле, Көньяҡ Уралда ла бар, Кавказ төбәктәрендә лә был этноним таралған, – тине ул.


Ырыу тарихы төплө өйрәнеүҙе талап итә


Башҡа ырыуҙар менән сағыш­тырғанда Ҡобау әллә ни ҙур түгел. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҙа үҙҙәре­нең бар республикаға һәм илгә танылған мәшһүр ырыуҙаштары менән хаҡлы ғорурлана. Шундай кешеләрҙең береһе – Мәғәфүр Хисмәтуллин. Йырсы, режиссер һәм педагог, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты 1915 йылдың 23 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Иглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған.
Яҡташтары Мәғәфүр Хисмәтул­линға Өфөлә һәйкәл асылырға тейеш тип иҫәпләй. Ҡобау ырыуы йыйынында ҡатнашыусылар күре­некле ырыуҙаштарының исемен мәңгеләштереү буйынса эштәрҙе дауам итмәксе. Иглин районы хакимиәте башланғысын хуплап, Ҡобау ырыуы башҡорттары шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Әле район мәҙәниәт йорто алдын­дағы майҙанда йырсыға бюст ҡуйылған. Данлыҡлы йырсының исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү ҙә – өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылы мәктәбе директоры Урал Камалетдинов Ҡобау ырыуы шәжә­рәһенең бер вариантын күрһәтте. “Был шәжәрәне Нәзир Әфтәхов төҙөгән. Әлбиттә, Иҫке Ҡобау ауылынан бөтә ҡәрҙәштәрҙе сағылды­рып булмаған, әммә ул шәжәрә­һендә төп шәхестәрҙе барларға тырышҡан. Сәйетбатталовтар, Әхмәтйәновтар, Әфтәховтар һәм башҡа нәҫелдәр бар. Шәжәрәлә XVI быуаттан алып ата-бабалары­быҙ исемдәре бирелгән. Был шәжәрәлә аныҡлайһы мәғлүмәттәр күп. Мәҫәлән, Раил Кузеев феке­рен­­сә, беҙ Мең ырыуына ингәнбеҙ. Күберәк административ яҡтан буйһонғанбыҙ, тип иҫәпләйем. Ҡобау ул айырым ырыу булып тора. Ошо ырыу кешеләре рес­публиканың өс районы биләмәһе менән генә сикләнмәй, беҙҙең ырыуҙаштар Татарстандың Мин­зәлә районында бер нисә ауылда, Силәбе өлкәһендәге ауылдарҙа ла бар. Шуға ырыу тарихын һәм шәжә­рәләрҙе әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе”, – ти Урал Камалетдинов.
Уның фекере менән тарих фәндәре кандидаты, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фаил Тәкәев тә килешә. Ул Ҡобау ырыуына ҡараған Тәкәй нәҫеле шәжәрәһен тергеҙгән. “Уны бәләкәй саҡтан төҙөй башланым. Атай-олатайҙарҙан ҡалған мәғлү­мәт­тәрҙе өйрәнеп, ғаиләбеҙҙең тамырҙарын барлайым. “Шәжәрәне дауам ит” тигән васыятты атайым Әхмәтсолтан ҡалдырҙы, уға аманатты Нуриәхмәт бабайым тапшырған. Мин төҙөгән шәжәрәлә 26 быуын сағылыш тапҡан, уларҙың 1040 шәхесе тураһында мәғлүмәт тупланған. Һуңғы ваҡытта ғалимдар ҡобауҙарҙың айырым ырыу икәнен иҫбатланы һәм уларҙың меңдәр менән туғандарса түгел, ә территориаль мөнәсәбәттә булғандарын раҫланы”, — ти ул (kurultai.ru сайтынан мәғлүмәттәр файҙаланылды).
Ысынлап та, ғалимдарға килә­сәктә ырыуҙар тарихын нығыраҡ һәм тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк. Әллә күпме ҡыҙыҡлы һәм яңы мәғлүмәттәр килеп сығыуы ихтимал бит.


Телен белгән илен белгән


Йыйынға килгәндә, ул гөрләп үтте. Райондарҙан һәм ауылдарҙан делегаттар ҡатнашты. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары Эльвира Айытҡолова, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, билдәле тарихсылар, ғалимдар, ҡоролтай ағза­лары булды.
Ҡор башланыр алдынан саҡы­рылған ҡунаҡтар РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡобау ырыуының арҙаҡлы шәхесе Мәғә­фүр Хисмәтуллиндың бюсына сәскә һалды. Аҙаҡ урындағы Мәҙә­ниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Уның эсендә ҡобауҙар үҙенең бай тарихын һәм бөгөнгөһөн сағылдырырға тырышҡайны.
Йыйын театрлаштырылған сы­ғыштар менән башланды. Деле­гаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сәләмләне.
– Һеҙҙе ҡобауҙарҙың төп йәшә­гән урыны – ҡунаҡсыл Иглин ра­йоны ерендә тәбрикләүебеҙгә бик шатбыҙ. Республикала үткәрелгән ырыу йыйындары – бик мөһим һәм кәрәкле сара. Улар тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, уҡы­тыусылар һәм уҡыусыларға яңы мәғлүмәттәр бирә. Ырыу йыйындары үткәреү һәм шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу халыҡтың берләшеүенә, ырыу берҙәйлеген нығытыуға килтерһен. Бөгөн бында һөйләшеп, ҡабул ителәсәк ҡарарҙар республика­быҙҙың һәм халҡыбыҙҙың тормошона йоғонто яһар, тип ышанам, – тине ул.

Артабан Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡо­лова һүҙ алды.
– Бик матур сараға йыйылдыҡ. Ҡобауҙарҙың бер өлөшө менән беҙ Туймазы районында үткәрелгән йыйында ла осрашҡайныҡ. Беҙҙең тарихсылар, ғалимдарыбыҙ бик әүҙем, тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеп, бөтә республиканы урап сыҡты. Халыҡтан да әүҙемлек кәрәк, – тине ул, сараның мөһимлеген билдәләп.
Уныңса, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте Башҡорт тарихы йылының иң мөһим ваҡиғаһына әйләнде.

– Тарихҡа, шәжәрәләргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Әле ундан ашыу ырыу менән осрашыуҙар үтте, уларҙың гимндары, гербтары раҫланды, башлыҡтары һайланды. Яңыраҡ ошо етәкселәр менән осраштыҡ, артабан үҫеш юлдарын тикшерҙек. Беҙҙеңсә, Мең ырыуы башҡорттары хәрәкәте үрнәге буйынса, йәмәғәт ойошмаһының юридик статусы булырға тейеш. Был грант программаларында ҡатна­шыу мөмкинлеген бирәсәк. Әле ошо йүнәлештә эш башланыҡ, – тине Эльвира Айытҡолова.
Шул уҡ ваҡытта, рәйес билдә­ләүенсә, кеше туған телен, тарихын һаҡлауҙа шәхси яуаплылыҡ тура­һында ла онотмаҫҡа тейеш.

“Халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау мәсьәләһе ил Президенты контролендә. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров тарихи мираҫты һаҡлауға, Башҡорт­остан халыҡтарының этномәҙәни үҫешенә ҙур иғтибар бирә. Тик беҙ шуны аңларға тейеш: һәр беребеҙ – үткән менән киләсәкте бәйләүсе. Үҙеңдең милли һәм тарихи тамыр­ҙарыңды белеү үҙаңды, берҙәй­лекте нығыта. Беҙ элекке быуындар тәжрибәһенә таянабыҙ, үҙебеҙҙе­кен балаларыбыҙға тапшырабыҙ. Әгәр кеше йәмғиәттә, тарихта үҙ урынын аңламаһа, киләсәккә маҡ­сат ҡуйып, уға өлгәшергә ынтыл­маясаҡ. Туған телебеҙҙе өйрәнеү өсөн ғариза яҙмайбыҙ, уны көн­күрештә аралашыу өсөн генә кәрәк, тип уйлайбыҙ икән, туған телдең мәктәп программаһынан юғалыу хәүефе барлыҡҡа киләсәк”, – тине Эльвира Айытҡолова.
Эльвира Ринат ҡыҙы был йә­һәттән республика парламенты кимәлендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Мәҫәлән, оҙаҡламай Татарстан һәм башҡа милли республикалар менән бер­лектә милли мәктәптәргә ҡағылған закон барлыҡҡа килергә тейеш. Башҡорт ырыуҙары йыйындары артабан да дауам итәсәк.
Артабан Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма коми­тетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзалары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Улар Ҡобау ырыуы, ғөмү­мән, башҡорт ырыуҙары тарихына туҡталды, бындай йыйындарҙың әһәмиәтенә баҫым яһаны.
Шулай уҡ йыйында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ырыу вәкилдәре лә үҙ төбәктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, тәҡдим­дәрен еткерҙе. Билдәле ырыуҙаш­тарынан философия фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин, Көпәй-Ҡобау ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Мөхтәруллина, Туймазы районының Япрыҡ урта мәктәбе директоры Таһир Нәси­буллин, Иҫке Ҡобау ауылы мәктәбе директоры Урал Камалетдинов­тарҙың сығышы йылы ҡабул ителде.
Йыйында Ҡобау ырыуы советы һайланды. Сарала тәүге тапҡыр ырыу гимны яңғыраны. Уның һүҙҙәрен һәм көйөн һәүәҫкәр композитор Фәниә Дауытова яҙған.
– Мин үҙем Бөрйән ырыуынан, Ырымбур башҡортомон. Тиҫтә йылға яҡын Иглинда, Ҡобау ырыуы башҡорттары ерендә йәшәйем. Гимнды илһамланып, бер тында яҙҙым. Һәр кем тарихын белһен, ғорурланып йәшәһен! —ти ул. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ырыуҙың әүҙем шәхестәрен бүләкләне, үҙ сиратында Иглин районы хакимиәте лә ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Үҫеп килгән быуынға айырым иғтибар


Йыйындың эшлекле өлөшөнән тыш, балалар һәм йәштәргә арналғаны ла булды. Был йүнәлеш тә стратегик әһәмиәткә эйә. Эште бәләкәйҙән башламаһаң, быуынды кемдәр алмаштырыр, кемдәр туған телен уҡыр һәм үҙҙәренең балаларына еткерер?
Йәш милләттәштәребеҙ ырыу­ҙар йыйыны сараларында даими рәүештә әүҙем ҡатнаша һәм үҙҙәре өсөн яңылыҡтар аса. Бәләкәйҙәр өсөн “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” журналы махсус программа әҙерләй.
Иглин районының Д. Тәкәев исемендәге 4-се мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе. Әйткәндәй, был мәктәптә бөгөн 1451 бала белем ала, уларҙың 156-һы башҡорт телен туған тел булараҡ, 509-ы дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға журналдың тарихы хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ мәктәпкә исеме бирелгән ғалим Данис Тәкәев һәм башҡа ошо төбәк шәхестәре хаҡында балаларға аңлайышлы телдә, еңел аңлатып бирҙе.
Байрамда “Урал батыр” йән­һүрәтен ҡарау ойошторолдо, аҙаҡ балалар кемуҙарҙан уның буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Өлкәнерәктәр өсөн иһә айырым программа әҙерләнгән. Спорт саралары ойошторолдо. Йәш ҡобау­ҙар менән осрашырға республи­кабыҙҙың мәргән уҡсыһы Юлай Ғәлиуллин да килде. Ул үҫмерҙәрҙе уҡ-һаҙаҡ менән эш итергә, атырға өйрәтте. Ә республиканың мас-рестлинг буйынса федерацияһы президенты Раил Бикмәев таяҡ тартыш уйынын ойошторҙо, балаларға уның серҙәрен аңлатты.
Ҡобауҙар бер тауыштан йыйын­дың ҡарарын ҡабул итте. Уға ярашлы пункттар ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта мөһим дә. Ырыуыңдың лайыҡлы вәкиле булыу, халыҡ именлеге, мәғариф үҫеше, балалар тәрбиәһе хаҡында даими ҡайғыр­тыу, башҡорт үҙаңын һаҡлау — Ҡобау ырыуы алдында торған төп мәсьәләләр. Йыйында ҡатна­шыусылар шулай уҡ Шәжәрә байрамдарын үткәреү, сараларға йәштәрҙе лә мотлаҡ йәлеп итеү тураһында һөйләште.
Читайте нас