Бөгөн баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында балалар өсөн байрам саралары үтә. Бының матур сәбәбе лә бар – 1 июнь илдә Балаларҙы яҡлау көнө булараҡ билдәләнә.
Ә Өфөләге И. Яҡутов исемендәге паркта икеләтә күңелле бөгөн. Бында әллә ҡайҙан тирә-яҡҡа яңғырап башҡортса йыр-моң тауыштары ишетелә, яҡынғараҡ барһаң, милли кейемдәр кейгән, саф башҡортса һөйләшкән балалар йыйылғаны күренә. Бында “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика конкурсына йомғаҡтар яһалды.
Парк, ысынлап та, рухлы ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар, зирәк, аҡыллы балалар менән тулған ине. Ата-әсәләрҙең үҙ-ара ла, балалары менән дә башҡортса һөйләшеүен күҙәтеү бик күңелле:
– Рамаҙан, әйҙә, теге яҡҡа барып уйнап киләйек.
– Зәһиҙә, ипләп кенә уйна. Әйҙә, тәмлекәс алабыҙ.
Бәләкәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары ойошторолдо. Улар зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа, тиҙлектә көс һынашты. Еңеүселәр матур бүләктәр алып ҡыуанды. Фотоға төшөү өсөн милли тематикала бер нисә фотозона ойошторолдо.
Бәйгенең үҙенә килгәндә, ул йыл дауамында дауам итте һәм балалар араһынан иң-иңдәр һайлап алынды. Иң бәләкәйҙәр араһында яңғыҙы әкиәт һөйләгәндәр номинацияһында Өфө ҡалаһында йәшәгән дүрт йәшлек Зөлхизә Юлдашбаева "Эш табылды" башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп беренсе урынға лайыҡ булған. Ул баш ҡаланың 282-се балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәһе Альбина менән атаһы Илмир әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә балаларына башҡорт телен өйрәтергәме-юҡмы тигән һорау бөтөнләй тормаған. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәләр, балалар баҡсаһында ла Зөлхизә үҙ телендә аралаша.
"Ҡыҙҙарҙың олатай-өләсәйҙәре лә бик рухлы кешеләр, уҡытыусылар. Иптәшем менән үҙебеҙ ауылда тыуып үҫкәнбеҙ. Беҙҙең балалар ҙа бер нимәгә ҡарамай башҡорт булып үҫәсәк. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел", - ти Зөлхизәнең әсәһе.
Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ә һеҙҙең балалар башҡортса беләме? Балаларыбыҙҙың туған телен белеп үҫеүе тик ата-әсәләр ҡулында бит.
Бөгөн был паркта йыйылған кешеләр һис шикһеҙ рухлылар. Балаларын да ысын ватансылар итеп үҫтереү өсөн улар барыһын да эшләй: сабыйҙарының телен туған телендә астыра, өйҙә башҡортса һөйләшә, аҙаҡ башҡортса белем биргән балалар баҡсаһы һәм мәктәптәргә бирергә тырыша.
Әйткәндәй, балаларығыҙ белем биреү учреждениеларында тыуған телдәрен өйрәнәсәкме-юҡмы, барыһы ла беҙҙең, ата-әсәсләр ҡулында.
– Әле малайҙар балалар баҡсаһына йөрөй. Рус баҡсаһы булһа ла, башҡорт төркөмөнә бирҙем. Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, тиҫтерҙәре менән дә үҙ телебеҙҙә аралаштырабыҙ. Башлыса минең әхирәттәремдең балалры менән уйнайҙар, сөнки улар ҙа башҡорттар. Һис шикһеҙ мәктәптә лә башҡорт телен өйрнеүҙәрен теләйем, – тине Өфөнән Эльвира Теләүғолова.
Уның янында торған икенсе әсәй кеше һөйләшеүгә ҡушылып китте. Азалия Ибәтуллинаның ҡыҙы быйыл балалар баҡсаһынан сыға. Өй янындағы мәктәптәре – рус мәктәбе, тик ул балаһының башҡорт телендә уҡыуын теләй.
Был йәһәттән ҡануни нигеҙҙә бөтә шарттар тыуҙырылған.
Бала мәктәпкәсә учреждениела туған телен өйрәнһен өсөн малай-ҡыҙҙарҙы баҡсаға урынлаштырған мәлдә, йыл дауамында яҙма ғариза бирергә мөмкин. Шулай уҡ балаларҙы беренсе класҡа биргәндә ата-әсәләр туған телде һайлап ғариза яҙа. Ә ғаризалар 1 апрелдән 30 июнгә тиклем – мәктәпкә барыу өсөн тәү сират хоҡуғы булған һәм мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән балалар өсөн;
артабан – 6 июлдән 5 сентябргә тиклем – беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балаларҙың ата-әсәләренән ҡабул ителә.
Туған телде уҡытыу буйынса ғаризалар белем биреүҙең сираттағы кимәленә күскән осраҡта ата-әсәләр йыйылышында, шулай уҡ бер уҡыу йортонан икенсеһенә күскән саҡта ҡабул ителә.
Республикала һәр бала туған телен белһен, өйрәнһен өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Ни бары теләк һәм рух кәрәк. Кәмендә ике тел белеп үҫкән кешенең ҡарашы киңерәк, ул белемлерәк була.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.