Башҡорт донъяһы
1 Июнь 2021, 11:20

Беҙҙә әкиәтсе балалар йәшәй!

Туған телендә әкиәт һөйләп үҫкән бала зирәк, аҡыллы, телсән була.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркында “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика конкурсына йомғаҡтар яһалды. Был сара матур байрам – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән бергә үрелеп барҙы.
Байрам таң менән башланды. Паркта күңелле музыка яңғыраны, матур итеп кейенгән балаларҙың шат көлөүҙәре әллә ҡайҙан ишетелеп тора ине. Малай һәм ҡыҙҙар өсөн күп төрлө уйын майҙансыҡтары ойошторолдо. Балалар тиҙлектә, отҡорлоҡта, зирәклектә көс һынашты. Бәләкәйҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде, улар төрлө биҙәүестәр, матур әйберҙәр эшләргә өйрәнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең айырым стендын булдырҙы. Бында ҡуйылған фотозонала башҡортса шиғыр һөйләргә, милли кейем кейеп фотоға төшөргә лә була ине.
Быйыл “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсы Башҡортостанда үтәсәк VI Халыҡ-ара Фольклориадаға арналды. Уны республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. 5 апрелдән алып 19 майға тиклем бәйгенең төбәк-ара этабы үтте. Унда бәләкәй балалар үҙҙәренең туған телдәрендә донъя халыҡтары әкиәттәрен һөйләп көс һынашты.
Конкурстың маҡсаты ҙур – бәләкәйҙәр араһында әкиәтселек мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү. Матур итеп әкиәт һөйләгән баланың хәтере яҡшыра, оратор оҫталығы арта, бала фекерләргә, уйҙарын кешеләргә матур итеп еткерергә лә өйрәнә бит. Туған телде яҡшыраҡ белеү һәм өйрәнеү өсөн дә бик матур сара ул.
Конкурс төрлө номинациялар буйынса үткәрелде, яңғыҙ һөйләүселәр ҙә булды, әкиәттең инсценировкаһын, мультипликация һәм анимация фильмы йәһәтенән оҫталығын күрһәтеүселәр ҙә баһаланды.
Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, конкурстың беренсе этабына 347 эш килгән. Уларҙы балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм 1-4 кластарҙа уҡығандар ебәргән. Төбәк-ара кимәлдәге бәйгелә Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан тыш Рәсәй төбәктәренән дә ҡатнашыусылар байтаҡ булған. Мәҫәлән, эштәр Татарстан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Пермь крайынан килгән. Әкиәттәрҙе балалар үҙҙәренең туған телдәрендә: башҡортса, русса, татарса, удмуртса, марийса, сыуашса һәм башҡа телдәрҙә башҡарған. Эштәр “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урынлаштырылды.
Ошо көндәрҙә иһә конкурстың икенсе этабы үтте. Унда 70-тән ашыу бала ҡатнашып, онлайн тәртибендә жюри ағзаларына әкиәттәрен уҡып ишеттергән. Ә бөгөн тантаналы шарттарҙа йомғаҡтар яһалды.
Бәйге булғас, еңеүселәрһеҙ ҙә булмай, әлбиттә. Бәләкәй конкурсанттарҙың күңелен төшөрмәҫ өсөн күптәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Ә абсолют еңеүселәр тип Өфө ҡалаһындағы 28-се һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаты менән Әбйәлил районының Амингилде ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре табылды.
Сара матур концерт менән үрелеп барҙы. Өлкәндәр балаларҙы тәбрикләп матур теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Ә еңеүселәр әкиәттәренән өҙөктәр һөйләп ишеттерҙе, коллективтар бейеү-йырҙары менән ҡыуандырҙы.
– Бөгөн бында иң ҡыйыуҙар, батырҙар, зирәктәр, аҡыллылар йыйылған. Бәйгелә ҡатнашҡан бөтә балаларға телдәрен һаҡлауға үҙ өлөштәрен индергәне өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Бөгөнгө һанлаштырыу заманында ла әкиәттәрҙе онотмауығыҙ, улар менән мауығыуығыҙ һоҡланыуға лайыҡ, – тине мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.
Еңеүсе һәм ҡатнашыусы балаларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла тәбрикләне. Уларға туған телдәрен белеп кенә түгел, ә яратып, ҡәҙерләп үҫергә теләне.
Сабыйҙар үҙ мөхитендә рәхәтләнеп аралашты, бейеште, уйнаны. Матур саранан ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалды. Улар үҙ-ара танышып, туған телебеҙҙең киләсәге тураһында фекер алышты.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас