Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылында республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙарының йыйындары дауам итә. Ошо көндәрҙә сират Саҡмағош еренә етте: бәрәкәтле төбәктә Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкилдәре йыйылды. Унда абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.
Сараға ихлас әҙерләнгәндәр
Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, тарихсылар, ғалимдар, Саҡмағош районының билдәле шәхестәре бар ине. Йыйын урындағы кәсепселәрҙең, халыҡ оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә менән йәнләндерелгән, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҙа бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған, шәжәрәләр төҙөгән. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, һәр ғәмәлдә тарихи хәҡиҡәт ярылып ята.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттар ҡырҡтан ашыу ырыу-араларға бүленгән булған. Рус дәүләте составына ҡушылғандан һуң да әле оҙаҡ ваҡыт юридик йәһәттән беркетелгән ер биләмәләре менән үҙаллы улыс булараҡ йәшәгәндәр. Улар рәтендә Дыуан ырыуы вәкилдәре лә бар: ошо атама бер нисә улыс һәм өйәҙгә исем дә биргән (Дыуан, Дыуанай, Дыуан-Табын).
Саҡмағош районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Басиров Саҡмағош төбәгендә борон-борондан йәшәгән Дыуан ырыуы тарихын яҡшы өйрәнеүҙәрен, бындағы экспонаттарҙың күбеһе ошо төйәкте үҙ иткән ырыу вәкилдәренән ҡалған ҡомартҡылар булыуын белдерҙе. Әйтергә кәрәк, үткән быуаттарҙа Дыуан башҡорттары йәшәгән, ошо уҡ исемде йөрөткән Дыуан улысы һәм уның үҙәге (әлеге Саҡмағош ауылы биләмәһе) башҡорт ерҙәрендә иң ҙурҙарҙан, ҡеүәтлеләрҙән һаналған.
Саҡмағош балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Кудрявцева бынан бер нисә йыл элек кейеҙ эшкәртеү кәсебе менән ҡыҙыҡһына башлаған, был тәбиғи материалдан көнкүрештә файҙаланып була торған бихисап әйбер эшләргә өйрәнгән. Хәҙер иһә оҫталығын балалар менән уртаҡлаша, махсус дәрестәр алып бара.
– Кейеҙ эшкәртеү – башҡорт халҡы араһында киң таралған, уның милли мәҙәниәтендә ярайһы ҙур урын биләгән кәсеп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Саҡмағош төбәгендә ошо матур шөғөл онотолған. Хәҙер иһә тергеҙеү эшен алып барам. Балалар дәрестәргә теләп йөрөй, уларға эйәреп, өләсәйҙәре лә ҡушыла, – ти Айгөл Рудин ҡыҙы.
Йыйын алдынан үткәрелгән күргәҙмәлә оҫтабикәнең әйберҙәрен күптәр ҡыҙыҡһынып ҡараны, кейеҙ эшкәртеү үҙенсәлектәре менән танышты.
Саҡмағош районындағы йыйынға милли кейемде тергеҙеүсе, этнограф Гөлнара Шафиҡова ла килгәйне. Ул йыйында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башҡорт милли кейеме тарихы, үҙенсәлектәре тураһында бихисап мәғлүмәт бирҙе, кейем һәм биҙәүестәр өлгөләрен күрһәтте, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Гөлнара ханым башҡорт милли кейеме менән ҡыҙыҡһыныусыларға, уны тергеҙеүселәргә яҡшы таныш. Ул, милли кейем менән шөғөлләнеүҙән тыш, этнографик материалдар ҙа йыя: боронғо фотоһүрәттәрҙе эшкәртә, халыҡ кейеме тураһында мәғлүмәттәр туплай, уларҙы райондар буйынса бүлеп берләштерә. Башҡорт милли кейеме менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла мәғлүмәти ярҙам күрһәтә: күнекмәләр уҙғара, белгәнен уртаҡлаша. Унан тыш, Гөлнара Шафиҡованы Башҡортостанда, күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә шәп фотограф булараҡ та беләләр. Саҡмағош ерендә лә уның оҫталыҡ дәресен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, ул алып килгән тарихи ҡомартҡылар менән ихлас таныштылар.
Данлы дыуандар ере – Саҡмағош!
Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, үҙен боронғо Дыуан (Дыуанай) ырыуы вәкиле икәнлеген һәм бөгөнгө сараның ижтимағи-мәҙәни, тарихи йәһәттән әһәмиәтлелеген билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәр халыҡ тарихында шәжәрәләр ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, бәғзе осраҡта улар иҫ киткес үҙенсәлекле тарихи факттарҙы һаҡлауын билдәләп үтте һәм һәр кемде ата-бабалары менән төптәнерәк ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин Дыуан ырыуының тарихы һәм үҙбилдәләнеше темаһына сығыш яһаны, Дыуан ырыуы башҡорттары һөйләшенең диалектология юҫығынан үҙенсәлектәрен билдәләне.
Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары картаһы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был картаны Интернет селтәрендә лә, махсус ҡушымта ярҙамында ла ҡарап була. Һәр хәлдә, ата-бабалары, ҡан-ҡәрҙәштәре, үҙ сығышы менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше был картаға күҙ һалырға тейеш.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылын үткәреүҙең төп йүнәлештәрен, үҙенсәлектәрен телгә алды.
Билдәле башҡорт этнографы Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙған: “Дыуан ырыуы алты-ете быуат элек Башҡорт ерендәге иң эре берләшмәләрҙең береһе булған. 17-18-се быуаттарҙа Ағиҙел буйында киң Дыуан улысы йәйелеп ятҡан”. Тарихтың иртә этаптарында Табын, Дыуан, Ирәкте, Балыҡсы, Ҡаҙансы, Ҡайпан, Унлар ырыуҙарының ҡан-бабалары этник йәһәттән туғандаш халыҡ төркөмөн тәшкил иткән.
Тарихтың билдәле бер осоронда дыуандар Ағиҙел һәм Сәрмәсән йылғалары буйҙарына күскән һәм әлеге Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар райондары биләмәләрен үҙ иткән. Аҙаҡ бында Дыуан улысы барлыҡҡа килгән. Р.Ғ. Кузеев иҫәпләүенсә, “дыуанай” атамаһы “дыуан”дың руссаға тәржемәһенән барлыҡҡа килгән.
Саҡмағош районынан сыҡҡан билдәле эшҡыуар, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин уңған яҡташтары менән ғорурланыуын, уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтеүен һөйләп үтте. Ғәмәлдә, ул “Атайсал” проектында ҡатнаша, быға тиклем Күсәкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡуйылған мемориалды тәртипкә килтереүҙә, Аблай һәм Күсәкәй ауылдары араһындағы ете километр оҙонлоғондағы ташландыҡ юлды рәтләүҙә ярҙам күрһәткән.
Йыйын ҡунағы, Гәрәй ырыуы башҡорто, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиевтең сығышы йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙ ырыуы тарихы менән тәрәндән бынан тиҫтә йыл самаһы ҡыҙыҡһына башлауын, бығаса күп тарихи факттарҙы белмәүен, Салауат Хәмиҙуллин кеүек төплө белгестәр ярҙамында тарихи дөрөҫлөктө тергеҙә алыуын һәм күп уңыштарға өлгәшеүен белдерҙе. Ул төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә һөйләне, уның үҙенсәлектәрен билдәләне, үҙ ерегеҙҙең, халҡығыҙҙың арҙаҡлы, ҡаһарман кешеләрен асыҡларға, белергә, тарихта ҡалдырырға өндәне. Мәҫәлән, фашист илбаҫарҙары концлагерынан самолет урлап ҡасҡан Девятаев ише батыр Гәрәй ырыуында ла булған. “Фамилияһын “Шарыгин” тип теркәгәндәр, әммә уның Шәриғәт улы булғанлығы билдәле. Ауыр яраланған килеш ошо милләттәшебеҙ фашист бомбардировщигын алып китеп, Ленинград янында ултырта алған. Бына ошондай ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы барыһы ла белергә тейеш”, – тине Радик Рәлиф улы.
Үрнәк ауылы хакимиәте башлығы, Дыуанай ырыуы вәкиле Рәсимә Зәйнетдинова тыуған ырыуы хаҡында һөйләне. Әйтеүенсә, бөгөн тарихи Дыуан улысы биләмәһендә Саҡмағош, Аблай, Иҫке Ихсан, Яңы Ҡалмаш, Үрнәк (Ҡара Көсөк), Рапат, Иҫке Биккенә, Иҫке Ҡалмаш, Ҡалмашбаш кеүек ауылдар урынлашҡан. Был биләмәлә йәшәгән халыҡтың дөйөм һаны 17 меңдән ашыу тәшкил итә.
Ошо төбәктән бихисап билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында Пугачевтың көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, яҙыусы Әкрәм Вәли, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, опера йырсыһы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог Ғабдулла Ҡоҙаяров, Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев, Өфө ҡалаһының элекке мэры Өлфәт Мостафин, велоспорт буйынса донъя чемпионы Айгөл Гәрәева, генерал-майор Мансаф Ғәлиев һәм башҡалар бар.
Әлеге ваҡытта ла был ауылдар тулы ҡанлы тормошта йәшәй, мәғариф, мәҙәниәт усаҡтары, медицина учреждениелары тотороҡло эшләй, мәҙәни һәм спорт саралары даими үткәрелә. Ғөмүмән, һәр йәһәттән уңған һәм булдыҡлы саҡмағоштарҙың даны республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә таралған.
Йыйын аҙағында Дыуан ырыуының йәмәғәт ойошмаһы советы һайланды, урындағы әүҙем ҡоролтай ағзалары, йәмәғәтселәр билдәләнде, киләһе йыйын үткәреләсәк Ҡалтасы районы вәкилдәренә күсмә штандарт тапшырылды. Сара урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың, сәхнә оҫталарының концерты менән тамамланды.