Саҡмағош районы – күп милләтле төбәк. Беҙҙә ҡулға-ҡул тотоноп башҡорт, татар, сыуаш, рус, мари һәм башҡа милләт кешеләре йәшәй. Тыуған яғыбыҙҙы данлаған матур традициялар, күрһәтерҙәй әһәмиәтле эштәребеҙ бар.
Егерме йылға яҡын Саҡмағош районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, шуны әйтә алам – ошо йылдар дауамында районыбыҙҙа ғаилә, тел, милләт, мәҙәниәт кеүек ҡиммәттәрҙе һаҡлау, был юҫыҡтағы сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Хәҙер инде Саҡмағош районындағы мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнелә, тәүҙә “Саҡмағош сатҡылары”, хәҙер “Сарманай” гәзиттәре лә халыҡты тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, ауылдарҙа Шәжәрә байрамдары үткәреү ҙә күркәм йолаға әүерелде. Был саралар үҙеңдең кемлегеңде белеү, йәшәгән ереңдә быуаттар буйы хужа булған атай-олатайҙарыбыҙҙы таныу, киләсәк быуындарға патриотик тәрбиә биреү өсөн дә кәрәк.
Бөгөн районыбыҙҙа Дыуанай ырыуы вәкилдәре урындағы төп халыҡ иҫәпләнә. Бынан бер нисә йыл элек Имәнлеҡул ауылында үткән “Йәлдәктәр йыйыны” әлегеләй күҙ алдымда. Ул саҡта сараны мәҙәниәт йорто етәксеһе, хәҙер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Розалия Хафизова ойошторғайны. Талантлы етәксе барыбыҙҙы ла алыҫтағы ата-бабаларыбыҙ ҡаҙан аҫҡан, усаҡ яҡҡан, ошо ерҙәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған саҡтарға алып ҡайтты. Был бит – оло тарих, йәш быуынды тыуған еребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡларға саҡырыу, районыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың киләсәген, милләт-ара дуҫлығын, уларҙың мәнфәғәттәрен тигеҙ ҡайғыртыу. Именлек һәм үҫеш – бөтә милләттәрҙең уртаҡ байлығы, ҡаҙанышы. Был һүҙҙәрҙе бер кем дә инҡар итмәҫ.
Улай ғына ла түгел, районыбыҙ ерлегендә башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә арналған фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа ойошторолдо. Яңы Ҡаръяуҙы ауылында үткәрелгән ошондай конференция хатта республика кимәлендәге сараға күтәрелде, тиһәк тә, арттырыу булмаҫтыр, моғайын. Унда ул саҡтағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Нияз Мәжитов, Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Өфө ғилми үҙәге, төбәктең башҡа юғары уҡыу йорттары ғалимдары ла ҡатнашты. Ул йылдарҙағы район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Яңы Ҡаръяуҙы урта мәктәбе директоры Рәсүл Фәйрүзов һәм технология уҡытыусыһы Рита Фәйрүзова, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары тырышлығы менән ойошторолған күләмле сара башҡорт халҡының элекке йолаларын һәм халыҡ ижадын, ҡул эштәре өлгөләрен тергеҙеүгә арналды. Рита Йыһанур ҡыҙы балаҫтар һуғыу, бәйләү, тирмәләр ҡорғанда ҡулланылған кейеҙ, уны йөндән баҫыу йолалары тураһында ентекләп һөйләп-аңлатып, үҙе эшләп күрһәтеп, хәҙергесә әйтһәк, оҫталыҡ сәғәтен дә үткәргәйне. Өфө ҡунаҡтарын да һоҡландырған, уларҙың юғары баһаламаһын алған бик иҫтәлекле ҙур сара булды ул. Бынан тыш, Яңы Ҡаръяуҙы урта мәктәбенең бик матур, экспонаттарға бай музейы ла булдырылғайны.
Ул йылдарҙа райондың күп ауылдарында Шәжәрә байрамдары үткәрелде. Был сараларға ошо ерлектәрҙә тыуып үҫеп, сит төбәктәрҙә тормош ҡорған яҡташтар ҙа ҡайтып, үҙ нәҫел-ырыуын барланы. Миңә Яңы Ҡото ауылында үткәрелгән ошондай байрамда ла ҡатнашырға насип булды. “Тамырҙарың ҡайҙарҙа?” тип исемләнгән был сараны бөгөн дә тыуған ауылында ҡалып, уны йәмләп-хәстәрләп йәшәгән Рәшит менән Урал Шәйәхмәтовтар, ул саҡтағы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәриҙә Латипова һәм шул йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән Гүзәлиә Кәримова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл советы хакимиәте етәкселеге үткәрҙе.
Алып барыусы Ревинер Ғөбәйев менән Гөлнәзирә Баһауетдинова байрамды: “Беҙҙең Яңы Ҡото ауылында борон-борондан башҡорттар йәшәгән”, – тигән һүҙҙәр менән башланы. Ауылдың һәләтле ижадсыһы Урал Шәйәхмәтов һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙған “Гүзәл яғым – Яңы Ҡото” йырын яңғыратты. Сарала минең дә данлыҡлы Айҙағол нәҫеле вәкиле булыуым тураһында ғорурлыҡ менән әйтелде. Байрам бик тә иҫтә ҡалырлыҡ, иҫ киткес итеп ойошторолғайны – унда барыбыҙҙы ла боронғо Ҡото ҡарт ғүмер иткән замандарға сәйәхәт иттереп, нәҫел ептәребеҙҙе барланылар.
Сара тыуған еребеҙгә һаҡсыл ҡараш, уға ҡарата иғтибар хистәрен тәрбиәләү, музейҙарҙы киләсәк быуын вәкилдәре өсөн күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау мөһимлеген һәр кешегә еткереү маҡсаты менән үткәрелде. Был изге эштәрҙе ойошторған өлкән быуын вәкилдәрен исемләмәй ҡалыу һис мөмкин түгел, тип уйлайым. Уларҙың исеме онотолорға тейеш түгел, беҙҙең бурыс – уларҙы йәш быуынға ла еткереү. Тыуған яғыбыҙ тарихын ҡәҙерләп һаҡлап, беҙҙең көндәргә баһалап бөтөргөһөҙ ҙур мираҫ, хазина итеп ҡалдырған яҡташтарыбыҙҙың исеме район тарихына ла юйылмаҫ хәрефтәр менән яҙылырға лайыҡлы.
Был изге эште башлаусылар: Саҡмағошта ғүмер кисергән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Әнүәр Мөлөков, Иҫке Бәширҙән һәм Имәнлеҡулдан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, тарихсылар Сәғит Ғәлимов һәм Ансаф Ғиҙҙәтов, Яңы Ҡотонан Әнғәм Ситдиҡов, “Игенсе” гәзитенең мөхәррире булған Хәйҙәр Басиров, Яңы Ҡаръяуҙынан Әлмира Ҡалағаева һәм башҡа бик күп райондаштарҙы телгә алырға мөмкин. Ә инде был эш менән ул ваҡыттарҙа райондың иң өлкән кешеһе – элекке уҡытыусы, республика архивы хеҙмәткәре, тыуған яҡта ғүмер иткән Н. Моратов булды.
Бынан тыш, ул ваҡытта Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты йәнә бер йүнәлештә – мәктәптәрҙә, ауылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын булдырыу, ауыл тарихын һәм унда йәшәгәндәрҙең нәҫел-нәсәбен өйрәнеү өлкәһендә лә эш алып барҙы. Бындай музейҙарҙың иң байы – Саҡмағош ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Уға нигеҙ һалыусы – Григорий Воробьев. Музейҙар хәҙер бөтә ауылдарҙа ла бар, ләкин уларҙы тулыландырыу, артабан да үҫтереү өсөн етәкселәрҙең дә ярҙамы мөһим.
Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә, ауыл мәҙәниәт йорттарында башҡорт, татар, сыуаш, рус милләттәренең фольклоры, халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм мәҙәниәте, ошо телдәрҙә ижад иткән яҙыусы, әҙиптәрҙең китаптары буйынса төрлө кисәләр, конкурстар, мәҙәни саралар, Башҡортостан яҙыусылары менән осрашыуҙар йыш ойошторолоуы ла һөйөндөрмәй ҡалмай.
Беҙҙең районыбыҙҙа электән үк “Ете быуыныңды белеү фарыз” тигән девиз йәшәй ине. Ул әле лә дауам итә. Ауылдарыбыҙҙа Шәжәрә байрамдары даими ойошторола. Әлбиттә, уларҙы үткәргәндән һуң һәр кем үҙ шәжәрәһен төҙөй башлар, тип уйлау дөрөҫ булмай торғандыр. Ә шулай ҙа улар тәьҫирендә йәштәр, үҙ нәҫелен белеп, уны балаларына ла еткерһә, артабан улар дауам итһә, быуындар бәйләнеше бер ваҡытта ла өҙөлмәйәсәк. Шуға ла Шәжәрә байрамдарын үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ нәҫелеңә ҡарата һөйөү-ихтирам тәрбиәләмәй тороп, тыуған ереңде, тыуған илеңде яратыу, Ватаныңды һөйөү тойғоһо тәрбиәләү мөмкин түгел. Шуның өсөн хәҙерге ваҡытта ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен, эшен дауам итергә теләгән, тарих менән ҡыҙыҡһынған үҫмерҙәребеҙ, йәштәребеҙ булырға тейеш. Беҙ лайыҡлы киләсәгебеҙгә ышанабыҙ.