Ҡалтасы районы үҙәгендә үткән Гәрәй ырыуы йыйынын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойоштороп, был сара Башҡорт тарихы йылына арналды.
Йыйынға Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл, Тәтешле райондарынан һәм Татарстандың Аҡтаныш районынан Гәрәй ырыуы вәкилдәре килгәйне. Программаның төп өлөшөнә тиклем улар район мәҙәниәт йортондағы күргәҙмә менән танышты. Унда ошо ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, боронғо эш ҡоралдары һәм һауыт-һаба, тыуған яҡты өйрәнеүсе Риф Саматовтың китаптар күргәҙмәһе, зауыҡ менән эшләнгән бер нисә шәжәрә һәм башҡа экспонаттар ҡуйылғайны.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алексей Горевтың һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповтың сәләмләү сығыштарынан һуң, делегаттар һәм ҡунаҡтар тарихсы ғалимдарҙың докладтарын, артабан Гәрәй ырыуы вәкилдәренең сығыштарын тыңланы. Уларҙың һәр береһе фәһемле, ғилми дәлилдәргә һәм иҫтәлектәргә бай ине. Күп кенә сығыштарҙы залда ултырған делегаттар ҡул сабып алҡышланы.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосоповтың, БДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовтың, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевтың, философия фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатовтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппаратының баш белгесе Радик Бәхтиевтең сығыштары Гәрәй ырыуының тарихына, Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса методик тәҡдимдәргә, бөгөнгө төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник, һөйләш үҙенсәлектәренә арналды.
Ырыу вәкилдәренән Әҙһәм Фазлетдинов – Тәтешле районындағы, Нәзир Рәхимов – Илеш районындағы, Светлана Сафина – Яңауыл районындағы, Риф Саматов – Ҡалтасы районындағы, Земфира Сәғитова Краснокама районындағы Гәрәй ырыуы ауылдарының тарихы тураһында һөйләне.
Йыйын аҙағында Гәрәй ырыуы тарихын өйрәнеүҙә әүҙем ҡатнашҡан, йыйынды ойошторорға ярҙам иткән алдынғылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм Ҡалтасы район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Гәрәй ырыуы йыйыны тураһындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.