Борай районының Кәшкәләү ауылы мәктәбендә профессор, ғалимә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт хәрәкәте лидерҙарының береһе Мөсәллиә Ғәли кыҙы Хәйруллинаға таҡтаташ асылды.
Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гемир Нуретдинов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты доценты Ирена Ҡолһарина, Мөсәллиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү мәктәбе директоры Илфир Шәйҙуллин, ауыл хакимиәте башлығы Дамир Әхмәтов, урындағы халыҡ, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һ.б. ҡатнашты. Таҡтаташты асыу хоҡуғы Илфир Шәйҙуллин менән Ирена Ҡолһаринаға тапшырылды.
Мөсәллиә Хәйруллина 1915 йылдың 15 декабрендә Борай районының Баҡалы ауылында донъяға килгән. 1970 – 1980 йылдарҙа республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булған. Ул - педагогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). РСФСР-ҙың (1987) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан республикала беренсе фән докторы.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы Мөсәллиә Хәйруллина 2008 йылдың 17 октябрендә вафат була.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.