Башҡорт донъяһы
9 Июнь 2021, 07:00

Таиф Зарипов 97 йәшен билдәләне

Һалдат ике тапҡыр ҡаты яралана, һауығып сығыу менән тағы ла алғы һыҙыҡҡа ташлана, ҡыҫҡаһы, һуғыштың башынан аҙағына хәтлем ҡатнаша.

Лейтенант Таиф Зарипов тыумышы менән Мәсетле районының Һабанаҡ ауылынан. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә. Һалдат ике тапҡыр ҡаты яралана, һауығып сығыу менән тағы ла алғы һыҙыҡҡа ташлана, ҡыҫҡаһы, һуғыштың башынан аҙағына хәтлем ҡатнаша.
– Илһөйәрлек тигән төшөнсәне йөрәк түрендә йөрөткән өсөн генә фашисты еңдек, – тип һөйләй бик күп орден һәм миҙалдар күкрәген биҙәгән Таиф Хәким улы. – Йәшермәйем, төрлө саҡ булды, әммә үлемдең күҙенә тура ҡараныҡ, алышҡа ташланғанда ҡурҡыу белмәнек.
Хөрмәтле Таиф олатай ошо көндәрҙә 97 йәшен билдәләгән. Ул Хәтижә Сафа ҡыҙы менән (ҡатыны мәрхүмә инде) ете баланы аяҡҡа баҫтырған. Уның 16 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәре, 1 тыуаһы бар. Оҙон ғүмерле булыуҙың серен сәләмәт тормош алып барыу менән бәйләй.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас