Бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың тыуған көнө! “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре ошо уңайҙан Юлай Талха улын ихлас ҡотлай, һәр йәһәтәтн дә уңыштар теләй!
Юлай Ильясовтың “Бәйләнештә” төркөмөндәге сираттағы яҙмаһы иғтибарҙы йәлеп итте.
– Тотош республикабыҙҙағы шикелле, беҙҙең районда ла “Һуғыш балалары” тигән танытма бирелә башланы, – тигән Юлай Талха улы. – Районыбыҙҙа бындай танытманы 1 140 һуғыш балаһы аласаҡ. Уларҙың яртыһы – Һабантуй байрамында, ә ҡалғаны июнь аҙаҡтарына хәтлем урындарҙа тапшырыласаҡ.
Юлай Талха улы билдәләүенсә, өлкәндәрҙең барыһы ла ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ, һәр береһенә даими ярҙам күрһәтелергә тейеш.
Фото: Юлай Ильясовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.