Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Өфөлә Арт-квадрат ял майҙансығында Рәсәй көнө һәм Өфөнөң тыуған көнөнә арналған “Йәмле Иҙел буйында” тигән байрам саралары ойошторҙо.
Уны “Сылтыр шишмә” тип аталған башҡорт вокаль ансамбле асты. Гүзәл заттар башҡарыуында “Өфөм – минең баш ҡалам” һәм “Бөҙрәләр” исемле дәртле йырҙар яңғыраны. Артабан йәше лә, ҡарты ла “Иҙел” халыҡ бейеүҙәре балалар ансамбленең иҫ киткес матур бейеүҙәрен ҡарап кинәнде. Байрамды ойоштороусылар тамаша ҡарарға килгән балаларҙы сәхнә уртаһына саҡырып сығарып бейетте, йырлатты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар сират тороп һөнәрен күрһәтте.
Шулай уҡ Бәхти Ғайсин, Заһир Исмәғилев ише билдәле композиторҙарҙың йырҙары яңғыраны. “Ант” төркөмө өфөләргә һәм ҡунаҡтарға күстәнәс әҙерләгән – улар “Өфө – минең баш ҡалам”, “Өфө ҡалаһы”, “Россия вперед!” һымаҡ йырҙарҙы йырлап ишеттерҙе.