Башҡорт донъяһы
13 Июнь 2021, 12:45

Һағындырған һабантуй!

Халыҡ һәм саҡырылған ҡунаҡтар бындағы яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуын һабантуй үткәреп билдәләне. Былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында уны үткәрә алмағайнылар.

Стәрлетамаҡ районы халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар бындағы яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуын һабантуй үткәреп билдәләне. Былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында уны үткәрә алмағайнылар.
Ә бит Стәрлетамаҡтың ғорурланырлыҡ уңыштары күп. Бер нисә тиҫтә йыл инде ул республиканың ауыл хужалығында бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар буйынса иң ҙур уңыш биргән райондарҙың береһе булып тора.
Малсылар ҙа үҙ эшендә һанатмай: ит етештереүҙә район – икенсе, һөт буйынса бишенсе урында тора. Эшҡыуарлыҡ йылдам үҫә, төҙөлөш темпы һүрелмәй, торлаҡ төҙөп тапшырыуҙа район республикала һәр мең кешегә ҡарата алтынсы урынды биләй.
Халыҡ байрамы, электән килгән йолаға ярашлы, Бүреҡаҙған ауылы эргәһендәге аҡланда уҙҙы. Тамашасылар алдында ҙур этноҡаласыҡ ҡалҡып сыҡты: райондағы барлыҡ милли-мәҙәни үҙәктәре үҙ мәҙәниәтен, йолаларын, халыҡ кәсептәрен һәм кухняһын күрһәтте. Һабантуй майҙанында беренсе тапҡыр ер эшкәртеү тарихы майҙансығы ла ойошторолғайны. Фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары ла үҙ продукцияһын ҡуйҙы.
Халыҡ уйындары, спорт ярыштары һәм, әлбиттә, ат сабышы ҡур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙың сағыу сығыштары байрам тантанаһы кәйефен бермә-бер күтәреп ебәрҙе.
Фото: sterlitamakcity.ru.
Читайте нас