Бөгөн республика легендар милли батырыбыҙ, исеме мәңге халыҡ теленән төшмәҫ, ҡаһарманлығы йөрәктәрҙә һаҡланыр данлы шәхесебеҙ – Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләй.
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин ата-бабалар иҫтәлеген, тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән дәүләт берҙәмлеген һаҡлауҙы иң мөһим бурыстар иҫәбенә индерә. Салауат Юлаев – башҡорт халҡын ғына түгел, республиканың бар халыҡтарын да бергә туплаған тарихи шәхес, республикабыҙ символы. Башҡортостанда Салауат Юлаев ордены бар, әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияһы ла батырыбыҙ исемен йөрөтә. Республикабыҙҙа ҡала, район, хоккей клубы, бик күп предприятиелар һәм урамдар ҙа уның хөрмәтенә аталған. Татарстанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда, Эстонияның Палдиский ҡалаһында Салауат исемен йөрөткән урындар бар.
Салауат образы ул йәштәр өсөн тыуған ергә тоғролоҡ, уға тәрән һөйөү, маҡсатҡа ирешеүҙең, рух ныҡлығының сағыу өлгөһө лә булып тора. Шуға күрә лә батырыбыҙ хаҡында хәтерҙе һаҡлау бөгөнгө өсөн генә кәрәкмәй, был – киләсәк алдындағы изге бурысыбыҙ ҙа.
Бөгөнгө иҫтәлекле дата – батырҙың тыуыуына 267 йыл тулыу уңайынан интернет аша ла, йәнле рәүештә лә төрлө саралар үтә. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”. Ул “Салауат Юлаевтың шәхесе һәм мираҫы” тип аталды.
“Түңәрәк өҫтәл” барышында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге – Ханты-Манси автономиялы округындағы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләрендәге, Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре үҙ яҡтарында Салауат исеме менән бәйле урындар, ваҡиғалар тураһында һөйләне. Ханты-Мансиҙағы Сургут районы Белый Яр ҡасабаһында көн иткән, шәжәрәһе менән батыр тоҡомона тоташҡан ғаилә ағзаһын тыңлау ҡыҙыҡлы булды. Башҡортостандың З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Зиния Билалова “Ташта, китапта һәм фильмда Салауат Юлаев образы” тигән темаға йөкмәткеле видеопрезентация тәҡдим итте.
Республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре лә батыр образына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Ә һөйләшеү аҙағында мишәр, сыуаш, татар телдәрендә яңғыраған Салауат Юлаев шиғырҙары батыр исеменең Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиленә яҡын икәнен тағы бер иҫбатланы. “Түңәрәк өҫтәл” шул рәүешле үҙенсәлекле флешмобҡа әүерелде, тиһәң дә була. Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова әйткәнсә, Салауаттың шиғырҙарын уҡырға теләгәндәр көн аҙағына тиклем видео ебәрә ала, уларҙы интеренет селтәрендә һалып барасаҡтар.