Башҡорт донъяһы
16 Июнь 2021, 18:00

“Һуғыш балалары” танытмаһы Башҡортостандан бер генә кешегә бирелә

Уға – Сәймә Зиннәтоваға – быйыл көҙгөһөн 86 йәш тула. Урындағы хакимиәт вәкиле әйтеүенсә...

Республикабыҙҙа өлкән быуын вәкилдәренә “Һуғыш балалары” статусын биргән танытмаларҙы тапшырыу дауам итә. Асҡын районында ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы көйләнгән.
– Беҙ “Һуғыш балалары” статусын алғандарҙың барыһын да барлап сыҡтыҡ, бөтәһе лә иғтибар үҙәгендә, – ти Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфидә Мөфтәхетдинова. – Башҡортостан беҙҙең биләмәлә генә түгел, район буйынса иң бәләкәй ауылдарҙан иҫәпләнә. Унда 15 өй бар, 36 кеше йәшәй. Халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнә.
Әлфидә Ансар ҡыҙы һөйләүенсә, “Һуғыш балалары” статусына ярашлы танытманы Башҡортостан ауылынан бер генә кеше – Сәймә Зиннәтова ғына ала. Уға быйыл көҙгөһөн 86 йәш тула.
Фото: Әлфидә Мөфтәхетдинова.
Читайте нас