Башҡорт донъяһы
17 Июнь 2021, 06:00

Ҡаршындар йыйын ҡаршылай

...Мәмәк ауылында йәшәүсе Рида Минһажева – Ҡаршын ырыуы ҡыҙы, ул йыйында үҙенең данлыҡлы нәҫеле, тамырҙары, уларға хас үҙенсәлектәр хаҡында әйтеп үтте.

Ҡаршындар йыйын ҡаршылай
Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында башҡорт халҡы ырыуҙары йыйындары дауам итә. Бөгөн сират – Кушнарен ерендә. Бәрәкәтле төбәктә Ҡаршын ырыуы вәкилдәре йыйылды. Сарала абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша.
Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, билдәле тарихсылар, ғалимдар бар.
Йыйын урындағы кәсепселәрҙең, халыҡ оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә менән йәнләндерелгән, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған, шәжәрәләр төҙөгән. Һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың тамырҙары ныҡлы, һәр ғәмәлдә тарихи хәҡиҡәт ярылып ята.
Мәғлүм булыуынса, башҡорттар ҡырҡтан ашыу ырыу-араларға бүленгән булған. Рус дәүләте составына ҡушылғандан һуң улар әле оҙаҡ ваҡыт юридик йәһәттән беркетелгән ер биләмәләре менән үҙ аллы волость булараҡ йәшәгән. Улар рәтендә Ҡаршын ырыуы вәкилдәре лә бар.
Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡаршын ҡәбиләһе Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.
Этнограф Р. Ғ. Кузеев үҙенең тикшереүҙәрендә билдәләүенсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә “ҡәлғә”, “нығытмалы ҡала” мәғәнәһендә ҡулланылған. Урта Азияла ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән күп кенә тораҡ пункттарҙың исемдәрен осратырға була. “Ҡаршын” этнонимын, балыҡсы һәм ирәкте этнонимдарының этимологиялары кеүек, “нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлаусылар” һымаҡ аңлатырға мөмкин.
Йыйын башланыр алдынан урындағы үҙәк китапхана мөдире Миңзәлә Вәлиева менән әңгәмәләштек. Ул Кушнарен мәҙәниәт йорто бинаһында китапхана, музыкаль мәктәп, ЗАГС, тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡанын, төбәктә үткән һәр сараны бергә, күмәк көс менән матур итеп үткәреүҙәрен бәйән итте.
–Техник йәһәттән заман бик алға китһә лә, китаптарға һөйөү кәмемәй, халыҡ бик теләп йөрөй, төрлө йүнәлешле әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Беҙҙең китапханала уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса берләшкән әүҙемдәрҙең “Өмөт” түңәрәге, умартасылар клубы эшләп килә. Унан тыш Кушнарен районында шиғриәтте, әҙәбиәтте һөйгән рухлы халыҡ йәшәй, ошо күркәм төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәргә хөрмәт йөҙөнән, күркәм әҙәби саралар ойоштороп тора, - тине ул.
Мәмәк ауылында йәшәүсе, урындағы мәҙәниәт усағы хеҙмәткәре Рида Минһажева – Ҡаршын ырыуы ҡыҙы, ул йыйында үҙенең данлыҡлы нәҫеле, тамырҙары, уларға хас үҙенсәлектәр хаҡында әйтеп үтте. Рида ханым өләсәһе, ҡаршын ҡыҙы Нәзирә Ибәкованан ҡалған күҙ яуын алырлыҡ, башҡорт милли биҙәкле алъяпҡыстарҙы һаҡлай, улар быуындан быуынға күсә килә.
– Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында уҡ әсәйем яғынан яҡын ғына туған булған Мөхәмәт Арыҫланов (РСФСР ҙың һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры – автор) менән танышып аралашыу бәхете тейҙе. Ана шул ваҡытта уҡ миндә тамырҙарыма ҡарата иҫ киткес көслө ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ошо йылдар эсендә мин шәжәрәмде төҙөнөм, бик күп ҡыҙыҡы мәғлүмәттәр белдем, - ти Рида Әнүәр ҡыҙы.
Ҡаршындар йыйынды лайыҡлы ҡаршылай. Сара тураһындағы тулыраҡ материалды һуңыраҡ уҡырһығыҙ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас