Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбендә “Башҡорт теле: инновацион ҡараш һәм уҡытыу алымдары” тип аталған мәктәпкәсә һәм белем биреү учреждениеларының тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика семинары ойошторолдо.
Семинар ике секцияға бүленеп үткәрелде. “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәтеүҙең һөҙөмтәле алымдары” тигәнендә балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты, ә “Башҡорт теле уҡытыуҙа инновацион алымдар” исемлеһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сығыш яһаны.
“БЕЛемАЛ” проектының исем туйы уҙҙы. Әйткәндәй, Ишембай ҡалаһының 14-се мәктәбе, “БЕЛемАЛ” проектын тормошҡа ашырыу тәңгәлендә, Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙә Башҡортостан Башлығы грантына конкурста еңгәйне.
Башҡорт, рус һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары Ассоциацияһы етәксеһе Рифат Әйүпов һөйләүенсә, баланың теле ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында асыла. Әгәр ҙә балалар баҡсаһында беҙ баланың телен асыу өҫтөндә эшләмәһәк, әгәр ҙә бала мәктәпкә телен белмәйенсә килһә, унда туған телде өйрңнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер кәмейәсәк.