Башҡорт донъяһы
23 Июнь 2021, 12:00

“Был ғилми сессияны уҙғарыу – заман талабы"

Өфөлә башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса ғилми сессияһы уҙҙы.

Өфөлә башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса ғилми сессияһы уҙа.
Ике көн дауамында ошо өлкә белгестәре пленар ултырыштарҙа ла, секцияларға ла бүленеп “Башҡорттар Евразияның төрки халыҡтарын дисциплина-ара тикшеренеү контекстында” темаһына һөйләшеүҙәр алып бара.
Беренсе пленар ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре лә ҡатнашты – Башҡортостан Республикаһының Премьер министр урынбаҫары Азат Бадранов ғилми сессия ҡатнашыусыларын сәләмләне.
Унан тыш сарала тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты директоры Дмитирий Функ, Башҡортостандың Фәндәр академияһының вице-президенты Камил Рамаҙанов һәм башҡалар ҡатнашты.
Рәсми өлөштән һуң ғалимдар доклад менән сығыш яһаны. Башҡорт геральдикаһы тамырҙары: иртә урта быуат төрөк дәүләттәренең аристократик тамғалары, башҡорт диалектарының морфологик үҙенсәлектәре, сиктәрҙе һаҡлауға башҡорт эпосының консолидацияһы аша бағыу, башҡорттарҙы этник карталарға бүлеү, Шәжәрә байрам миҫалында берҙәйлек сәйәсәтенең төбәк стратегиялары, Евразия һәм Европа сиге: этномәҙәни һәм конфессиональ контекст, башҡорт ерҙәре, хәҙерге тикшеренеүҙәр этабында башҡорттарҙың антропологияһы – докладтарҙа ошолар хаҡында һүҙ барҙы.
Ғилми сессияла ҡатнашыусылар сарала алған тәьҫораттары, уның әһәмиәте хаҡында һөйләне.
- 21-се быуатта йәшәйбеҙ. Һуңғы тапҡыр бындай сара 50 йыл элек булды. Ул ваҡыттағы йыйылған хеҙмәттәргә яңыса күҙ һалырға кәрәк. Нияз Мәжитов менән ошондай форум үткәрергә кәрәк тип әллә нисә тапҡыр аралаштыҡ, өлгөрмәне, китеп барҙы.
Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур, бигерәк тә бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш шарттарында. Ҡара уй менән тарих төпкөлөнән һаҡланып килгән сығанаҡтарҙы боҙорға тырышҡан осраҡтар ҙа бар. Шуға күрә, бөгөнгө сессия – заман талабы, - тине ғалим-этнолог Зәкирйән Әминев.
Сараға барыһына ла билдәле полиглот Вячеслав Чернев та килгән. Әңгәмә барышында ул “Милләттең йөҙөк ҡашы тел генә түгел” тигән фекер әйтте. Вячеслав был исемлеккә тағы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы, матди мәҙәни милектәребеҙҙе һәм динде индерә икән. Дин йәһәтенән уның шәхси фекере бар:
- Тап ислам дине башҡортлоҡто һаҡлап ҡалырға ярҙам итәлер тип уйлайым, - ти Вячеслав. Ул шулай уҡ башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ла туҡталды:
- Был йәһәттән эшләнергә тейешле эштәр байтаҡ: тап ошо диалекттың әҙәби тел, рус теле менән бәйләнеше, мөнәсәбәте өйрәнелмәгән.
Максим Пипиляк славян мәҙәниәтен өйрәнә. Ул был ғилми сессияның әһәмиәтле ваҡиға булыуын, башҡорт донъяһындағы тикшеренеүҙәр яңы йүнәлеш алыуын билдәләне.
  • Был глобализация шарттарында бик мөһим күренеш. Славян һәм башҡорт халыҡтары мәҙәниәтенә килгәндә, улар быуаттар буйы бергә йәшәү дәүерендә бер-береһенә береккән тип әйтергә була: ҡатнаш милләтле ғаиләләр, телдәрҙәге ҡайһы бер күренештәрҙең бер-береһенә күсеүе, фольклор, мәҫәлән, - тине ул.
  • Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Рәсих Зәйтүнов боронғо тарихтан алып яңы быуатҡа тиклем тарихты өйрәнә. Ул 1969 йылда үткән ошондай уҡ сессиялағы һорауҙарҙың бөгөн килеп яңы һулыш алыуын, ә шулай ҙа актуаль булып ҡалыуын билдәләне – был хәҙерге көндә тарихтың, фәндең юғары тиҙлектә үҫешкән осоронда айырыуса мөһим.
    • Башҡорт – аҫаба халыҡ. Мәскәү кеүек ҙур ҡалалар, хатта сит ил ғалимдары был фактты хеҙмәттәрендә гел һыҙыҡ өҫтөнә ала килә. Тағы бер ҡыҙыҡлы күренеш – ул башҡорт ырыуҙарының венгр ырыуҙары менән бәйләнеше. Венгрҙарҙағы ҡайһы бер боронғо ырыуҙар исеме башҡорт ырыуҙары исемдәре менән ауаздаш – Юрматы, Еней, Кесе, Кир, һәм башҡалар... – тип ҡыҙыҡлы факттар менән бүлеште ул.
    • Пленар ултырыштан һуң ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп эшләне. Сараның икенсе көнөндә лә секциялар эше дауам итәсәк, уны йомғаҡлау пленар ултырышы тамамлай.
      Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
      Читайте нас