Башҡорт донъяһы
23 Июнь 2021, 16:00

"Республика" блог-туры дауам итә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды "Республика" блог-туры тип аталған үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырырға тотондо.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды "Республика" блог-туры тип аталған үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырырға тотондо. Яңы башланғыстың төп маҡсаты - социаль селтәрҙәрҙә ҙур аудиториялар менән эшләгән блогерҙар, төркөмдәр ярҙамында халыҡты республиканың һоҡланғыс урындары менән таныштырыу.
Ошо нигеҙҙә, беренсенән, төбәгебеҙҙә туризмды үҫтереүгә, хозур тәбиғәт мөйөштәрен киңерәк танытыуға булышлыҡ күрһәтеләсәк. Икенсенән, интернетта башҡорт телендәге контентты арттырыуға өлгәшеләсәк. Әлегә тиклем блог-турҙа ҡатнашыусылар Нуриман, Белорет, Салауат райондарында булып, социаль селтәрҙәрҙә постар, стористар, вайндар эшләгән.
Был юлы ижади төркөм Дәүләкән районына юлланды, асыҡлабыраҡ әйткәндә, йәмле лә, данлы ла Асылыкүл буйында туҡталды. Әйтергә кәрәк, Дәүләкән район хакимиәте проектта ҡатнашыусыларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды һәм үҙенсәлекле, бай программа тәҡдим итте. Журналистар һәм йәш блогерҙар Асылыкүлдең эпос һәм легендалар менән бәйле иҫтәлекле урындары, Шарлама шарлауығы, Әлбәк шишмәһе, Ташлытау һәм Норатау тауҙары, Берҡаҙан һаҙлығы менән танышты.
Беҙҙе эш барышында район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов, мәғлүмәт-аналитка бүлеге начальнигы Виктория Дамир ҡыҙы Шәүәлиева, спорт комитеты рәйесе Артур Марат улы Хәсәнов, "Асылыкүл" тәбиғи паркы хеҙмәткәрҙәре Ильмира һәм Салауат Фазуллиндар оҙатып йөрөнө. Шулай уҡ район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Әхирәттәр" фольклор ансамбле ағзалары бик бай мәғлүмәттәр бирҙе. Беҙ уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Артабан "Республика" блог - туры башҡа төбәктәрҙә дауам итәсәк. Был проект Башҡортостан Башлығының грантына тормошҡа ашырыла.
Автор фотолары.
Читайте нас