Баш ҡалабыҙҙа башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса “Башҡорттар Евразияның төрки халыҡтарын фән-ара тикшереүҙәр контексында” тигән ғилми сессияның икенсе көнө уҙҙы.
Конференцияла абруйлы Рәсәй ғалимдары ҡатнашты. Сара барышында килгән ҡунаҡтарҙан да, үҙебеҙҙең ғалимдарҙан да республика, халҡыбыҙ тарихына бәйле бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы сығыштар ишетергә яҙҙы.
Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин – XVIII быуаттағы тарихи Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарихын тәрән өйрәнгән ғалим. Ул XVIII - XIX быуатта Урал аръяғы башҡорттарының һаны, урынлашҡан ерҙәре һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Хөрмәтле ғалим-тарихсы башҡорттар араһында 18-се быуат аҙағында уҡ ер эшкәртеү киң таралған булған тигән фекерен нигеҙләп, төплө дәлилдәр килтерә.
“18-се быуат аҙағында инде башҡорт ярымкүсмә малсылыҡ менән генә көн итмәгән. Шишмә буйҙарындағы ерҙәрҙе күпләп эшкәрткәндәр, ә тау-урман, далаларҙа ерҙе тырмап сәскәндәр. Шуға ла башҡорт тураһындағы ярымкүсмә тормош алып барған, малсылыҡ менән генә булған тигән фекер – төптө хата, уны кардиналь рәүештә үҙгәртергә кәрәк, – ти профессор. – Халҡыбыҙҙың тарихы бай, ул көслө, тырыш. Шулай булмаһа, заманында беренсе булып автономия ала алмаҫ, икенсе булып суверенитетҡа эйә булмаҫ, өсөнсөнән, Рәсәй дәүләтенең арҡа һөйәге булған төбәктәрҙең береһенә әйләнмәҫ ине”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.