Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республикабыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы башланды.
Унда илебеҙҙең сит өлкәләренән, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар, ғалимдәр, тарихсылар, тел белгестәре ҡатнашыуы йыйынды тағы ла йөкмәткелерәк, күркәмерәк итә.
Көн тәртибе бик бай, тәүге өлөшөндә “Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүҙә заманса йүнәлештәр” тип аталған лекторийҙа тәүге һүҙҙе тарих фәндәре кандидаты, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни үҙәк етәксеһе Юлдаш Йосопов алды.
Мәскәү ҡунаҡтары тарих фәндәре докторы Игорь Кызласов, филология фәндәре докторы Юлия Норманскаяның сығыштары фәһемле булды.
Оҙаҡ йылдар дауамында ғүмерҙәрен тыуған яҡтарын, халҡының үткәнен, тормошон, шәжәрәләрен ентекләп өйрәнеүгә биргән илһөйәрҙәргә гөлләмәләр, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ә өс яҡташыбыҙ Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының иң юғары наградаһы – “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.
Беҙ уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яратып башҡарған хеҙмәттәренең шулай юғары баһаланыуы менән ғорурланабыҙ!
Төштән һуң бик ҡыҙыҡлы темаларға секция ултырыштары башлана. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтендә генеологик тикшеренеүҙәр, республикабыҙҙа археология ҡомартҡыларын һаҡлау һәм популярлаштырыу, тыуған яҡты өйрәнеүҙә музейҙар һәм китапханалар роле тураһында фекер алышасаҡ, тәҡдимдәрен индерәсәк форумда ҡатнашыусылар.
Башҡортостанда иғлан ителгән Тарих йылында үткәрелгән әһәмиәтле йыйын хаҡында артабан да һөйләйәсәкбеҙ, гәзит биттәрендә яҡтыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.