Башҡорт донъяһы
1 Июль 2021, 09:00

Баймаҡта ағинәйҙәр йыйыны үтте

Унда Иҫке Сибай ағинәйҙәре “Ҡиәмәтлек туған итеп алыу” йолаһын күрһәткән, боронғо милли аяҡ кейеме - сарыҡ, ат өсөн япма – сергетыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауыл биләмәһендә район ағинәйҙәренең йыйыны үтте. Ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев һәм Илүзә Йосопова етәкләгән ағинәйҙәр ойошмаһы, Сибай кантон вариҫтары Сибай кантон бюсы эргәһендә ҡаршы алды, тип хәбәр итте Баймаҡ районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы.
Йыйын ауыл янындағы Ҡарағөбәк шишмәһе буйында үткән. Райондың ауылдарында эшләп килгән “Ағинәй” йәмәғәт ойошмалары рәйестәре тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан, Иҫке Сибай ағинәйҙәре “Ҡиәмәтлек туған итеп алыу” йолаһын күрһәткән.
Йыйынды үткәреүгә, музыкаль яҡтан биҙәүгә ауыл биләмәһенең ветерандар советы, “Яҙгөл” фольклор ансамбле, китапхана, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҙур өлөш индергән. Сара барышында район башҡорттары ҡоролтайы үткәргән “Сәләмәт ауыл-2021” конкурсына ярашлы Иҫке Сибай ауылы халҡы алып барған эштәр тураһында фекер алышыу ойошторолған. Боронғо милли аяҡ кейеме булған сарыҡ, ат өсөн япма – сергетыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/aginai_baimak
Читайте нас