Башҡорт донъяһы
6 Июль 2021, 16:15

Генерал Шайморатов - Рәсәй бренды

Ил блогерҙары, “Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ” проектында ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов генерал һәйкәлен барып күрҙе.

Бөгөн Рәсәй блогерҙары, “Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ” проектында ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов генерал һәйкәлен барып күрҙе. Улар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре осрашты.
"Йәнле мираҫ" Рәсәй йәмәғәт интерактив платформаһы версияһы буйынса, генерал Шайморатов — Башҡортостан брендтарының береһе, уның исеме мәҙәни һәм туристик брендтар реестрына индерелгән. Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтере — мәңгелек.
“Миңлеғәле Шайморатов — Башҡортостан ғына түгел, бөтә ил бренды. Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрен Рәсәйҙә беләләр һәм хәтерләйҙәр. Бөгөн Липецк өлкәһенән, “Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” фестиваленән беҙҙең делегация әйләнеп ҡайтты. Башҡортостан тарихсылары дивизияның 190 яугире ерләнгән урынды тапҡан эҙәрмәндәр менән осрашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Шайморатов” халыҡ акцияһына ярашлы баҫылған дивизия яугирҙәре тураһында белешмәнең яңыртылған версияһына уларҙың исемдәрен индерәсәк”, — тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм ҡоролтайҙың тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттары тураһында һөйләне.
Уның билдәләүенсә, популяр тарихи шәхестәрҙең яҙмышы туристик маршруттар булдырыуға нигеҙ булып тора һәм эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә ала. Мәҫәлән, республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында айырым тур эшләргә мөмкин.
“Туристарға ҡыҙыҡлы урындарҙы популярлаштырыу, туристик маршруттарҙы рекламалау, әҙер инфраструктура объекттарына халыҡ килеүен тәьмин итеү —төп маҡсаттар, — тип иҫәпләй Эльвира Айытҡолова. — Һәм бында күп кенә төбәктәр социаль медиаларға, сәйәхәтсе-блогерҙарға таяна. Блог — реклама өсөн бик уңайлы мөхит. Уларҙың контенты, ҡағиҙә булараҡ, аңлайышлы, ҡыҙыҡлы һәм киң тарала”.


Шул уҡ ваҡытта эске туризмды үҫтергәндә тәбиғәтте һаҡлау, туристарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итеү тәү сираттағы бурыстар булып ҡалырға тейеш, тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Белешмә. “Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ" проекты блогерлыҡ берләшмәләре аша эске туризмды үҫтереүгә, Рәсәй төбәктәренең тәбиғәтен, тарихи һәм мәҙәни объекттарын, иҫтәлекле урындарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда блогерҙар Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Стәрлетамаҡ шихандарына, Белорет, Салауат райондарына, умарталыҡтарға, музейҙарға һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас