Башҡорт донъяһы
16 Июль 2021, 06:14

Танып ырыуының моңға бай ҡыҙы

Балтастар хаҡлы ғорурлана

– Ырыуыбыҙ гимнын илһамланып, тыуған Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙҙың данлыҡлы тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ижад иттем, – ти һәүәҫкәр композитор.

“Остаздарым көслө ине” 

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә ырыу йыйындары уҙғарыла. Күптән түгел Балтас ерендә Танып ырыуы башҡорттары ла ҡор йыйҙы, улар ырыу гимнын ҡабул итте.  Йырҙың һүҙҙәрен билдәле шағирә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнара Шәймөхәмәтова яҙған, ә көйөн һәүәҫкәр композитор  Рая Хамаева ижад иткән. Илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙы йөрәктәргә үтеп инерлек моңло итеп композитор үҙе етәкләгән хор башҡарған. Ырыу гимнын зал ғорурланып, баҫып тыңлаған һәм көслө алҡыштарға күмгән.

Гимндың көйөн ижад итеүсе талантлы яҡташы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана балтастар. Танып ырыуының моңло ҡыҙы Мишәр ауылында ижадҡа бай ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы  өҙҙөрөп гармунда уйнарға яратҡан, әсәһе лә йыр-моңға маһир булған.  

– Моңло бала булып үҫтем. Өс-дүрт йәштәрҙә мине ултырғысҡа баҫтырып йырлата торғайнылар. Шул ваҡытта үҙемде ҙур сәхнәлә сығыш яһаған артист кеүек күҙ алдына килтерә инем. Атайым Мәснәүи Хәмәтдин улы – ғүмере буйы төҙөүсе, әсәйем Жәүирә Хәбибрахман ҡыҙы һауынсы булып эшләне, бик егәрле, бөтмөр булдылар. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, мул баҡса үҫтергәс, етеш йәшәнек. Мине лә, ҡустымды ла бала саҡтан эшкә өйрәтергә тырыштылар. Атайым  бил бирмәҫ батыр булды. Һабантуйҙарҙа көрәшеп, гел еңеүсе була торғайны. Бер йылда уға һабантуйҙа  хромка бүләк иттеләр. Мин ул ваҡытта     7-8 йәшлек бала инем. Тырышып-тырмашып шул гармунда уйнарға өйрәндем. Ауыл, мәктәп сәхнәләрендә сығыш яһай башланым. 

Тыуған ауылымда башланғыс класты тамамлағас, артабанғы уҡыуымды район үҙәгендә дауам иттем. Шул  йылдарҙа Балтаста музыка мәктәбе асылды, иң беренселәрҙән булып баян класына яҙылдым. Уҡытыусым Джемма Вилданованы гел яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алам – бөгөнгө уңыштарымда уның өлөшө һанап бөткөһөҙ ҙур. Талантлы остазыбыҙ баянсылар ансамбле лә ойошторҙо, унда минән башҡа ҡыҙҙар булмай торғайны. Ансамбль менән төрлө сараларҙа күп сығыш яһаныҡ.  Ә ҙур кластарҙа уҡығанда, район конкурсында үҙем гармунда уйнап, йырлап беренсе урынды яуланым, – тип  хәтерләй бала сағын Рая Мәснәүи ҡыҙы. 

Бындай уңыштар, әлбиттә, ҡыҙҙы ҡанатландыра. Киләсәк тормошон да ул фәҡәт сәхнә менән бәйләргә ҡарар итә. 1978 йылда Балтас урта мәктәбен тамамлағас, хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Рая Өфөгә юллана. Сәнғәт училищеһының хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Унда белем алған йылдарын йәшлегенең иң күркәм мәле тип иҫләй әңгәмәсем.

– Остаздарым бик көслө, талапсан,  үҙ һөнәрҙәренең оҫталары ине, шуға күрә уларҙың һәр дәресен көтөп алып, тырышып  уҡыным мин, – тип хәтирәләргә бирелә Рая Хамаева.

Күңелдә тыуған моңдар 

1982 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡыҙ тыуған ауылына ҡайта. Өмөтлө йәш белгесте музыка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Һигеҙ йыл ошо вазифала эшләү дәүерендә Рая Мәснәүи ҡыҙы үҙен талапсан, эшлекле, яңылыҡҡа ынтылыусан етәксе итеп таныта. Уның тырышлығы менән учреждение сәнғәт мәктәбе статусына эйә була, хореография, тынлы музыка ҡорал­дары, һынлы сәнғәт бүлектәре барлыҡҡа килә, биш ауылда учреждениеның филиалдары асыла. 

Сер түгел, етәксе кешегә шәхси тормошон икенсе планға ҡуйып, үҙен тулыһынса эшкә бағышларға, хужалыҡ, финанс, башҡа мәшәҡәт­тәр менән алһыҙ-ялһыҙ булышырға тура килә. Шуға күрә, ғаилә ҡороп, әсәй бәхетен татығас, Рая Мәснәүи ҡыҙы уҡытыу эшенә күсә. Бында ла ул бар күңелен, йөрәк йылыһын һалып, тырышып эшләй. Әллә нисә быуын балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, музыка серҙәренә өйрәтә. Уның уҡыусылары араһында тормоштарын сәнғәт менән бәйләүселәр ҙә бар.

– Әлбиттә, бөтә балалар ҙа артист, музыкант булып китә алмай. Әммә музыканы һөйөү, матур­лыҡты тоя белеү һәр кемдең тормошон биҙәй. Минеңсә, йыр-моңдо яратҡан кешенең күңелендә бо­ҙоҡлоҡҡа урын да ҡалмай, сөнки музыка бер кешене лә насарлыҡҡа әйҙәмәй. Ә сәхнәлә үҙ һәләтеңде күрһәтеү тамашасы алдында һынау тотоу, имтихан биреү менән бер,  ҙур аудитория алдында сығыш яһап өйрәнгән бала ҙурайғас бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ, – ти тәжрибәле педагог.

Рая Хамаева Балтаста үҙеш­мәкәр хор сәнғәтен үҫтереүгә лә күп көс һалған – райондың ололар һәм балалар хор коллективтары менән етәкселек итә. Ул туплаған коллективтар иң көслөләрҙән һанала, район ғына түгел, республика сәхнәләрен дә  шаулата.

Тап хор ойошторған йылдарҙа ул йырҙар яҙа башлай.

– Балалар хоры менән “Яҙғы тамсылар” тип исемләнгән мәртәбәле конкурста ҡатнашырға булдыҡ, әммә темаға ярашлы йыр таба алмай аҙапландыҡ. Шул ваҡытта ҡулыма шағирә Гөлшат Ихсанованың шиғыры килеп эләкте. Күп тә үтмәй, күңелдә моң тыуҙы. “Уйнайыҡ әле тамсыларҙай”  йыры әле лә беҙҙең репертуарҙа бар, тамашасыларға бик оҡшай. Шунан Балтас мәктәбе тураһында йыр ижад итеүемде һоранылар, ул да яҡшы ғына килеп сыҡты. Уңыштарым тағы ла ҡанатлан­дырып ебәрҙе. Гөлнара Шәймө­хәмәтова, Хатип Сираев, Флидә Ғәлиәскәрова, Әхнәф Мазһаров һүҙҙәренә байтаҡ йырҙар ижад иттем, – ти һәүәҫкәр композитор.

Бәхет сере

Рая Мәснәүи ҡыҙының күп йырҙары  илһөйәрлек, патриотизм тойғолары менән һуғарылған.  Уның тыуған еренә, ауылына, яҡташтарына ҡарата ҡайнар  хистәре күкрәгенә һыймағанда, иҫ киткес матур, тетрәндергес моң булып түгелә.

– Ырыуыбыҙ гимнын да илһамланып, тыуған Башҡорт­останыбыҙ, халҡыбыҙҙың данлыҡ­лы тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ижад иттем. Беҙҙең телебеҙ ҙә, моңобоҙ ҙа үлемһеҙ, иҫ киткес бай. Ғалимдар төньяҡ-көнбайыш һөйләшенең әҙәби башҡорт теленә ныҡ яҡын булыуын, хатта лексик составында күбеһенсә саф башҡорт һүҙҙәре булыуын билдәләй. Балаларға ла башҡорт телендә йырлау бик оҡшай. Дәрестәремдә уларҙы хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтәм, дикция, артикуляция өҫтөндә эшләргә тырышам, – ти Рая Мәснәүи ҡыҙы. 

Тәжрибәле педагогтың уҡыу­сылары, төрлө конкурс-фести­валдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ул етәкләгән ололар хор коллективы – “халыҡ”, ә балалар  хоры “өлгөлө” исемдәрен йөрөтә,  төрлө кимәлдәге почет грамоталарына, юғары дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ.

Рая Хамаеваның фиҙакәр хеҙмәте республика Хөкүмәте тарафынан да юғары баһаланған – 2017 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Яҙмыш һынауҙарын да күп кисерергә тура килә Рая Мәснәүи ҡыҙына. Йәшләй генә ире фа­жиғәле һәләк булған, әммә ул бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, эшендә лә абруй ҡаҙана, балаларын да лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләй, юғары белем алырға ярҙам итә.

Бөгөн ул – бәхетле әсәй, өләсәй.  Улы менән ҡыҙы әсәләре өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер. Рөстәм үҙ эшен асып,  уңышлы эшмәкәрлек итә. Өфөлә төплән­гәндәр, ғаиләһендә Ибраһим исемле ул үҫә.  Олатаһына оҡшап, Рөстәм бала сағынан көрәш менән шөғөлләнә, бөгөн ул – самбо буйынса спорт мастеры, Башҡорт­остандың йыйылма командаһы ағзаһы. Айһылыу медицина университетының һуңғы курсында уҡый. 

Балалары аҙна һайын тиерлек әсәләре янына ҡайта. Бушамай китһәләр, Рая Мәснәүи ҡыҙы “тимер атын” йүгәнләп, Өфөгә үҙе барып килә. Заман менән бергә атлаған ханым “хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән девизды алға ҡуйып йәшәй: ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә, ҡул эштәре менән булыша, китап уҡый, сит телдәрҙе өйрәнә, балалары менән бергәләп сәйәхәт итергә лә ярата.

Башҡарған эшеңдән ләззәт табыу, ижадыңдың кешеләргә илһам, дәрт өҫтәүен күреү, хеҙмәттәш­тәреңдең ихтирамын, яҡын­дарыңдың һөйөүен тойоу – ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән әҙәм балаһы өсөн был донъяла? 

Танып ырыуы гимны 

(Г. Шәймөхәмәтова һүҙҙәре, Р. Хамаева көйө)

Йүгерек Танып буйҙарында

Көн иткән ата-бабам.

Был тупраҡта – шатлыҡтарым,

Шул ерҙә – әрнеү-ярам.

Ҡушымта:Ырыуым – Танып, ҡошом – бөркөт,

Ораныбыҙ – Салауат!

Таныптар тыуған ерендә

Йәшәйҙәр тиҫтә быуат!

Мең йыл тарих төпкөлөндә

Шәжәрәмдең юл башы.

Ҡанын ҡойған, тирен түккәнБатыр Танып башҡорто!

Ҡушымта.

Килер быуынға өндәшәм:

Ырыу данын һаҡлайыҡ!

Берҙәм булып, көслө булып,Киләсәккә атлайыҡ!

Ҡушымта.

- Римма Солтанова.

Читайте нас