Башҡорт донъяһы
23 Июль 2021, 17:20

Башҡорт йәмәғәтселәренең һәр башланғысы хуплана

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге рәсми делегация - Силәбе өлкәһендә.

Башҡорт йәмәғәтселәренең һәр башланғысы хупланаБашҡорт йәмәғәтселәренең һәр башланғысы хуплана
Башҡорт йәмәғәтселәренең һәр башланғысы хуплана

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге рәсми делегацияның Силәбе өлкәһенә сәфәре урындағы хакимиәттә осрашыуҙан башланды.

Силәбе өлкәһе вице-губернаторы Анатолий Векшин ҡатнашлығында төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшө Златоуст, Һатҡы, Магнитогорск ҡалалары менән тығыҙ бәйләнештә булыуы билдәләнде - быны дөрөҫ файҙаланыу Көньяҡ Урал төбәктәре үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Эшлекле осрашыуҙа Силәбе өлкәһенең иҡтисади үҫеш министры Наталья Лугачева ла ҡатнашты.

Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға төбәктәрҙең тарихи-мәҙәни бәйләнештәре лә ҙур йоғонто яһай. Рәсми делегация вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1812-1814 йылғы яуҙарҙа ҡатнашҡандарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Көндөң икенсе яртыһында Силәбе башҡорттарының йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу уҙғарылды.

Күрше өлкәлә башҡорт йәмәғәт ойошмалары байтаҡ, шуларҙың иң ҙуры - Морис Йосопов етәкселек иткән Силәбе башҡорттары ҡоролтайы. Осрашыуҙа милли мәҙәниәтте һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәргә Башҡортостан Республикаһының һәм  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Силәбе өлкәһе власы башҡорт йәмәғәтселәренең һәр башланғысын хуплап тора. Милли мәҙәниәттәр үҫешенә булышлыҡ итеү программалары менән берлектә, икенсе йыл инде проекттар урындағы губернатор гранттары иҫәбенә лә финанслана. Урал Килсенбаев өлкә етәкселегенә бындай ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика тарафынан хупланасаҡ перспективалы йүнәлештәрҙе билдәләне: туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәр, үҫмерҙәр менән эш.

"Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһында был йүнәлештәр иң мөһимдәре булып тора. Туған телде үҫтереү, йәш быуынды тәрбиәләү – милләтебеҙ һәм илебеҙ киләсәгенең төп нигеҙе", - тип билдәләне Урал Таһир улы. Шулай уҡ ул Силәбе йәштәренең әүҙемлеген билдәләне.

Силәбе башҡорттары үҙ сиратында башҡорт әүҙемселәре тарафынан инде бер нисә йыл дауамында ойошторолған “Балалар һабантуйы”н федераль кимәлгә сығарырға тәҡдим итте.

Осрашыуҙа күрше өлкәләге башҡорт йәмәғәтселеген борсоған башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Фото: Ғәзиз Йосопов.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас