Башҡорт донъяһы
30 Июль 2021, 06:15

Юрматы ырыуы йыйыны Стәрлебашта үтәсәк

"Һәйкәлдә бөйөк яҡташыбыҙ Мөхәмәтшакир Туҡаев ҡулына китап тотоп, алға табан барған кеүек һынландырылған - бөгөн дә замандаштарыбыҙҙы белемгә әйҙәй".

Юрматы ырыуы йыйыны Стәрлебашта үтәсәкЮрматы ырыуы йыйыны Стәрлебашта үтәсәк
Юрматы ырыуы йыйыны Стәрлебашта үтәсәк

Стәрлебаш районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы үтте.

Районда Юрматы ырыуы йыйынын ойоштороу планлаштырыла. Тап ошондай тәҡдим менән урындағы хакимиәткә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәкселеге сыҡты. Әлеге ултырышта тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар планы ла ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре билдәләүенсә, Стәрлебаш районында башҡорт телен уҡытыу юғары кимәлдә алып барыла. Урындағы ҡоролтай ҡарамағындағы ата-әсәләр комитеты эше лә һөҙөмтәле. Ултырышта Рәсәй Фәндәр академияһының Lingvodoc (Лингводок) проектына айырым иғтибар бүленде. Уның маҡсаты телдәрҙе һәм диалекттарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән.

Стәрлебаш районы хакимиәте мәғариф идаралығы методисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының урындағы бүлексәһе ағзаһы Миләүшә Ғәлиева белдереүенсә, районда башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, милләтебеҙҙең тарихын өйрәнеүгә иғтибар ҙур. Мәктәп уҡыусылары төрлө республика конкурсттарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай.

"Бөгөнгө ултырышта ҡоролтай етәкселеге Юрматы ырыуы йыйынын Стәрлебашта уҙғарыу тәҡдиме менән сыҡты, - тине ул, сара йомғаҡтары хаҡында бәйән итеп. - Был осраҡлы түгел, сөнки Тәтегәс бей тамырҙары ла тап беҙҙең яҡтан. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең район – бай тарихлы төбәк. Ултырышта Стәрлебаш мәҙрәсәһенә нигеҙ һалғандарҙың хәҙерге башҡорт мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө айырым билдәләнде. Шундай шәхестәрҙең береһе - Мөхәмәтшакир Туҡаев. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең биографияһын тарихсы Әхәт Сәлихов төплө өйрәнеп, архив документтарына нигеҙләнгән белешмә нәшер иткән. Тап бөгөн район үҙәгендә шәхестең исеме мәңгелләштерелде: район китапханаһы алдында Мөхәмәтшакир Туҡаевҡа һәйкәл асылды".

Әхәт СӘЛИХОВ, тарих фәндәре кандидаты:

- Мөхәмәтшакир Туҡаев - бик данлыҡлы яҡташыбыҙ. Ул революцияға тиклем 1907 - 1912 йылдарҙа ике саҡырылышта Дәүләт Думаһы депутат итеп һайлана. Башҡортостандың, ул ваҡытта Өфө губернаһының депутаты була, Мосолмандар фракцияһында тора. Әйткәндәй, ул Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡып сыҡҡан, мәғрифәтселек эше алып барған, тыуған яғы тарихы менән дә ҡыҙыҡһынған. Шәхесебеҙҙең исемен мәңгелләштереү бик мөһим.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе:

- Стәрлебаш 18-се быуаттан бирле ҙур мәғрифәт һәм фән үҙәге булған. Шуға Мөхәмәтшакир Туҡаевҡа һәйкәл асылыуы - ҙур ваҡиға. Ул - Стәрлебаш мәҙрәсәһен ойоштороусыларҙың береһе, депутат. Урындағы халыҡтың ер, дин буйынса хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. Һәйкәлдә ул ҡулына китап тотоп, алға табан барған кеүек һынландырылған - бөгөн дә замандаштарыбыҙҙы белемгә, уҡыуға әйҙәй.

Белешмә:

Билдәле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтшакир Туҡаев 1862 йылдың 14 ғинуарында Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡалҡаш олоҫоноң Стәрлебаш ауылында донъяға килә.

Дәүләт Думаһының буласаҡ депутаты тыуған ауылында мәҙрәсә, аҙаҡ Ырымбурҙа уҡытыусылар мәктәбен тамамлай.

Мөхәмәтшакир Туҡаев әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып таныла: 1887 - 1890 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙ йыйылышы ағзаһы, 1898 - 1901 йылдарҙа Өфө губернаһы статистика комитеты ағзаһы вазифаһын башҡара.

Ул Өфө губернаһы тарафынан 1907 - 1912 йылдарҙа икенсе һәм өсөнсө саҡырылышта Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана.

1905 йылда Мөхәмәтшакир Туҡаев Рәсәй мосолмандары союзына ҡабул ителә, ике тапҡыр Санкт-Петербургта үткән Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша.

Тыуған ауылы тарихы менән ҡыҙыҡһына, “Тарихи Стәрлебаш” исемле китап сығара.

1932 йылда Ырымбурҙа вафат була.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас