Башҡорт донъяһы
6 Август 2021, 14:30

Имәндәштәр бал байрамына әҙерләнә

Башҡорт балы республикабыҙҙың төп бренды булып ҡала.

Имәндәштәр бал байрамына әҙерләнәИмәндәштәр бал байрамына әҙерләнә
Имәндәштәр бал байрамына әҙерләнә

Башҡорт балы республикабыҙҙың төп бренды булып ҡала. Шуға ла был шөғөлдө артабан таратыу, үҫтереү республика өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. "Апимондия" халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар итеүҙәре лә ғәҙел күренеш.

 

Ғафури районының элек-электән баллы төбәк булыуы тураһында даны киң таралған. Райондағы йүкә урмандары сифатлы бал йыйыуға булышлыҡ итә. Әле ғафуриҙар умартасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә.

 

19 августа Ғафури районының Имәндәш ауылында республика "Бал байрамы" үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойоштора. Тәүге тапҡыр бындай байрам ун йыл элек Сәйетбаба ауылында уҙғарылған. 

 

"Башҡортостан — классик умартасылыҡ иле, солоҡсолоҡ унда бик борондан таралған", — тип яҙған билдәле этнограф С. И. Руденко.

Археологик мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда солоҡ умартасылығы иртә тимер быуат дәүерендә барлыҡҡа килгән. Ҡара-абыҙ мәҙәниәте ҡәберлектәренең береһендә (беҙҙең эраға тиклем III-II быуаттар) балсыҡ көршәк эсендә табылған бал, Бахмут ҡәберлегендә (VI–VII быуаттар) табылған солоҡсолоҡ кәрәк-яраҡтары был фаразды ныҡлы дәлилләй.

Волга-Урал йылғалары араһында йәшәгән башҡорттар тураһында тәүге тапҡыр 922 йылда "Әхмәт ибн Фадландың 921-922 йылдарҙа Волгаға сәйәхәте тураһында китабы" хеҙмәтендә телгә алына. Китапта башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һүрәтләнгән һәм, шул иҫәптән, солоҡсолоҡ шөғөлө хаҡында ла әйтелгән: "Уларҙың урмандарында күпләп бал ҡорттары йәшәй, улар был хаҡта белә һәм барып балдарын йыйып ала".

 

Автор фотоһы.


#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #башҡорттар #башкиры#БашкирскийМёд #БашҡортБалы #БалБайрамы

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас