Башҡорт донъяһы
6 Август 2021, 13:30

Иртәгә Шишмә районында күренекле шәхескә һәйкәл асыласаҡ

Тарихи сығанаҡтар буйынса, Ҡәнзәфәр бей мең ырыуы башлыҡтары Томан, Урман, Ҫыблыҡ менән бергә мең башҡорттарының Урыҫ дәүләте составына инеү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр алып барған.

Иртәгә Шишмә районында күренекле шәхескә һәйкәл асыласаҡИртәгә Шишмә районында күренекле шәхескә һәйкәл асыласаҡ
Иртәгә Шишмә районында күренекле шәхескә һәйкәл асыласаҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә, 7 августа, Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы зыяратында күренекле тарихи шәхес, Мең ырыуының башлығы һәм билдәле дәүләт эшмәкәре Ҡәнзәфәр бейҙе иҫкә алыу һәм иҫтәлекле таш-һәйкәл асыу сараһы үткәрелә. Мәртәбәле тарихи сараны Мең ырыуҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Шишмә районы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.


Сара 11 сәғәттә башлана, уның барышында Ҡәнзәфәр бейгә һәм изгеләр рухына доғалар ҡылынып Ҡөръән уҡыла, ҡорбан ашы ойошторола. Осрашыуға мең ырыуы вәкилдәре һәм халҡының үткәне, үҙ ғаиләһенең тамырҙары, шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ милләттәштәр саҡырыла. Ҡатнашыусыларға битлек режимын һаҡлау мотлаҡ икәнен дә оноторға ярамай.


 Мең — иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Улар үҙҙәре генә туғыҙ ҡәүемгә бүленә: Илкүл-Мең, Ҡырҡөйлө-Мең, Күлиле-Мең, Ҫыбы-Мең, Өршәк-Мең, Меркет-Мең, Илкәй-мең, Ҡыбау-Мең һәм Ҫарылы-Мең.


Меңдәр йәшәгән биләмәләр хәҙер Башҡортостандың Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә, Әлшәй райондарына инә. Бынан тыш меңдәр күрше Татарстандың Минзәлә, Сарман, Туҡай райондарында йәшәй. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы ерҙәре лә мең башҡорттары төйәге.


Мең башҡорттары 16-сы быуаттың уртаһында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы барышында әүҙем ҡатнаша. Был дәүерҙә меңдәрҙе арҙаҡлы Ҡәнзәфәр бей етәкләй. Ул меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, Ҡәнзәфәр бей мең ырыуы башлыҡтары Томан, Урман, Ҫыблыҡ менән бергә мең башҡорттарының Урыҫ дәүләте составына инеү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң мең башҡорттары батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған жалованный грамота ала. Ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһе бирелә. Урыҫ дәүләтенә ингәс, Мең ырыуы ерҙәре Нуғай даруғаһының Мең улысын тәшкил итә. 

 

Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.



#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ШишмәРайоны#ЧишминскийРайон #ҠәнзәфәрБей #МеңЫрыуҙары #Мин#ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас