

Үҙ һөнәрен мөкиббән бирелеп башҡарған кешеләргә һоҡланмай сара юҡ. Уйлап ҡараһаң, көн дә бер үк эштән, бер төрлөлөктән ялҡып та китергә мөмкин бит. Тик күңелеңдә эшеңдең кәрәклегенә ышаныс, тирә-яҡтағыларҙың тормошона йәм өҫтәй алғанға ҡыуаныс хисе бар икән, йылдар буйы атҡарып килгән шөғөлөң ҡәнәғәтлек килтерә, шуныһы хаҡ. Бына Туймазы районының Кәкребаш ауылында ғүмер иткән Зүләлә Рәйес ҡыҙы Төхвәтуллина ла күңелендә ошондай инаныс йөрөткән, көндәлек эшенең, – ул мәшәҡәтле, көстө ныҡ сарыф итә торғандарҙан икәненә ҡарамаҫтан, – яңы биҙәктәрен табып, артабан да дәртләнә-дәртләнә алға барған заттарҙан. Күптәр хәтерләйҙер: геройыбыҙ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә беҙҙең гәзит төркөмөндә барған “Һөнәргә тоғролоҡ” конкурсында беренсе урынды яулағайны. Конкурс мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында барҙы.
Китапханасынан – клуб етәксеһенә
Зүләлә Рәйес ҡыҙы – Кәкребаш ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе. Был вазифаны 1995 йылдан бирле яратып алып бара. Ошо һан үҙе генә лә – геройыбыҙҙың һөнәренә тоғролоғо тураһында бөтәһенән асығыраҡ һөйләп торған билдә.
1967 йылда Илеш районының Иҫке Дөмәй ауылында донъяға килгән Зүләлә апай. Флүрә Ғәзетдин ҡыҙы менән Рәйес Хөснулла улы Хәмиҙуллиндарҙың дүртенсе булып донъяға ауаз һалған һөйөклө балалары. Ошонда үҫеп буй еткергән. Уҡыуға һәләтле генә булмай ҡыҙ, талантты ла Күктәр уға йәлләмәй бирә. Бейеүсе лә, спортсы ла, яҡшы уҡыусы ла, комсомолка ла – ғөмүмән, бар яҡлап килгән тырыш ҡыҙ – ошондай һүҙҙәр Зүләлә исемле һылыуға тап килеп тора ла инде. Спортсы булараҡ та, ул туған мәктәбе иҫәбенә әҙ уңыштар килтермәй – район, республика кимәлендәге ярыштарҙа чемпион була.
Француз теле уҡытыусыһы Римма Фарсый ҡыҙы һәләтле уҡыусыһын – француз теле уҡытыусыһы тип, ә физкультура дәресен алып барған Шайморат Сәйфулла улы, әлбиттә, физрук итеп күрергә өмөтләнә. Әммә тыуған ауылы мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған Зүләлә, ул саҡтағы Өфө китапхана техникумына уҡырға инеп, “китапхана эше” һөнәренә эйә булып сыға. Бында инде ҡыҙ әсәһенең һүҙен тота: балаһының төндә лә китаптан айырыла алмағанын күргән әсә уға тап ошо уҡыу йортон һайларға кәңәш итә.
– Китапхана техникумында уҡып сығыуымдың кәрәге теймәне, тип әйтә алмайым, – ти хәҙер Зүләлә апай. – Клуб эшендә бик күп өлгөлө саралар үткәрәбеҙ, уларға, башҡа байрамдарға ла сценарийҙарҙы үҙем яҙам. Улар барыһы ла халыҡ тарафынан да, етәкселек яғынан да йылы ҡабул ителә, шөкөр.
Яҙмыш елдәре Исмаил ауылы егете Илмир менән таныштырып, икеһен бергә Кәкребаш ауылы, бер ғаилә менән бәйләгәс, күпмелер ваҡыттан ошонда мәҙәниәт йортон етәкләп алып китә Зүләлә Рәйес ҡыҙы. Үҙе ҡыҙыҡлы ла, үҙе тынғыһыҙ ҙа тормош башлана. Бәләкәйҙән сәнғәттең ни икәнен белгән, күңеле менән, бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән ошо донъяға тартылған йәш ҡатын башкөллө мәҙәниәт усағы эшенә сума.
– Мин 10 йыл буйы тыуған ауылым Иҫке Дөмәй мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбленә йөрөнөм. Сәхнә тормошон шунда яҡын иткәнмендер. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муфаза Закирова апайҙың да йоғонтоһо булғандыр. Ул күп халыҡ йолаларын, байрамдарын сәхнәләштерҙе, еренә еткереп, халыҡ күңеленә үтерлек итеп эшләр ине. Уңған ине, ундайҙар тураһында, “кеше берҙе баҫҡансы унды баҫа”, тиҙәр. Уның етәкселегендә күп тапҡыр лауреат булдыҡ, – тип хәтерләй Зүләлә Рәйес ҡыҙы.
Ҡатмарлыҡтар уны сыныҡтыра
Эш башлап торған тәүге йылында әҙ ҡаршылыҡтар осрамай уға. Ниндәйҙер иркенлеккә өйрәнеп киткән ҡайһы берәүҙәргә клубтың яңы хужабикәһенең аныҡ тәртип, бөхтәлек талап иткәне оҡшап етмәй, шуға күрә эшенә аяҡ салырға тырышыу, ниндәйҙер башҡа ваҡ мәшәҡәттәр тыуҙырыу бер ни тормай. Йәш кенә булһа ла, холҡонда ҡатҡыллыҡ, кәрәк саҡта ҡәтғилек тә булған йәш ханым бирешергә уйламай. Алдына алған маҡсатына, эште яйлы итеп ҡороуға табан ынтылыуын белә. Кире күренештәрҙе үҙ тырышлығы, хатта үҙһүҙлелеге менән еңә бара.
Ошо ныҡышмалылығы тора-бара емештәрен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Яңы мөдир халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана, фекерҙәштәре лә арта бара. Бөхтә, һәр ерҙә тәртип урынлаштырылған, йылы мөхитле мәҙәниәт йортона халыҡ теләп килә. “Бында хас та өйҙәге кеүек уңайлы”, – тип рәхмәттәрен дә белдерә.
Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто Исмаил, Арҙат, Туҡмаҡ-Ҡаран, Аблай, Бәтке һәм Балағаскүл ауылдары халҡы өсөн мәҙәниәт үҙәге булып тора. Клубта 11 түңәрәк эшләп килә, уларҙың туғыҙына балалар һәм үҫмерҙәр йөрөй. 2005 йылда ойошторолған “Юлдаш” бейеү ансамблендә төрлө йәштәге 30 бала шөғөлләнә, улар өс төркөмгә бүленгән. Былтыр районда үткән “Туймазы таланттары” конкурсында ансамбль иң яҡшылар исемлегенә ингән.
Бынан тыш, Кәкребаш мәҙәниәт усағында “Илһам” нәфис һүҙ түңә1рәге, йыр түңәрәге, “Көлкө ҡапсығы” драма, “Наурыз” фольклор коллективтары бар. Улар ҙа төрлө район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулап килә.
Айырыуса ҙур иғтибар бирелгән саралар – милли байрамдар. “Ҡаҙ өмәһе”, Шәжәрә байрамы бында дәррәү үтә. Һуңғы йылдарҙа милли саралар исемлеген “Сөмбөлә”, “Ҡусҡар” тулыландырҙы (әйткәндәй, “Ҡусҡар” байрамы тураһында гәзитебеҙҙең быйылғы 2 апрель һанында тулы итеп яҙып сыҡҡайныҡ).
Шул уҡ йылда Кәкребаш республикала иғлан ителгән “Клуб-ок XXI века” иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто конкурсында райондан беренсе булып ҡатнашып, 68 клуб араһында иң яҡшы тиҫтә иҫәбенә инеүгә өлгәшә.
Зүләлә Рәйес ҡыҙының ижади уңыштары төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Әйтәйек, 2013 йылда – үҙешмәкәр художестволы ижадты үҫтереүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө, юғары профессионаллеге өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең Маҡтау грамотаһы, 2014-тә – район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста “Күп яҡлы ижади мөмкинлектәре һәм ялды ойоштороусы таланты өсөн” номинацияһында беренсе урын дипломы, 2015-тә республика Мәҙәниәт министрлығының “Ауыл мәҙәниәт учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” дипломы менән бүләкләнә. 2020 йылда мәҙәниәт һәм башҡорт теле өлкәһенә индергән ҙур өлөшө өсөн Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына лайыҡ була.
Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһенең үҙ өлкәһендәге эшмәкәрлеге уңыштарының барыһын да барлап сығып та бөтөп булмаҫ, шулай ҙа улар араһында айырым иғтибарҙы йәлеп иткәндәре лә бар. Клубтың ижади түңәрәктәрендә шөғөлләнгән балалар Мәскәү тарафтарында үткән Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙан да призлы урындар алып ҡайтыуға өлгәшә.
Был иһә Зүләлә Рәйес ҡыҙының ижади ҡарашы киңлеге, ижади мөмкинлектәренең ҙур булыуы тураһында һөйләй. Үҙ эшенә мөкиббән бирелмәһә, яңынан-яңы идеялар менән янмаһа, ошо уңыштар үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәҫ ине бит. Юҡҡамы ни ул үткәргән ҡайһы бер мәҙәни саралар республика кимәлендә лә таныла, маҡтау һүҙҙәренә, ихлас һоҡланыуға лайыҡ була.
“Ғаиләм – ныҡлы нигеҙем”
Зүләлә Рәйес ҡыҙы Илмир Мәғариф улы менән бына 31 йыл инде татыу ғүмер итә. Ике ҡыҙҙары бар: Айгөл менән Инна. Айгөл белеме буйынса – филолог, Инна – финанс белгесе. Улар ҙа, башлы-күҙле булып, һөйөклө ата-әсәләрен донъялағы иң бәхетле кешеләр рәтенә баҫтырған. Хәҙер улар – ике мөләйем ейән менән ейәнсәрҙең яратҡан олатай менән өләсәһе. Айгөлдөң ҡыҙы Рузаннаға – биш, Иннаның улы Маркка – бер йәш.
Кейәүҙәре Азамат менән Денисты үҙ улдарылай яҡын күрә ҡайны менән ҡәйнә. “Кейәүҙәребеҙҙән уңдыҡ, күҙ теймәһен. Улар – балаларым өсөн яҡшы ғаилә башлығы, минең эшемдә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Хәленән килгән бар эштә ихлас ярҙам ҡулы һуҙалар”, – тип һөйөнә Зүләлә апай.
Ғаиләһендә аңлау, таяныс тапмаһа, Кәкребеш ауыл мәҙәниәт йортон бына инде өс тиҫтә йылға яҡын етәкләп, төрлө сағыу, йөкмәткеле саралар ойоштороп, уларҙы юғары кимәлгә етерлек итеп әҙерләп үткәрә алыр инеме Зүләлә Рәйес ҡыҙы? Янында үҙен ярты һүҙҙән аңлап торған ире, һәр саҡ ярҙамға килер балалары булғанға ла, дәрт тойоп, иңдәренә ҡанаттар үҫкәндәй талпынып эшләй, ижад итә ул. Артабан да Зүләлә Рәйес ҡыҙы Төхвәтуллинаға яратҡан эшенән йәм табып, һөнәренә тоғролоғоноң матур емештәрен татып йәшәргә, яңы уңыштарға һөйөнөргә яҙһын!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Туймазы районы.