Башҡорт донъяһы
7 Август 2021, 14:30

Ҡәнзәфәр бей кеүек шәхестәр онотолорға тейеш түгел

Бөгөн Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында күренекле тарихи шәхес, Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙе иҫкә алыу сараһы үтте.

Ҡәнзәфәр бей кеүек шәхестәр онотолорға тейеш түгелҠәнзәфәр бей кеүек шәхестәр онотолорға тейеш түгел
Ҡәнзәфәр бей кеүек шәхестәр онотолорға тейеш түгел

Бөгөн Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында күренекле тарихи шәхес, Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙе иҫкә алыу сараһы үтте. Уның төп өлөшө ауыл мәсете янында уҙҙы. Билдәле тарихи шәхесте иҫкә алырға зыялы милләттәштәребеҙ, шулай уҡ уның нәҫелен дауам иткән туғандары, артистар, урындағы район һәм ауыл биләмәләре етәкселеге, ғалимдар килгәйне.

 

Ҡәнзәфәр бейҙе мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән йәмәғәтселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Мең ырыуы төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Сараның икенсе өлөшөндә Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәберенә зыярат ҡылып, таҡтаташ астылар. Таҡтаташҡа Ҡәнзәфәр бейҙең әйтеп ҡалдырған васыяты яҙылған: “Тарихын белмәгән хаким менән ҫөйләшергә ярамаҫ, халҡын ҫөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ” (урындағы диалект буйынса яҙылған). Әйткәндәй, был һүҙҙәрҙе сығыш яһаусылар ҙа йыш телгә алып, Ҡәнзәфәр бейҙең ниндәй аҡыллы, алдан күрә белеүсән шәхес булыуын айырым билдәләп әйтеп китте.

 

 Артабан изгеләр рухына доғалар ҡылып, Ҡөръән уҡынылар, ҡорбан ашы ашаттылар. Әйтергә кәрәк, ойоштороусылар сентябрҙә мәсет ҡаршыһында бейгә һәйкәл асыу тантанаһы үтәсәге хаҡында хәбәр итте.

  

Халҡыбыҙҙың билдәле уҙаманы хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында уҙғарылған был сараны Мең ырыуҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Шишмә районы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

 

Сара тураһында мәҡәлә “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк.

 

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас