Башҡорт донъяһы
10 Август 2021, 06:38

Тарих һөйләй һәр ташы

“Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексына – 175 йыл.

Иман йорто – яҙмышыбыҙ

 

Эйе, башҡорт халҡының күрке һәм фажиғәһе лә ул – Каруанһарай! Был иман йортоноң яҙмышы башҡорт халҡының яҙмышына шул тиклем оҡшаған булыуына иҫ китерлек, быны хатта ябай һүҙ менән генә аңлатыуы ла ҡыйындыр. Каруанһарайҙы һал­дырыу өсөн ата-бабаларыбыҙ күпме көс сарыф иткән, аҡса түккән, таш ватҡан, ағас киҫкән, ғаиләләренән, балаларынан айырылып йәшәгән, туғандарын һағынып һыҙланған.

Яйыҡ буйындағы һоҡланғыс Ырымбур ҡалаһына, тарихтан билдәле булыуынса, 1743 йылдың яҙында нигеҙ һалына. Был хаҡта дәүләт архивындағы “Ырымбур тарихы” (1730 – 1750 йылдар, авторы П. И. Рычков) тигән хеҙмәттә уҡырға мөмкин. Йыйынтыҡ ике тапҡыр – 1759 һәм 1896 йылдарҙа донъя күргән. Батшалар өсөн был төбәктә Ырымбур ҡәлғәһе баш күтәреүсе башҡорттарҙы йүгәнләп тотоу өсөн кәрәк була. Йәнә лә шуныһы ҡыҙыҡлы: Каруан­һарайҙың Ҡытай яғынан Мәскәүгә, ҡаҙаҡ далаларынан Уралға табан һуҙылған юлдарҙың киҫешкән ерҙә ултырыуы батшаға сауҙа элемтәһе булдырыу өсөн уңайлы иҫәпләнгән, мосолман донъяһын төрки иле менән берләштергән нөктә булараҡ та әһәмиәтле булған был ер.

...1735 йылдың 15 авгусында Ырымбур крепосын төҙөүгә йәлеп ителгән бер төркөм ҡораллы һалдаттар командаһы Преображенский тауында ер эштәре башлай. Был мөһим ваҡиғаны пушкаларҙан атып хәбәр итәләр, артабан рухани, фатиха биреп, ғибәҙәт ҡылғас, утыҙ бер пушканан атыу тауышы аҫтында ҡаланың тәүге нигеҙ ташы һалына. Был хәл башҡорттарҙы ҡуҙғыта һәм ярһыта, әлбиттә, улар үҙ ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ингәндәргә ҡаршы ҡораллы яуға күтәрелә. Сикләнмәгән власть бирелгән Тевкелев иһә башҡорттарға ҡарата иҫ киткес аяуһыҙлыҡ күрһәтә: үҙенең командаһы менән 50-ләгән ауылды ер менән тигеҙләй, ике мең тирәһе кеше үлтерелә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы һалдаттарға ҡоллоҡҡа таратып бирәләр.

“Каруанһарай беҙгә ҡарай” тигән очеркында (1992) Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев был хаҡта ошолай яҙып сыҡҡайны (шунан мәғлүмәттәр килтерәм): “Ырымбур ерендә шул йылдарҙың дәһшәтле шаңдауы һәм фажиғәһе булып әле лә Рублевая гора (Киҫкән тау) һәм Виселичная гора (Аҫҡан тау) тигән атамалар һаҡланған. Был атамаларҙы һаҡлаған ерҙә 1740 йылдың сентябрендә баш күтәргән башҡорттар язаланған”. Шул ҡәһәрле ваҡиғаларҙың шаһиты булған П.И. Рычков “Ырымбур тарихы” тигән китабында түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: “Һаҡмар янындағы бер тауҙа ғына 50 кеше аҫылған, 120 кешенең башы киҫелгән, 301 кешенең арҡаһы сыбыртҡы менән ярылып, танау-ҡолаҡтары ҡырҡып алынған. Ҡараһаҡал күтәрелешен баҫтырғанда 9458 кеше язаланған, 3101 кеше каторгаға ебәрелгән, 6309 кеше помещиктарға ҡоллоҡҡа һатылған, 396 ауыл яндырылған”.

 

Башҡаларҙан өлгө алайыҡ

 

Әйткәндәй, Европа илдәрендә Икенсе донъя һуғышы булған барлыҡ ерҙәрҙә лә немец фашистарының яуызлыҡ ҡылғанын бар донъя белә. 1942 йылдың 10 июнендә немец фашистары, элекке Чехословакияның Лидице ҡасабаһын бер төн эсендә ер менән тигеҙләп, 84 баланы газ менән тонсоҡтороп үлтереп, ирҙәрҙең барыһын да атып, ҡатын-ҡыҙҙарҙы Терезинға концлагерға ебәрә, ләкин вәхшилектәрен икенсе көндә үк бөтә донъя ишетә. Ә һуғыш тамамланғас, фажиғә булған урынға донъяның төрлө төбәгенән ауылды тергеҙеү өсөн аҡса аға, унда мемориаль комплекс ҡуйыу өсөн тотоналар. Бөгөн Лидицены күреү өсөн донъяның төрлө иленән киләләр, бындағы Раузалар баҡсаһы ла Ер шарының төрлө мөйөштәренән ебәрелгән.

Беҙгә лә ошо сараларҙан һабаҡ алыу фарыз...

Йөрөгән таш шымара

 

Ә хәҙер, алдағыларға бәйләп, милли ҡәғбәбеҙ Каруанһарайҙың төҙөлөү тарихына байҡау яһайыҡ, ни маҡсат менән барлыҡҡа килгән һуң ул?

1812 йылда дан ҡаҙанған башҡорт полктары яуға китер алдынан Александр батшаға, еңеп ҡайтҡандан һуң, Башҡорт халыҡ йортон төҙөүҙе шарт итеп ҡуйған булған. “Йөрөгән таш шымара”, ти халыҡ мәҡәле. Француз яуында йөрөп, донъя күреп ҡайтҡан башҡорттар сит тарафтарҙағы бай илдәрҙе, уларҙың гүзәл һарайҙарын күреп, әлбиттә, күҙҙәре асылып, үҙ илдәрендә лә шундай гүзәл һарайҙар һалыу хыялы менән ҡайтҡан – быға иманым камил, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Ләкин был хыялды башҡорттар ҙур ауырлыҡтар аша тормошҡа ашыра һәм, минеңсә, халҡыбыҙҙың Каруанһарайҙан башҡа үҙ аҡсаһына һалдырған башҡа ошондай боронғо гүзәл һарайы юҡ. Тимәк, хатта XXI быуатта ла сит илдәрҙә һәм элекке союздаш республикаларҙа һәм Европа дәүләттәрендә боронғо һарайҙарын төҙөкләндереп, туризм өлкәһендә аҡса эшләйҙәр икән, ниңә был хәлдең беҙҙә булыуы мөмкин түгел әле? Ошондай һорау тыуа.

Француз яуынан һуң сирек быуат үткәс кенә, батшаларҙың хәтеренә даими иҫкә төшөрөп тороу һөҙөмтәһендә 1837 йылдың йәйендә Каруанһарайҙың тәүге нигеҙ ташы һалына. Башҡорт халҡы уны төҙөү өсөн үҙ кеҫәһенән 804914 һум аҡса йыя. Каруанһарайҙы төҙөү өсөн дала буйлап ылау артынан ылау ағыла, ирҙәр таш аҡтара, Урал урмандарынан ағас ташый. Башҡорттар айырыуса 1838–1840 йылдарҙа әүҙем эшләй, ҡайһы бер йәйҙә был төҙөлөштә хатта меңдән ашыу башҡорт ҡатнаша. Төп бинаны һәм мәсетте һалған саҡта Каруанһарайҙы уратып, матур баҡса булдырыу өсөн башҡорт урмандарынан төбө-тамыры менән төрлө ағастар ҡаҙып алып килтерелә. Ниһайәт, 1842 йылдың авгусында Каруанһарайҙың төп бинаһы әҙер була, ә мәсете иһә ике йылға һуңлап төҙөлә. 

Ғәҙәттә, Ырымбурҙың барлыҡҡа килеүен генерал-губернатор В. А. Перовский исеме менән бәйләйҙәр. 1832–1842, 1851–1857 йылдарҙа башҡорт халҡының хәтеренә һеңерлек байтаҡ эш атҡарып өлгөрә был шәхес, башҡорттар уны бик ныҡ хөрмәт итә. Хатта үҙенә арнап “Перовский” тигән бейеү ҙә һалалар. Василий Алексеевич батшаға: “Ырымбурға үҙ йомошо менән килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн бушлай туҡталыу урыны булһын, тип һәм, шундай урындың булмауы арҡаһында уларҙың унайһыҙлыҡтар кисереүенә тыныс ҡына ҡарай алмау сәбәпле, даими туҡталыу урыны, йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Бөтә уңайлыҡтары булған Каруанһарайҙа һис ниндәй түләүһеҙ теләгән бер башҡорт һәм мишәр туҡтала алыр ине”, – тигән мөрәжәғәт ебәрә.

 

Башҡорт ауылын иҫкә төшөрә

 

Беҙ, Каруанһарайҙы әйләнә-тирәләп бик ентекле ҡарап сығып, һоҡланып тел шартлатҡан мәлдә рухи ҡәғбәбеҙҙең һалыныуына 170 йыл тулыу уңайы менән ремонт эштәре бара ине. Рәсәйҙә күпме мәшһүр һарайҙар бар, бындай архитектура ҡомартҡыһы берәү генә һәм ул Ырымбур ерендә һалынған. Бөйөк архитектура ҡомартҡыһына күҙ һалыу менән гүзәл һарайҙың башҡорт ауылының дөйөм схемаһын сағылдырғанлығын тоҫмаллайһың. Тимәк, архитектор А. Брюллов башта башҡорт халҡының көнитмешен, этнографияһын, йолаларын, динен өйрәнгән, шунан ғына эшкә тотонған булып сыға. Бөйөк оҫта тарихи комплексты һынландырғанда башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алған. Быны танымай булмай. Комплекстың төп бинаһы үҙенең фасады менән төньяҡҡа ҡараған: оҙонлоғо – 85 метр 86 сантиметр, киңлеге – 9 метр 94 сантиметр, бейеклеге – 8 метр 52 сантиметр, корпустың 218 тәҙрәһе, 117 мөйөш тәҙрәһе бар. Әйткәндәй, Каруанһарай Александр Брюлловтың һуңғы эше булған, тиҙәр.

Каруанһарай биләмәһендә көмбәҙенә мосолман диненә ярашлы ай ҡуйылған һигеҙ мөйөшлө мәсет тә иҫ киткес гүзәл! Унда килеп ингәс тә һине ниндәйҙер илаһи нур һәм яҡтылыҡ ҡаршылай. Үҙеңде, әйтерһең дә, әкиәти башҡорт тирмәһендә кеүек хис итәһең. Борон мәсет түбәһенә гәлсәрҙән эшләнгән ҙур гүзәл люстра эленгән булған, заманында уны махсус рәүештә Англияла заказ буйынса яһатып, Санкт-Петербург аша алып килгән булғандар. Люстра үҙе генә лә 72 шәмдәлдән торған.

“Каруанһарай” урындағы мосолман ойошмаһының етәксеһе Гөлимә Сәләхйән ҡыҙы Жанғабилованың һөйләүенсә, бында тәүлек әйләнәһенә яҡты һәм, формаһы түңәрәк булғас, гел ҡояш нурҙары төшөп, етмәһә, улар гәлсәр люстраларға сағылып, тирә-яҡ балҡып торған. Борон бик матур ике кандиль, фарфорҙан эшләнгән каминдар, һигеҙ стеналағы махсус шаҡмаҡтарға алтын хәрефтәр менән Ҡөрьән сүрәләре яҙылған булған, тик яйлап уларҙың барыһы ла юҡҡа сыҡҡан.

Мәсеттең һигеҙ стенаһында готика стилендә һигеҙ тәҙрә уйылған, уларҙан төшкән яҡтылыҡ мәсет эсендә сихри нурҙар хасил итеп, иҙәнгә төрлө төҫтәге келәм булып түшәлгән. Европала XVI–XVIII быуаттарҙа модала булған тәҙрә витраждары, йәғни төҫлө быялалар менән семәрләп эшләнгән элементтар уңышлы ҡулланылған. Бөгөн ошондай витраждарҙы Прага, Дрезден, Берлин, Мюнхен, Вена, Варшава, Братислава, Вильнюс, Каунас, Рига ҡалаларындағы готика стилендәге костелдарҙа күрергә мөмкин. Мәсеттең эске стеналары иһә мәрмәргә оҡшатып һыланып, ете ҙур һәм бер бәләкәй таблица төҙөлгән һәм һәр береһенә аҡыллы, уйландырғыс, тәрән мәғәнәле Ҡөрьән сүрәләре яҙылған булған.

Мәсет манараһы 24 мөйөшлө, оҙонлоғо – 41 метр 89 сантиметр, манараһына менеү өсөн 136 киртләсле борма-борма баҫҡыс эшләнгән. Уларҙа әле лә халҡы­быҙҙын аҫыл ирҙәре Ш. Манатов, Ш. Бабич эҙҙәре һаҡланалыр. Тап ошо шәхестәр, башҡорт халҡына азатлыҡ даулап, 1917 йылдың 8–20 декабрендә Каруанһарайҙа башҡорт халыҡ ҡоролтайы исеменән республикабыҙҙың автономияһын иғлан итә.

 

Гүзәл ҡорам ниҙәр кисергән?

 

Каруанһарай тарихын ентекләп яҙыу маҡсатын ҡуймаһам да, ҡайһы бер тарихи факттарҙы ситләтеп үтергә уйламайым. 1863–1865 йылдарҙа башҡорттар гражданлыҡ хәленә күсерелгәс, 1866 йылда Каруанһарай Эске эштәр министрлығына тапшырыла. Был хәл башҡорттарҙы бик ныҡ тулҡынландыра. Етмәһә, Ырымбурҙың хәрби губернаторы итеп башҡорттарға кире ҡарашлы В. Обручев тигән уҫал кеше тәғәйенләнә, 1867 йылдың 26 ғинуарында генерал-губернатор Крыжановский ҙа Эске эштәр министрлығына Каруанһа­райҙың мәсет манараһын икенсе урынға күсереүҙе һорай. Йәнәһе лә, губерна учреждениеһы хеҙмәткәр­ҙәренә ул уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, ләкин, бәхеткә күрә, үтенесе кире ҡағыла. Шулай ҙа батша хөкүмәте, “хәрәкәт башлаусыларҙы” судҡа тарттырып, төрмәгә ултыртып, халыҡ тулҡынын баҫтырыуға өлгәшә. Шулай ҙа был хәрәкәт ваҡыты-ваҡыты менән әүҙемләшеп торған.

1917 йылғы революциянан һуң Каруанһарайҙы ҡайтарыу мәсьәләһе яңынан ҡалҡып сыға, һәм мосолман эштәре буйынса комиссия ағзаһы Ш. Манатовтың В.И. Ленин менән һөйләшеп-килешеүе һөҙөмтәһендә Каруанһарай башҡорттарға кире ҡайтарыла. Был хаҡтағы декретҡа ҡул ҡуйғандан һуң Ленин Каруанһарай башҡорт йорто тигән һүҙбәйләнешкә “халыҡ” һүҙен өҫтәп яҙып ҡуя һәм ошо хәлдән һуң ул Башҡорт халыҡ йорто тип йөрөтөлә башлай.

1917 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт шураһы Каруанһарайға килеп урынлаша. Шәйехзада Бабичтың “Олуғ шатлыҡ” исемле шиғыры тап шул көндә яҙыла һәм “Башҡорт” журналында баҫылып та сыға, Каруанһарайҙа Башҡорт республикаһы иғлан ителә.

 

Ауыр замандағы ҙур шатлыҡ

 

Халыҡҡа ҡайтарып бирелгәндән һуң Каруанһарай ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡының милли-мәҙәни-мәғрифәти үҙәгенә әйләнә. Был хәл 1921 йылдың аслыҡ хөкөм һөргән иҫ киткес ауыр ваҡытында ҙур шатлыҡ булған. Каруанһарайҙағы Башҡорт педагогия техникумында Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Ғ. Амантай, Ғ. Хәйри кеүек халҡыбыҙҙың аҫыл ул һәм ҡыҙҙары белем ала. Һуңынан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева “Тәүге аҙым” тип исемләнгән яҙмаларында ошо хаҡта яҙып сыға.

1934 йылда Башҡорт педагогия техникумы бөтөнләйгә Темәскә күсерелә. Каруанһарай етемһерәп ҡала, йыһаздары, башҡа байлыҡтары таратыла, атаҡлы гәлсәр люстра ла ҡайҙалыр юҡ була. Ҡыҫҡаһы, милли ҡомартҡыбыҙ, хужаһыҙ ҡалып, артабан сталинизм йылдарында тағы ла нығыраҡ кәмһетелеүҙәр кисерә.

Артабан да совет йылдарында һәм унан һуң да Каруанһарай халыҡҡа хеҙмәт итмәй: унда Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһенең төрлө ведомстволары индерелә: мәҫәлән, 1954 йылдан башлап унда планетарий, ә төп биналарында – Ырымбур өлкәһенең “Обл­геология” идаралығы, артабан Транспорт прокуратураһы, Ер эштәре буйынса һәм Рәсәй милкен хеҙмәт­ләндереү компаниялары (“РосИмущество”) урынлаша.

Каруанһарай 1960 йылда архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт тарафынан яҡлауға алынһа ла, барыбер мандымаған. Уның биналарында Ырымбур өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Тәбиғәт ресурстары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Ырымбур эксплуатация компанияһы һәм башҡа учреждениелар өйҙәш булып ҡала. Төрлө замандарҙа Каруанһарайҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе лә ҡуҙғатыла, халыҡтан меңәрләгән ҡултамға йыйылһа ла, файҙаһы булмай.

1989 йылда Ырымбур ҡалаһының башҡорт милли ойошмаһы барлыҡҡа килгәс кенә, Башҡортостан Респуб­ликаһы хөкүмәте Ырымбур өлкәһе һәм Ырымбур ҡалаһының етәксе­легенә комплексты уртаҡ файҙаланыу һәм уны тарихи-архитектура комплексы булараҡ киләсәк быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыу бурыстарын бергәләп хәл итеү хаҡында тәҡдим индерә. “Каруанһарай” комплексында башҡорт милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, Башҡортостан Республи­каһының Ырымбур өлкәһендәге вәкиллеге, башҡорт китапханаһы кеүек учреждениеларҙы урынлаштырыу тураһында әйтелә был тәҡдимдә, йәғни ике төбәкте мәҙәни, тарихи, иҡтисади ептәр менән бәйләйҙәр, аҡыллы аҙым яһала. Шуға ҡара­маҫтан, Ырымбур өлкәһе башҡорт­тары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, өлкә башҡорт “Каруан­һарай” гәзите редакцияһы хеҙмәт­кәрҙәре бинаның эш өсөн ҡулайлаштырылған подвалында ултырырға мәжбүр була. Ә Рәсәй мәғарифында төбәк компоненттарын ҡыҫҡартыу, мәктәптәрҙе йән башына ҡарап финанслау ҡанундары тормошҡа ашырыла башлағас, башҡорт балалары өсөн йәкшәмбе мәктәбендә шөғөлләнеү, төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу урыны ла булмай, хал­ҡыбыҙҙың әүҙем йәмәғәтселәре тарафынан Каруанһарайҙы башҡорт халҡына ҡайтарыуҙы юллап бер нисә тапҡыр халыҡтан имзалар ҙа йыйыла. Матбуғат, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре лә Каруанһарайҙың яҙмышы хаҡында әленән-әле яҙһа ла, Каруанһарай яҙмышы аҙағынаса хәл ителмәгән.

 

Каруанһарайға беҙҙе немец алып барҙы

 

Ырымбур бөгөн күп милләтле төбәк иҫәпләнә. Был өлкәлә, башҡорттарҙан тыш, рус, мордва, типтәр, татар, немец, сыуаш, ҡырғыҙ, мишәр, йәһүд, поляк һәм башҡа бихисап милләт вәкилдәре йәшәй. Беҙ сәйәхәттә йөрөгәндә Европа илдәренән килеүселәрҙе лә осраттыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: Каруанһарайға юлды беҙгә немец күрһәтте. Машинабыҙға яғыулыҡ һалдырырға тип, Ырымбурға ингән юлдағы бер кемпта туҡталғайныҡ, беҙҙең сит ил машинаһының яҙыуын күреп, яныбыҙға килгән ир, руссалап “Ҡайҙанһығыҙ?” тип һорашҡас, Рәсәйҙән икән, тип һөйләшеп алып китһәк, яңы танышыбыҙ немец булып сыҡты. Бында күптән икән, газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса эшләй, шартлы исеме “Дойчланд” тип исемләнгән немец һыраһы рестораны асырға ниәтләнеп йөрөй.

Үҙе лә, ҡатыны ла руссаны һыу һымаҡ эсә! Етмәһә: “Урындағы халыҡ шул тиклем ихлас, ябай, әле яңы асып маташҡан һыраханаға килеүселәр тыуған көнөмә тиклем онотмай, байрамдарҙа бүләкләйҙәр, – тип ҡыуана, – үҙегеҙ беләһегеҙ, Европала бындай хәл һирәк осрай торған күренеш”. “Эх, ниңә беҙҙекеләр шулай түгел икән!” – тип әсенеп уйлайым үҙем эстән генә. Был кеше бит ресторанын хатта Рәсәй стилендә биҙәү, унда башҡорт ҡымыҙы, айраны буласағына тиклем алдан уйлап, иҫәпләп ҡуйған! 

– Ә башҡорттар тураһында беләһегеҙме һуң? Был ер, 1936 йылда Сталин тарафынан Башҡортостандан йолоп алынып, Ырымбур өлкәһенә бирелгән, – тиеүемә итәғәтле немец тыныс ҡараны:

– Беләм, килер алдынан Рәсәй, Ырымбур тарихын уҡыным. Ырымбур ҡалаһы бик оҡшай, халҡы ябай, ярҙамсыл, беҙ хәҙергә ҡатыным менән ваҡытлыса бында йәшәйбеҙ. Теләйһегеҙме, хәҙер һеҙҙе туп-тура Каруанһарайға алып барам! – тине. Ризалаштыҡ, әлбиттә.

– Беҙҙең унда йыйынғанды ҡайҙан белдегеҙ һуң? – тим.

– Үҙен ихтирам иткән кеше бында сәйәхәтен Каруанһарайҙан башлай ул, әйҙәгеҙ киттек! – Бына һиңә яуап, аһ иттек!

 

Европа менән Азия киҫешкән ерҙә

 

Эйе, Ырымбур өлкәһе, уның гүзәл тәбиғәте, сикһеҙ далалары, иген баҫыуҙары һоҡланып туйғыһыҙ! Өлкәлә тиҫтәләрсә мең ҡан-ҡәрҙәшебеҙ ҙә йәшәй. Ырымбур еренең аҫаба халҡы ҡасандыр ошо ерҙең хужалары булған ата-бабаларыбыҙҙың балалары бит ул, ләкин быуаттар алмашына бара, хәҙер туған телен, тарихын, мәҙәниәтен белмәгән бер нисә яңы быуын үҫеп сыҡҡан. Йөҙ-ҡиәфәте башҡортҡа оҡшап торһа ла, башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгән йәштәрҙе, хатта өлкәндәрҙе күреү ҡыҙғаныс булды. Эргәләренә ҡыуанып барып, башҡортса һаулыҡ ҡушһам, “не понимаю” тип яуапланылар телһеҙ милләттәштәребеҙ. Юлда башҡорт атамалы ауылдар осраһа ла, уларҙың башҡортса мәғәнәһен аңлатыусы табылманы.

Беҙ сәйәхәт ҡылған осорҙағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ырымбур өлкәһенең 54 мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте өйрәнелә, өлкә телевидениеһы айына бер тапҡыр башҡорт телендә “Яҡташтар” тапшырыуы ойоштора, 1989 йылдан башлап “Каруанһарай” башҡорт халыҡ үҙәге эшләй һәм улар ҙа айына бер тапҡыр радио аша сығыш яһай, тиһәләр ҙә, былар милләтте, туған телде һаҡлау өсөн бик аҙ, туғандар. Эйе, ҡарамаҡҡа матур, шыма ғына мәғлүмәттәр кеүек күренһә лә, миңә, егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән өлкән уҡытыусыға, айына бер тапҡыр башҡортса радио тыңлап, телевизор ҡарап, рус мөхитендә тәрбиәләнгән балаларҙы башҡорт теленә шулай өйрәтеп була, тип әйтеп ҡара, иманым камил: башҡа уҡытыусылар ҙа быға ышанмаясаҡ.

Көнитмештә хәҡиҡәт сағышты­рыуҙа беленә шул: әле үҙем йәшәгән Чехия, йыш барып йөрөгән Германия, Словакия илдәрен алғанда ғына ла шуны әйтә алам: Көнбайыш Европа халҡы иртәгәһе көнгә ышанған, алдағы бер нисә тиҫтә йылын алдан планлаштырып ҡуя белгән, матди яҡтан тәьмин ителгәнлегенә инанған, аҡса эшләй һәм иҫәпләй белгән халыҡ булыуы менән айырыла. Ә беҙ, рәсәйҙәр, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, барыбер иртәгәһе көнөбөҙҙө кемдер килеп яҡшыртыр, тигән уй-хыял менән йәшәргә күнеккәнбеҙ. 

 

Ә заманса фекер йөрөткәндә...

 

Мин үҙем, Европаның байтаҡ дәүләттәрен һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге тиҫтәләгән иң ҙур ҡалаһын, ундағы гүзәл һарайҙарҙы һәм архитектура ҡомартҡыларын күргән кеше булараҡ, түбәндәге кәңәш-тәҡдимдәремде еткермәксемен. 

Әйҙәгеҙ, хәҙер Чехия-Германия сигендә урынлашҡан Терезин һәм Польшалағы Освенцим концла­герҙарына юлланайыҡ. Уларҙың икеһе лә ҙур биләмәлә урынлашҡан, икеһендә лә төрлө илдәрҙән алдап ҡыуып алып килтерелгән йәһүдтәрҙе физик яҡтан юҡ иткәндәр. Бында шулай уҡ әсирлеккә төшкән совет яугирҙәре лә яндырылған. Ә бөгөн хәлдәр нисек һуң? Лагерҙарҙың икеһендә лә элек гестапо йәшәгән йорттарҙа хәҙер туристар өсөн ашхана, бәҙрәфтәр, китапханалар, ҡунаҡханалар, видеозалдар төҙөлгән, ә концлагерҙарға инеү ҡәтғи түләүле! Хатта туғандары яндырылған йәһүдтәр өсөн дә. Шул иҫәптән үҙҙәре ыҙа күргән прагматик чехтар ҙа бында аҡса түләп инә.

Ни өсөн? Сөнки улар үҙ ерендә ултырған был “архитектура ҡомартҡыларының” аҡса эшләп, үҙ иле ҡаҙнаһына файҙа килтергәнен белә. Шуға ла аҡсаһын йәлләмәй һәм һаранланмай. Ә йыл әйләнәһенә туризм аша табыш килтергән концлагерь аҡсаһы биләмәләрҙе таҙа тотоу, экскурсоводтарға һәм бүтән хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына һәм башҡа ғәмәлдәр өсөн ҡулланыла. Ике концлагерҙа ла хәйриә аҡсаһы һалыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйылған. 

Чех, немец, поляк артистары һәм рәсссамдары ошо концлагерҙарҙа бушлай концерттар, тамашалар ҡуя, кинофильмдар күрһәтә – унан килгән аҡсаларҙы ла ошо объекттарҙы тәртиптә тотоу һәм һаҡлау, киләсәк быуындарға күрһәтеү өсөн тотоналар, сөнки башҡаса һуғыш уты ҡабынмаһын, халыҡтар, милләттәр үҙ-ара татыу, аңлашып-һыйышып йәшәһен, тигән маҡсат ҡуйылған. Ә беҙҙең артистар нисә тапҡыр Ырымбурҙа йәки Каруанһарайҙа бушлай сығыш яһаны икән?

Каруанһарайҙың һалыныу яҙмы­шына оҡшаған тағы ла бер миҫал килтереп үтәм: ул да булһа, 1886 йылда Прагала өс быуаттан ашыу немец итеге аҫтында тапалған чех халҡының туған телен, мәҙәниәтен күтәреү өсөн үҙ аҡсаһына Халыҡ театры асыуы. Яҙмышыма рәхмәт­лемен: был иҫ киткес гүзәл бинала миңә лә бер нисә тапҡыр спектакль ҡарарға насип булды. Архитектураһы иҫ киткес бинала чех халҡының бөйөк шәхестәре, шағирҙары, яҙыусылары, композиторҙары, йырсылары, музыканттары, артистары, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм театр бинаһына шәхсән матди ярҙам күрһәткән байҙарының бюстары ҡуйылған. Улар хаҡында иҫтәлекле таҡтаташтарға мәғлүмәттәр яҙып элгәндәр. 

Бына тағы ла бер миҫал. Брно ҡалаһынан 60 саҡрым алыҫлыҡта донъя тарихына Аустерлицтағы 1805 йылғы француз-рус һуғышы (хәҙерге исеме – Славков) булараҡ инеп ҡалған яу яланы урынында чехтар тотош мемориаль комплекс төҙөп ултыртҡан – был турала мин ошо һуғыштың конструкцияһын барып ҡарағандан һуң бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайным инде. 

Матурлыҡ та түләүле. Уға һоҡла­ныу өсөн халыҡтар ер аяғы – ер башынан килә. Шулай булһын өсөн тырышайыҡ. Тырышҡанда, минеңсә, хәл ителмәҫтәй бер генә мәсьәлә лә ҡалмаҫ, теләк кенә булһын!

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.

Чех Республикаһы.

Читайте нас