

Быйыл “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә үтте. Сара рухлы, маҡсатлы, дәртле һәм сәмле йәштәрҙе бер майҙанға йыйҙы һәм дүрт көн, дүрт төн буйы алдынғы ҡарашлы, яңыса фекер йөрөткән ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе бергә тупланы.
“Аҫылташ”тың аҫыл маҡсаттары
Форумдың төп маҡсаты – үҫешкә ынтылған маҡсатлы йәштәрҙе берләштереү, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарын өйрәтеү, берҙәм команда туплау, аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу.
Дүрт көнө буйы форумда ҡатнашыусылар өсөн төрлө темаға арналған этноквестар, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив күнекмәләр үтте. Һәр кис йәштәр усаҡ янында төрлө йырҙар йырланы, иртә менән саф һауала зарядкалар эшләп көндәрен башланы. Әйткәндәй, форум тәүге йылдарҙан уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай һәм спиртлы эсемлектәрһеҙ үтә. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр ойошторолдо һәм коронавирус сиренә ҡаршы бөтә һаҡланыу саралары теүәл үтәлде. Ошоға тиклем “Аҫылташ” форумы Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында үтте.
Форумды ойоштороусыларҙың береһе, Илеш егете Айбулат Йәмилев белдереүенсә, сарала коронавирус сиренә ҡаршы бөтә һаҡланыу саралары ла теүәл үтәлгән. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ПЦР белешмәһе йә иһә прививка һалдырыуы хаҡында сертификат менән үткәрелгән.
– Быйыл башҡа йылдарҙағы форумдан айырмалы, беҙ күберәк практик өлөшкә иғтибарҙы йүнәлттек. Хакатон кеүек яңы аралашыу алымы төрөн һайланыҡ. Көн һайын спикерҙар менән аралашыу, дискуссиялар үтте. Ошоға тиклем “Аҫылташ” Баймаҡ районында ойошторолһа, быйыл уның урынын үҙгәртергә ҡарар итеп, Йылайыр районы хакимиәтенә тәҡдим менән сыҡтыҡ. Район башлығы Борис Мелкоедовҡа ҙур рәхмәт, үтенесебеҙҙе ҡәнәғәтләндерҙе һәм беҙ йәмле Йылайыр ерендә бик шәп форум үткәрҙек, – ти Айбулат.
Айбулаттың һүҙҙәренә уның урынбаҫары, Хәйбулла егете Ғәйнислам Атанғолов та ҡушыла:
– Беҙ, ысынлап та, башҡорт йәштәре араһында иң-иң “аҫылташ”тарҙы эҙләйбеҙ, уларҙы табып, артабан үҫтерәсәкбеҙ. Бөгөн республикаға алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, белемле, рухлы йәштәр кәрәк һәм улар бик күп. Нисек кенә булмаһын, киләсәк – йәштәр ҡулында! Шуға күрә форумға теленә, халҡына, иленә битараф булмаған ҡыҙ һәм егеттәр килде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” ойошмаһы һәм “Яҡташтар” ассоциацияһы ойошмаһының башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Аҫылташ” форумында ҡатнашыусылар халыҡ мираҫының тарихи, мәҙәни аспекттарын өйрәнде, башҡорт йәштәрен берләштереү механизмдарын төҙөү серҙәрен эҙләне, шәхси үҫеш тренингтары, этноквестар, төрлө майҙансыҡтар үткәрҙе, – тине ул.
“Ни өсөн йәштәр республиканан китә?”
Форумды асыу тантанаһында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәүге көндә үк йәштәр өсөн Зариф Байғусҡаров менән Яна Гайдук ҡатнашлығында панель дискуссия үтте. Уның модераторы – Илүзә Мөхәмәтйәнова. Сығыш яһаусылар үҙҙәренең тормошо, уңышҡа өлгәшеү юлдары менән уртаҡлашты, лидерлыҡҡа ынтылыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәклеген билдәләне.
Зариф Закир улы республикала ҡырҡыу торған йәнә бер проблеманы күтәрҙе. Ул да булһа ҡыҙ һәм егеттәрҙең белем алыу өсөн республиканың уҡыу йорттарында ҡалмай, ә, киреһенсә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан ҡалаларына китеүе.
– Республиканан ситтә белем алғандарҙың 90 проценты уҡыуҙарын тамамлағас, Башҡортостанға ҡайтмай, башҡа төбәктәрҙе һайлай. Был хаҡта уйланырға урын бар. Шуға күрә сығарылыш класс уҡыусылары менән алда уҡ аңлатыу эштәрен алып барыу зарур. Беҙҙең республикала ла бик яҡшы уҡыу йорттары бар, тиҙҙән студенттар ҡаласығы сафҡа инәсәк, йәштәр өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған, – тине сығышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.
Әммә уның “Башҡортостанда уҡығыҙ!” тигән һүҙҙәрен форумда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡабул итмәне. Улар республикала йәштәр өсөн мөмкинлектәрҙең аҙ булыуын, эш урындары таба алмауҙарын белдерҙе.
Үҙ маҡсатыңа нисек барырға?
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Эльвира Айытҡолова “Сторителлинг: нисек дөрөҫ итеп үҙ маҡсатыңа барыу тарихы” тигән тема менән сығыш яһаны. Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ миҫалында алдыңа алған маҡсатҡа ынтылыу, уға барыу юлдары, карьера үҫеше хаҡында һөйләне.
– Уңыш – һәр кеше өсөн айырым үҫеш, шәхси мөмкинлек. Кемдер өсөн уңыш – ул тулы азатлыҡ. Барыһы ла ҡуйған маҡсаттарыңдан тора. Һәр кемдең үҙенең яуаплы биләмәһе бар, – тине спикер.
Эльвира Айытҡолова шулай уҡ йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап бирҙе, улар менән яҡындан аралашты.
Форумда ҡатнашыусылар медицина фәндәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшеваның “Нисек итеп сәйәсәттә уңышҡа өлгәшергә һәм шул уҡ ваҡытта кеше булып ҡалырға?” тигән тема менән сығыш яһауын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Римма Әмир ҡыҙы, сәйәсәттең бик нескә серҙәре менән уртаҡлашып, үҙенең тәжрибәһе менән бүлеште. Шулай уҡ йәштәр менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемалар хаҡында ла фекер алышты.
Йәштәр туған телдәрҙе һанлаштырыу мәсьәләһен дә күтәрҙе
“Аҫылташ” форумында яңғыраған төп темаларҙың береһе – туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен һанлаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде.
Күгәрсен районынан блогер Ильяс Байғусҡаров, һанлы технологиялар һәм интернетта туған телдәге контент – туған телде һаҡлау өсөн мөһим факторҙар, тип иҫәпләй.
– Беҙ цифрлы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Смартфондар, компьютерҙар, социаль селтәрҙәр тормошобоҙҙа ныҡлы урын алды. Мәҫәлән, беҙҙең аккаунттарға яҙылыусылар, шул иҫәптән балалар, туған телдә сториздар күреп, шулай эшләргә мөмкин һәм кәрәк икәнен аңлай башлай. Беҙҙән күреп үҙҙәре лә туған телдә видеолар ҡуя, шулай итеп тиҫтерҙәре араһында башҡорт телен тарата, – ти Ильяс.
Блогер фекеренсә, хәҙерге балаларға халыҡ эпостары мотивтары буйынса стилләштерелгән йәнһүрәттәр, туған телдә эшләнгән үҫтереүсе уйындар кәрәк.
“Туған телдәрҙе һанлаштырыу буйынса перспективалы проекттар байтаҡ, был йүнәлештә ғилми ойошмалар ҙа, ирекмәндәр ҙа эш алып бара. Беҙ башҡорт телендә электрон һүҙлектәр, һанлы белем биреү проекттары, йәнһүрәттәр һәм сериалдар барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ. Мәҫәлән, “Тамыр” телеканалы лайыҡлы интернет-контент етештерә, бер төркөм блогерҙар үҫтереп сығарҙы. Башҡорт Википедияһы, вики-ирекмәндәр хәрәкәте уңышлы үҫешә. Телмәр синтезаторы, виртуаль ярҙамсылар, боттар булдырыу буйынса эш алып барыла. Республика халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса дәүләт программаһы, грант ярҙамы системаһы әҙерләнгән һәм тормошҡа ашырыла. Башҡарылған эштәрҙең сифатын яҡшыртыу, проекттарҙың һанын арттырыу өсөн һанлы продукттар етештереүгә ҡарашты үҙгәртергә, маҡсатлы күрһәткестәрҙе аныҡларға, ирекмәндәргә ярҙам итергә кәрәк”, – тип иҫәпләй Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
IT-проекттар авторҙарының береһе – Айгиз Ҡунафин. Бер нисә йыл элек ул үҙенең командаһы менән башҡорт телен цифрлаштырыуға тотондо. Быйыл улар республика халҡы ярҙамында компьютерҙы башҡорт теленә “өйрәтеү” өсөн тейешле тауыш базаһы булдыра алды.
“Тел көндәлек тормошта ни тиклем күберәк ҡулланыла, шул тиклем уның юғалыу ҡурҡынысы кәмей. Был – хәҡиҡәт. Ләкин виртуаль ярҙамсыларҙың популярлаша барыуын да оноторға ярамай. Мәҫәлән, банкка шылтыратаһығыҙ икән, ти, һеҙгә автоматлаштырылған бот яуап бирә. Виртуаль ярҙамсылар әлегә хеҙмәттәр өлкәһендә ҡулланылһа, тиҙҙән башҡа тармаҡтарға ла тараласаҡ. Әле улар рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә һөйләшә. Нишләп уларға башҡорт телен дә өйрәтмәҫкә?” – ти Айгиз.
Әлеге ваҡытта Айгиз Ҡунафиндың командаһы “телмәр синтезлаусыһы” проекты өҫтөндә эшләй. Ул навигаторҙарға, авто яуап биреүселәргә, тәржемәселәргә башҡорт телендә “һөйләшергә” ярҙам итәсәк.
“Аҫылташ” форумы барышында проекттар конвейеры ла ойошторолдо. Еңеүселәр “Аҫылташ” бренды партнерҙарынан һәм эксперттарынан гранттар һәм остаз ярҙамы алды. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Тамъян Ғәбитовтан Әлиә Сәхәпова йәнһүрәттәрҙе башҡорт телендә яңғыратыу өсөн 20 мең һум грант алһа, Гүзәл Муллабаева Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан “Башҡорт телендә интерактив эш дәфтәрҙәре” проекты өсөн 15 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡа грант яулаусылар ҙа булды.
“Аҡса эшләргә өйрән!”
Бөгөн һәр кем – йәше лә, ҡарты ла социаль селтәрҙә ултыра. Кемдер “Бәйләнештә”, икенселәр – Инстаграмда, өсөнсөләр – Фейсбукта. Әммә шуларҙың бик аҙҙары ғына социаль селтәрҙә аҡса эшләү юлын белә. Блогерҙар нисек аҡса эшләй, нисек итеп өйҙән сыҡмайынса, компьютер артында “байығырға” мөмкин кеүек темаларҙы ла ситкә ҡалдырманы форумда ҡатнашыусылар.
“Аҫылташ” форумында тәүге көндәрҙән ҡатнашҡан һәм уның әүҙем ойоштороусыларының береһе Илүзә Мөхәмәтйәнова белдереүенсә, быйыл “Аҫылташ”тың төп үҙенсәлеге – яңы йәштәрҙең килеүе. Иң ҡыҙыҡлы тип һаналғаны – блогерлыҡ буйынса темалар төрлө яҡтан яҡтыртылыуы. Форумда Инстаграм, “Тик-ток” кеүек социаль селтәрҙәрҙәге билдәле блогерҙар блогта нисек аҡса эшләргә, блог нисек ярҙам итә кеүек һорауҙарға яуап эҙләгән.
– Шәхсән үҙемә финанс өлкәһе буйынса фекер алышыуҙар һәм инвестиция темалары яҡтыртылыуы оҡшаны, – ти Илүзә. – Бөгөн һәр кем аҡса эшләүҙең төрлө юлдарын белергә һәм мөмкин булғандан аҡса эшләргә өйрәнергә тейеш. Социаль селтәрҙә йә иһә башҡа өлкәлә үҙ эшен асыу ғына түгел, ә унан ниндәйҙер кимәлдә аҡса табыу юлын да белеү зарур. Заман менән йәнәш барыу өсөн һинең ниндәйҙер кимәлдә “кеҫәңдең ҡалын булыуы ла мотлаҡ”. Шулай уҡ проекттар төҙөп, унан грант алыу юлдарын да өйрәнергә тейешбеҙ.
“Ҡайҙа барһаң, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә”
Йәмле Һаҡмар буйында дүрт көн, дүрт төн барған “Аҫылташ” форумы һәр кем күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы, яңы дуҫтар тапты, иң мөһиме – дәртле, сәмле һәм маҡсатлы йәштәргә һәр ерҙә ишектәрҙең асыҡ булыуын күрһәтте.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле, былтыр форум үтмәгәс, йәштәр ҙә бер-береһе менән аралашыуға, күрешеүгә ныҡ шатланды. Республиканың киләсәк лидерҙары шәхес булараҡ үҫеш баҫҡыстарын үтеү нескәлектәренә төшөндө, командала эшләү алымдарына төшөндө. Иң мөһиме – улар спикерҙар менән осрашып, төрлө майҙансыҡтарҙа үҙ оҫталыҡтарын арттырҙы, шулай уҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Ә бына “Батырҙар ярышы”нда ҡатнашыусыларға батҡаҡта болғанырға ла, Һаҡмарҙа йөҙөргә лә, ҡаршылыҡтар һыҙаты аша үтергә лә тура килде һәм уларҙың барыһында ла команда менән бергә башҡарыу бурысы ҡуйылды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Йылайыр ерендә “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы бик юғары кимәлдә үтте. Райондың йәштәр бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов етәкселегендәге команда үҙ эшенә бик яуаплы ҡараны, барлыҡ ойоштору эштәрен юғары кимәлдә атҡарып сыға алды. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа ла ҙур рәхмәтле.
Кәримә УСМАНОВА.
Йылайыр районы.