

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының янғын һүндереү буйынса мобиль отряды республиканың өс төбәге – Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары сигендә эшләне.
Урындағы хәл тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының медиабүлеге етәксеһе, ирекмән Әмир Харрасов хәбәр итте:
“Урындағы хакимиәт ерҙе ике һыҙат итеп һөрөүҙө ойошторған. Хәлде күҙәтеү барышында шул асыҡланды: урындары менән асыҡ янған ут беренсе һыҙатҡа етеп бара.
Ирекмәндәр отрядын тирә-йүнде разведкалау өсөн ебәрергә һәм артабанғы эшмәкәрлекте билдәләргә ҡарар иттеләр. Ут сығанаҡтарына юл ҡатмарлы булды: текә тау аҫтына төшөргә, унан киреһенсә, өҫкә күтәрелергә тура килде һәм шула бер нисә тапҡыр.
Селек шырлыҡтары бәғзе урындарҙа күкрәккә тиклем етһә, һынған ағастар юлды тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Унан тыш, һәр кемдең арҡаһында 20 литрлыҡ канистра менән һыу икәнлеген дә иҫтән сығарырға ярамай.
Ут сығанағына барып еткәс шул асыҡланды: ярты километр самаһы үләнле һәм һынған ағастар күп булған һыҙат яна. Ирекмәндәр уны үҙ көсө менән һүндереүгә өлгәште.
Ул арала координаторҙар менән рация аша һөйләшеп, бығаса һүндергән яҡта ике тарафтан да ут янғаны асыҡланды, кире күҙәтеү пунктына ҡайтырға ҡарар сығарылды. Канистрҙар ҙа һыуҙан бушап өлгөргәйне.
Ҡыҫҡаһы, янғын яланындағы хәл туранан тура иҫкән елгә лә бәйле: ҡыуанысҡа күрә, кисә ул ялҡын сығанағы яғына өрҙө, шуға ла ут һөргән һыҙатҡа етә алманы.
Кисә киске һигеҙҙә беҙҙең ирекмәндәр төркөмө Өфөгә юлланды, сөнки баш ҡаланан беҙгә алмашҡа икенсе төркөм юлға сыҡты.
Шайтан-тауҙағы хәлгә бәйле шуны әйтергә мөмкин: дөйөм алғанда, барыһы ла контролдә тотола, тауҙа ауыр техника – тәгәрмәсле Четра һәм сылбырлы Т-100 тракторҙары эшләй. Улар кеше барып етә алмаған урындарҙы һөрә. Унан тыш, “Урал” янғын һүндереү автоцистернаһы даими дежурҙа була.
Ураҙбай ауылында штаб эшләй, бында ирекмәндәрҙе, хәлгә ҡарап, ихтыяж булған урынға йүнәлтәләр. Туҡланыу пункты ойошторолған, аш-һыу тауҙарҙа эшләүселәргә, күҙәтеү пункттарына еткерелә.
Бер аҙ координация аҡһай кеүек, сөнки бәғзе осраҡта төрлө урындарға юлланып та, кире дислокация урына әйләнеп килергә тура килде.
Башҡа ирекмәндәр отряды менән дә осраштыҡ. Улар янғын менән көрәшкә ажарланып ташланырға әҙер торһа ла, белгестәр инструктаж үткәргәндән һуң, урманға инеү ҡәтғи тыйылды.
Әлегә нигеҙҙә, һөрөлгән ер һыҙаты янында дежурҙа торорға тура килә.
Был аңлашыла ла, сөнки урман эсендә асыҡ ялҡынды һүндереү мөмкин түгел, һыу тиҙ генә кибә һәм тағы ла ағастар дөрләп яна башлай. Унан һуң, кипкән, ҡороған ағастар кеше өҫтөнә ауыуы ихтимал. Иң мөһиме – һөрөлгән һыҙаттар янындағы хәлде контролдә тотоу һәм утты артабан ебәрмәү”, - тип белдерҙе Әмир Харрасов.
Фотолар һәм видеолар ирекмәндәр архивынан.