Башҡорт донъяһы
12 Август 2021, 16:00

Тәтешлеләр даны ул Иҫән хан!

2025 йылда башҡорт халҡының XVI быуаттағы күренекле сәйәси эшмәкәре, ирәкте башҡорттары лидеры Иҫән хандың (Әсән хан) тыуыуына 500 йыл тула.

Тәтешлеләр даны ул Иҫән хан!Тәтешлеләр даны ул Иҫән хан!
Тәтешлеләр даны ул Иҫән хан!

2025 йылда башҡорт халҡының XVI быуаттағы күренекле сәйәси эшмәкәре, ирәкте башҡорттары лидеры Иҫән хандың (Әсән хан) тыуыуына 500 йыл тула. Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Иҫән хан сығышы менән ирәкте (ҡара табын) ҡәбиләһе башҡорттарынан, Майҡы бей нәҫеленән. Ғәли Соҡорой “Энеләр һәм дуҫтар өсөн нәсихәт” әҫәрендә уның шәжәрәһен килтерә. 

Тарихи  мәғлүмәттәр буйынса, Иҫән хан XVI быуатта Ҡазан ханлығы тарханы булып хеҙмәт иткән. Ирәктеләрҙең бер өлөшөнөң Ыҡ йылғаһы үҙәненән Тере Танып бассейнына күсеүен Иҫән бей ҡәбилә башлығы булған осорға тура килтерәләр. Академик Р.Ғ. Кузеев тарафынан яҙып алынған риүәйәттәр буйынса, Ыҡ буйында йәшәүсе Иҫән бей үҙенең улдары менән йыш ҡына Танып буйҙарына һунарға йөрөгән. Бер ваҡыт бында таҙлар ҡәбиләһе аҡһаҡалы Таҙ бабайҙы осратҡан һәм уның менән дуҫлашып киткән. Таҙ бабай Иҫәнде ғүмерлеккә Танып буйында йәшәргә ҡалырға саҡырған һәм Иҫән бей ризалашҡан, уның улдары Таҙ бабайҙың ҡыҙҙарына өйләнгән. Иҫән бей Мәскәүгә Аҡ батшаға (Иван Грозныйға) барған һәм ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы алған.

Иҫән хан XVI быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостандың төньяғында башҡорт ханы булған. Беүә һәм Тере Танып йылғаларынан Ағиҙел һәм Бөрө йылғаларының түбәнге ағымындағы биләмәгә тиклем хакимлыҡ урынлаштырған. Иван IV батша ғәскәрҙәре Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң Иҫән хан урыҫ батшаһы подданныйлығын алған.

Тәтешле халҡы билдәле яҡташын онотмай һәм уның иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн тарихи һәйкәл урынына мемориаль комплекс булдырырға ниәтләй. Был тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мәҙәни экскурсия турҙары ойошторорға булышлыҡ итәсәк, эске туризмды үҫтерәсәк, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә этәргес буласаҡ.

Ошо көндәрҙә Тәтешле районында Иҫән ханға ҡуйыласаҡ мемориаль комплекстың проектын тормошҡа ашырыу буйынса команданың күсмә ултырышы үтте. Унда райондың мәҙәниәт, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, музей хеҙмәкәрҙәре, власть вәкилдәре ҡатнашты, Иҫән хандың ҡәберен барып күрҙеләр. Зыярат Иҫке Соҡор ауылынан – 3,5, Яңы Соҡор ауылынан бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Кәңәшмә барышында ошо урынды тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, тротуар плиткаһы һәм бордюрҙар һалыу, эскәмйәләр ҡуйыу, көмбәҙ формаһында металдан сүкеп яһалған мемориаль комплекс төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

Быйыл май айында Башҡортостандың "Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды" коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында республика Башлығы грантына конкурс иғлан иткәйне. Унда республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барып, граждандар йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған ойошмалар ҡатнаша. "Тәтешле районының социаль үҫешенә булышлыҡ итеү хәйриә фонды", ошо конкурсҡа “Иҫән хан” мемориаль комплексын төҙөү” проектын тәҡдим итеп, еңеү яуланы. Проекттың дөйөм хаҡы – 785 000 һум.

 

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас