

Ошо көндәрҙә урындағы ата-әсәләр комитеты ағзалары менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы түңәрәк өҫтәл ойошторҙо, унда Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа тыуған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде, тип хәбәр иткәйнек.
Сарала ҡатнашыусылар араһында Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районындағы Түбәнге Сортым ҡасабаһынан килгән милләттәшебеҙ Гүзәл Риза ҡыҙы Аллаярова ла бар ине.
– Һис арттырыуһыҙ, бөгөнгө сарала Башҡортостанда туған телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бик ҙур, мөһим эштәр башҡарылыуын ишетеп һоҡландыҡ. Ата-әсәләр комитеты ла әүҙем, һөҙөмтәле эшләй, беҙҙең өсөн был – ыңғай өлгө. Бынан тыш, төрлө төбәктәрҙән килгән милләттәштәр менән аралашыу, туған тел мәсьәләләре буйынса уларҙың фекерен ишетеү бик әһәмиәтле булды.
Ғөмүмән, беҙ Башҡортостанға һәр саҡ ашҡынып киләбеҙ, ә ошондай мөһим сарала ҡатнашырға саҡырыуҙары, туған телде һаҡлау мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеүебеҙ беҙҙең өсөн икеләтә файҙалы һәм ҡыуаныслы.
Беҙ, башҡорттар, ҡайһы төбәктә йәшәһәк тә, рухыбыҙ, булмышыбыҙ менән милләтебеҙгә тоғро булып ҡалабыҙ. Әммә проблемалар ҙа бихисап. Мәҫәлән, беҙҙең балалар республиканан ситтә тыуып үҫкән, тәрбиәләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар телде белмәй.
Тарихи-мәҙәни тамырҙарҙы ла юғалтһаҡ, нимә булыр? Шуға беҙ милләттәштәребеҙҙе берләштереү, телебеҙҙе һаҡлау, милли саралар уҙғарыу, тарихи-мәҙәни ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға еткереү йәһәтенән төрлө эштәр башҡарабыҙ. Беҙ берҙәмбеҙ, рухлыбыҙ – шул мөһим.
Түбәнге Сортым ҡасабаһында милләттәштәребеҙ күп йәшәй, Хәйбулла, Баймаҡ райондары вәкилдәре күп.
“Башҡорт теле” тигән берләшмә эшләй, унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа туған телдә аралашырға тырыша. Был эште тап ана шул әсә теле дефициты кеүек күренеш булмаһын өсөн башлап ебәрҙек. Туған мөхиттән йыраҡ кешеләрҙе, мәҫәлән, республиканың иҫтәлекле урындары, тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәре, әҙәбиәте менән таныштырһаҡ, улар тамырҙары менән ҡыҙыҡһына башлай, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килә.
Миҫал өсөн, туған мөхиттән ситтә йәшәгән бала башҡорттоң бөйөк “Урал батыр” эпосы хаҡында ғына белеп ҡалһа ла, был – ҡаҙаныш, күңеленә рухи орлоҡ һалынды тигән һүҙ, – ти Гүзәл Риза ҡыҙы.
- Г. БАЛТАБАЕВА.