Башҡорт донъяһы
13 Август 2021, 12:33

Телде һаҡлау – уртаҡ бурыс

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арналған түңәрәк өҫтәл булды.

Сараны райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте һәм Ейәнсура районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Унда тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәктәп музейҙары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, район гәзите вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар “Башҡорт халҡының 2021 – 2031 йылдарға үҫеш стратегияһы” программаһы буйынса фекер алышты. Халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге тураһында һүҙ барғанда йәмәғәт ойош­маларының, мәғариф, музей, китапхана хеҙмәт­кәрҙәренең, илһөйәр һәм телһөйәрҙәрҙең әүҙемлеге генә етмәүен, ойошторолған сараларҙы финанслауҙа дәүләт яғынан да яҡлау кәрәклеген билдәләнеләр.

“Сабый, балалар баҡсаһына барғас, рус телендә аралашыу мөхитенә эләгә. Был юҫыҡта тағы ла бер проблема бар: ата-әсәләрҙең күпселеге балаларының мәктәптә рус телендә белем алыуына өҫтөнлөк бирә. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыумаһын өсөн, тип аңлата улар был ҡарарын. Был, үҙ йәһәтендә, уҡытыу программаһында туған тел дәрестәренең ҡыҫҡартылыуына килтерҙе. Шулай уҡ телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләгән мәктәп музейҙары, түңәрәк етәкселәренең хеҙмәте финанс­ланмауы ла был юҫыҡта тәрбиә эштәрен тейешле кимәлдә ойоштороуға мөмкинлек бирмәй”, – тип фекере менән уртаҡлашты район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Ҡуңысбаева.

 

- Г. РӘСҮЛЕВА.

Читайте нас