

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында күренекле башҡорт шәхесе, Мең ырыуы башлығы Мусабей улы Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә бағышланған сара ойошторолдо. Был мәртәбәле йыйынды Мең ырыуҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Шишмә районы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, шағирә Лариса Абдуллина, сәсәниә һәм ғалимә Розалия Солтангәрәева һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан буйлап башҡорт халҡының тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеп йөрөгән сит ил ғалимдары ла ваҡиға шаһиты булды.
Халыҡ улын онотмаған
– Шишмә районы ҡиммәтле тарихи ҡомартҡылар һаҡланыуы менән үҙенсәлекле. Һоҡланғыс һәм билдәле яҡташтарыбыҙ бар. Тормошҡа ашырырға йыйынған проект урындағы халыҡ тәҡдиме менән барлыҡҡа килде. Ҡәнзәфәр бейҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү, унда үҙәк булдырып, халыҡты ылыҡтырыу урыны итеү өҫтөндә эш алып барыла. Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, шуға ла беҙгә үткәнебеҙҙе белергә кәрәк. Ҡәнзәфәр бей бик үҙенсәлекле шәхес булған, ул оло хөрмәткә, иғтибарға һәм иҫтәлеккә лайыҡ. Уның миҫалында йәш быуынды яҡшылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа өйрәтергә мөмкин. Беҙҙең алда етди бурыстар тора. Район хакимиәте бар яҡлап та ярҙам күрһәтәсәк. Беҙҙең дөйөм бурыстар, пландар һәм бергә хәл итәһе мәсьәләләр бар, – тине сараны асыу тантанаһында Шишмә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илдар Әсәҙуллин.
Боронғо ҡәбер ташы янына Мең ырыуы халҡы бөгөн мәрмәрҙән иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырҙы, унда Ҡәнзәфәр бейҙең һүҙҙәре уйылып яҙылған: “Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ, халҡын һөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ”.
Ябалаҡлы ауылында уҙған сарала сығыш яһаған Мең ырыуҙары советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, 2019 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү программаһы ҡабул ителгән. Был сара – уны тормошҡа ашырыуҙың бер этабы.
– Бөгөнгө сара Ҡәнзәфәр бей ырыуына арналды. Ҡәнзәфәр – беҙҙең XV-XVI быуаттарҙа йәшәгән Мең ырыуының етәксеһе. Был сара – уны мәңгеләштереүгә арналған бер этабы. Беҙ, Мең ырыуы вәкилдәре, 2019 йылда уның исемен мәңгеләштереү тураһында программа ҡабул иттек. Сентябрь айында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асырға ниәтләйбеҙ. Һын әҙер, әйткәндәй, уны эшләтеү өсөн ырыуҙаштарыбыҙ күмәкләшеп аҡса йыйҙы. Әле Иҫке Ябалаҡлы ауылының мәсете ҡаршыһында махсус майҙансыҡ өҫтөндә эш башланды. Унда Мең ырыуҙарының барлыҡ ҡәүемдәренә (ә улар ундан ашыу) арналған тотош бер мемориаль комплекс ҡорорға ниәтләйбеҙ, — тип ниәттәре менән уртаҡлашты Әхнәф Тимербулатов.
Сығыш яһаусылар — барыһы ла халыҡты берҙәм булырға, телебеҙгә, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарарға, уларҙы яҡларға һәм һаҡларға өндәне. Бөгөнгө сара Ҡәнзәфер бейҙе хәтергә алыу, хөрмәтләү генә түгел, ә халҡыбыҙҙың данлы-шанлы тарихын ололау, уны йәш быуынға еткереү өсөн башҡарылған сираттағы ҙур эш булыуын телгә алды сарала ҡатнашыусылар.
Башҡорт илселәре
Шәғәле Шаҡмандың һуңғы төйәге, ул ерләнгән Белорет районының Ҡаһарман ауылында тыуып үҫкән кеше булараҡ, мин бала саҡтан уҡ өлкәндәрҙән Тамъян ырыуы башлығының килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаған жалованная грамота, йәғни ярлыҡ алыуы, Шәғәле Шаҡманға Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелеүе тураһында ишетеп-белеп үҫтем. Шуға ла Ҡәнзәфәр бей еренә оло ҡыҙыҡһыныу менән килдем.
Әйтергә кәрәк, Ҡәнзәфәр бейҙең дә башҡорт халҡы тарихында тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Тамъяндан – Шәғәле Шаҡман бей, Үҫәргәндән – Бикбау бей, Бөрйәндән – Иҫке бей, Ҡыпсаҡтан – Мәшәүле Ҡарағужаҡ бей, Уран аҫабаларынан (Илеш, Баҡалы, Туймазы, Шаран ерҙәре) – Ҡошоҡ бей, Мең ҡәбиләһенән Ҡәнзәфәр бей Рус дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан. Заманына күрә аҡыллы, абруйлы кеше булараҡ, ул ваҡытта меңәрләгән башҡорт Рус батшаһының эҙәрлекләүҙәренән, ҡан ҡойоштан, язалауҙарҙан, үлемдән ҡурсалап ҡала.
Мең башҡорттары XVI быуаттың уртаһында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы барышында әүҙем ҡатнашҡан. Был дәүерҙә меңдәрҙе арҙаҡлы Ҡәнзәфәр бей етәкләгән.
Ул меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек тә итә. Тарихи сығанаҡтар буйынса, Ҡәнзәфәр бей Мең ырыуы башлыҡтары Томан, Урман, Ҫыблыҡ менән бергә Мең башҡорттарының Урыҫ дәүләте составына инеү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң Мең башҡорттары батшанан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған жалованный грамота ала. Ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһе бирелә. Урыҫ дәүләтенә ингәс, Мең ырыуы ерҙәре Нуғай даруғаһының Мең улысын тәшкил итә.
Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәберендә
Ябалаҡлы ауылында боронғо зыярат бар, ул күптән ер менән тигеҙләнһә лә, ергә һеңгән йәки саҡ ҡына күренеп торған ҡәбер таштары бында ата-бабалар ерләнеүе хаҡында һөйләй.
Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшкә етәкселек иткән Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған ере оҙаҡ ваҡыт хәҙерге Благовар районының Башҡорт Тирмәһе ауылы тип фараз ителә, ә ҡасан һәм ҡайҙа ерләнгәнлеге билдәле булмай. Ике йыл элек Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы һәм Хәжәт ауылдарынан имам хатип Салауат Вәликәев, тарих уҡытыусылары Ғәлиән Төхфәтуллин һәм Айҙар Сафин Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере табылыуы тураһында белдерә.
Иҫке Ябалаҡлы ауылы зыяратындағы ҡәбер ташында кем ерләнгәне яҙылған булған, иҫке төркисә яҙылған тексты шәрҡиәтсе ғалим Әхәт Сәлихов тәржемә итә.
“Хөрмәтле, бөйөк, аҡыл эйәһе һәм уҡымышлы Ҡәнзәфәр бей тыуҙы Ябалаҡ ауылында 939 һижри йылда (миләди йыл иҫәбе буйынса – 1532 йыл). Аллаға дан булһын, уға тиңдәш башҡа юҡ. Мусабей улы Ҡәнзәфәрҙе 1012 һижри йылдың рамаҙан айының 10 авгусында мәңгелек йортҡа ҡуйҙыҡ. Урының Мәьуала ожмахында ит. Яҙҙы Әсфәндиәр мулла”, – тигән һүҙҙәр уйылған ҡәбер ташына. Иҫ китмәле ҡиммәтле табыш бит был!
Бөйөк шәхестең ҡәбере билдәле булғас, уны кәртәләп, эсендәге ҡәберҙе таштан матур итеп уратып бурап ҡуйғандар. Был сарала иһә Мең ырыуы вәкилдәренең боронғо ҡәбер ташы янына урынлаштырған иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташты асыу тантанаһы ла үтте. Таҡтаташҡа Ҡәнзәфәр бей яҙып ҡалдырған һүҙҙәр уйылған: “Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ, халҡын һөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ”.
Әйтергә кәрәк, сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе Ҡәнзәфәр бейҙең был һүҙҙәрен үҙ сығыштарында йыш ҡулланды. Ысынлап та, үткәне менән ҡыҙыҡһынмаған, уны киләсәк быуын өсөн һаҡламаған халыҡ үҙенсәлеген юғалтасаҡ һәм үҙе лә юҡҡа сығасаҡ.
Ҡәнзәфәр бей үҙе үк халҡыбыҙҙы туплаусы бер көс булараҡ беҙгә ҡайтты. Сарала сығыш яһаған кешеләрҙең барыһы ла халыҡты берҙәм булырға, туған телебеҙгә, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарарға, уларҙы яҡларға һәм һаҡларға өндәүе ошо тылсым көсөн дәлилләп тора ла инде. Бөгөнгө сара Ҡәнзәфәр бейҙе генә хәтергә алыу, хөрмәтләү түгел, ә халҡыбыҙҙың данлы-шанлы тарихын ололау, уны йәш быуынға еткереү өсөн эшләнгән сираттағы ҙур эш булып башҡорт тарихына яҙылды.
Ул – бей нәҫеленән
Әйтергә кәрәк, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ырыуҙар ҡорон, хәрәкәтен йәнләндереп ебәргәс, ошондай арҙаҡлы шәхестәргә иғтибар бермә-бер артты, тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеү әүҙемләште.
Ҡәнзәфәр бей нәҫеленең әле лә һаҡланыуы – ҡыуаныслы күренеш. Беҙгә уларҙың береһе Бүздәк районынан килгән Ҫарайлы-Мең ырыуы вәкиле Ғүмәр Әндәрйәнов менән танышырға насип итте.
– Мин бәләкәйҙән үк тарих менән ҡыҙыҡһынып үҫтем. Беҙҙең ауылда легенда ла бар ине: ошо Дистан бей фамилияһын алыу өсөн кемдәрҙер хатта батша чиновнигына егеүле өс атты, кашауай санаһы һәм сбруйҙары менән бергә биргәндәр. Ошондай сығымдар түгеп фамилия алғас, ниндәй кеше икән ул тигән һорау мине бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындыра ине.
Туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарында үҙемдең Дистан бей нәҫеленән булыуымды белдем, артабан тикшерә торғас, уның Ҡәнзәфәр бейҙең бишенсе улы икәне асыҡланды. Бына шулай татар булып йөрөгән еремдән башҡорт булып сыҡтым. Беҙҙең Ҡыҫҡайылға ауылында Субаев һәм Дистанов фамилиялары күп таралған. Субаевтар электән башҡорт тип килһә, хәҙер минең Дистановтар нәҫеленең дә саф башҡорт булыуын белдек. Минең атай үҙен ғүмер буйы татар тип йөрөнө, ул мәрхүм инде, әммә мин уға үҙебеҙҙең башҡорт бейҙәре нәҫеленән икәнебеҙҙе аңлатып өлгөрҙөм. Беҙҙең Ҡыҫҡайылға ауылында Субаевтар һәм Дистановтар Ҡәнзәфәр бей нәҫеленән, – тип һөйләне Ғүмәр Мәхмүт улы.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: Мең – иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Улар үҙҙәре генә туғыҙ ҡәүемгә бүленә: Илкүл-Мең, Ҡырҡөйлө-Мең, Күлиле-Мең, Ҫыбы-Мең, Өршәк-Мең, Меркет-Мең, Илкәй-Мең, Ҡыбау-Мең һәм Ҫарайлы-Мең.
Меңдәр йәшәгән биләмәләр хәҙер Башҡортостандың Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә, Әлшәй райондарына инә. Бынан тыш, меңдәр күрше Татарстандың Минзәлә, Сарман, Туҡай райондарында йәшәй. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы ерҙәре лә – Мең башҡорттары төйәге.
Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ырыуҙар ҡорон, хәрәкәтен йәнләндереп ебәргәс, ошондай тарихи шәхестәргә иғтибар бермә-бер артты, тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеү әүҙемләште. Меңдәрҙең дә был ағымға әүҙем ҡушылыуы, саф уйҙар менән тамырҙарын тергеҙеүҙәре, тарихтарын өйрәнеүҙәре ҡыуандыра. Халыҡтың генетик аңы яңынан уяныуы донъялағы глобалләшеү заманында башҡорттарға үҙ-үҙен һәм милләтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Киләһе йыл башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушыла башлауына 460 йыл тула. Шуға ла ике милләт араһында дуҫлыҡҡа нигеҙ һалған халҡыбыҙҙың бөйөк улдарына – илселәренә иғтибар артабан да бермә-бер артыр, тигән ышаныс бар.
Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарихсы:
– Ноғай урҙаһы XVII быуат башында Монголиянан килгән ҡалмыҡтар һөжүмендә тарҡала һәм улар Кубань, Ҡырым тарафтарына ҡасырға мәжбүр була. Һәм башҡорттарҙың күбеһе ноғайсылар артынан көнсығышҡа китергә теләгән. Ноғай мырҙалары ла уларҙы үҙҙәре менән саҡырған. Ҡәнзәфәр бей ошондай буталсыҡ тарих айырсаһында дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән. “Беҙ был урынға ҡарағанда тағы ла матурыраҡ урынды таба алмайбыҙ. Әйҙәгеҙ, ошонда ҡалайыҡ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ кеүек ошо ерҙә йәшәйек, бер ҡайҙа ла китмәйек”, – тип ул өгөтләүҙәргә бирелмәгән һәм: “Юҡ, әле бер, әле икенсе власть килә, беҙ ҡалабыҙ”, – тигән. Бына ошо уның әһәмиәте.
Роберт ЮЛДАШЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Ҡәнзәфәр бейҙең: “Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ, халҡын һөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ,” – тип әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре ҙур мәғәнәғә эйә. Тимәк, тоғро иманда халҡыңды ихлас һөйөп, тарихыңды белеп, шул ваҡытта ғына хакимлыҡ итергә мөмкинлегең бар. Ошондай сараларҙа йөрөп, һиңә рухи, тарихи бәйләнеш, хәтер килә. Уны бер ниндәй ҙә китаптар аша алып булмай.
Боронғолоҡҡа, ата-балаларҙың нисә быуаттар буйы аҫаба булып һаҡлап килгән тарихына, хәтеренә кире ҡайттыҡ был сарала. Ҡәнзәфәр олатайҙың өйрәтеүе буйынса, беҙҙең “Урал батыр” эпосынан килгән әҙәп һаҡланған. Унда “Һин шундай рухлы хаким итерлек кешеләр менән кәңәшләшеп йәшә” тип өйрәтелә. Ҡәнзәфәр бей кеүек шәхестәрҙең төйәгендә булып, тарихҡа ҡағылыуыма һәм осрашыуыма бик шатмын.
Фәнил ЗАМАНОВ, Шишмә районының Дурас ауыл биләмәһе башлығы:
– Ҡәнзәфәр бейҙең иҫтәлеген тергеҙеү беҙҙең күптән башыбыҙҙа, уйҙа йөрөй ине. Ҡоро ҡулдан ғына башлап китеп булмай, шуға ла тәүҙә ғалимдарға, тарихсыларға, фән хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Улар беҙҙе яуапһыҙ ҡалдырманы: бейҙең тыуған һәм үлгән йылы мәғлүм булды. Был үҙенә күрә бик һәйбәт сара. Ҡәнзәфәр бей был тирәләрҙә тарихи шәхес булған. Бына бында Димдең теге ярында Яңы Ябалаҡлы, кемдер – Суҡраҡлыла, кемдер Иҫке Ябалаҡлыла тыуған тип әйтә. Нисек булһа ла, ошо тирәлә бергәләп йөрөгәндәр бит инде.
Оло кешеләр һөйләүенсә, Ҡәнзәфәр бейҙең ҡылысы 40 йыл элек самаһы Иҫке Ябалаҡлыла торған булған. Уны мин оло кешеләрҙән йәнә бер һорашырмын әле. Бәлки, ҡайҙалыр юлын табып булыр. Бәлки, ҡайҙалыр яталыр ҙа...
Ни өсөн беҙ ошо мәсьәләне ҡуҙғаттыҡ? Беренсенән, беҙгә бөгөн илһөйәрлек тәрбиәһе етешмәй, сөнки ул бит халыҡ өсөн янып-көйөп, батшаға барып, ошондағы ерҙәрҙе межалаттырып, батшанан ярлыҡау һорап, һалымдарҙы кәметтергән. Йәш кенә көйөнсә шундай ҙур эштәрҙе башҡарып сыҡҡан тарихи шәхес. Ул ваҡытта билдәһеҙлек ваҡыты булһа ла ҡурҡмаған, оло юлға сыҡҡан.
Әле ҡылған ғәмәлебеҙ дөрөҫ, тип уйлайым. Тарихта бит биш йөҙ йылдан артығыраҡ булған ваҡиғалар ҙа билдәле. Күп әйберҙәр бәйеттәр буйынса билдәле булды. Бында Олокүл эргәһендә Ҡарасура тигән күл бар. Бәйеттә шул күл дә аталған.
Беҙҙең Дим буйы тарихҡа бик бай. Беҙ бәләкәй саҡта Дим буйында 1971 – 1972 йылдарҙа ҡаҙыу эштәре алып барылды. Мин уларҙы үҙем күрҙем. Табылған әйберҙәр, һауыт-һаба баҡыр быуатҡа ҡарай ине. Беҙҙең яҡта өйрәнелмәгән мәмерйәләр ҙә бар. Беҙ тарихҡа, тәбиғәткә бай һәйбәт ерҙә йәшәйбеҙ, тип уйлайым. Шишмә – үҫешкән район, беҙгә килгән кеше кире китергә ашыҡмай, ҡалырға тырыша. Беҙҙә тимер юл да, газы ла, һыуы ла – бөтәһе лә бар.
Рәмилә МУСИНА.
Шишмә районы.