Башҡорт донъяһы
19 Август 2021, 17:00

Төмәнәк – ҡыр-йылан башҡорттарының аҫаба биләмәһе

Туймазы районында шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Төмәнәк – ҡыр-йылан башҡорттарының аҫаба биләмәһеТөмәнәк – ҡыр-йылан башҡорттарының аҫаба биләмәһе
Төмәнәк – ҡыр-йылан башҡорттарының аҫаба биләмәһе

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, кисә Туймазы районының Төмәнәк ауылында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазылағы филиалы һәм райондың мәҙәниәт учреждениелары ойоштороуында шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Оҫталыҡ дәресен урындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Альберт Исмәғил үткәрҙе. Сара тамашасылар менән интерактив әңгәмәнән башланды. Залда иллеләп кеше йыйылғайны, айырыуса балаларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. "Шәжәрәне нисек төҙөй башларға?" тигән һорауға балалар иң дөрөҫ яуапты еткерҙе: "Өлкәндәрҙән һорарға". Был ысынлап та шулай. Балаларға ҡәләм-ҡағыҙ алырға һәм үҙ шәжәрәһен төҙөй башларға – исемен, тыуған йылын, ата-әсәһен, өләсәй-олатайҙарын һәм тыуған ауылы атамаһын яҙырға – тәҡдим ителде.

Шәжәрә төҙөгәндә тыуған урын һәм уның атамаһы төп сығанаҡ булып тора. Теге йәки был осорҙоң административ бүленешен дә иҫәпкә алырға кәрәк: ауыл советы (совет осоро тураһында һүҙ барғанда), улус (революцияға тиклем), кантон, округ йәки башҡа бүленеш.

Икенсе аҙым – район архивына барыу, унда фондтар ауыл советтары буйынса тупланған. Өсөнсөһө – 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре. Уларҙы Башҡортостандың Милли архивы (башархив.рф) сайтында һәр кем ҡарай ала. Артабан – ғәрәп яҙмалы метрик китаптар, 1795 – 1859 йылдарҙағы ревизия яҙмалары. Ошолай итеп, 7-8 быуынға тиклем шәжәрә төҙөргә мөмкин.

Төмәнәк ауылының тарихы бик боронғо һәм ҡыҙыҡлы. Заманында ул Ҡыр-Йылан улусы үҙәге булған. Ауыл халҡы уҙған быуаттың 20-се йылдары башында төбәктең йәш Башҡортостанға ҡушылыуы хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан.

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре көсө менән йыйылған мәғлүмәт сығанаҡтарына таянып, был оҫталыҡ дәресендә бер нисә шәжәрә лә төҙөлдө. Ғәлиевтар, Закировтар, Кәлимуллиндар ғаиләләре улар.

Әйткәндәй, Төмәнәк ауылына нигеҙ һалыусы Төмәнәк Хоҙаймәтовтың тоҡомдарының бөгөнгө фамилиялары билдәле: Аҡсулпановтар, Закировтар, Сәлимовтар, Шакировтар, Шаяповтар. Улар – ауылға нигеҙ һалыусыларҙың тура вариҫтары.

Шәжәрә буйынса оҫталыҡ дәресенән һуң уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Альберт Исмәғил башҡорт яугирҙәренең атыу алымдары хаҡында һөйләне, унан һуң теләгән һәр кем уҡты сәпкә тейҙереп ҡараны.

Тыуған төйәктең тарихын белеү үҙеңдең һәм ғаиләңдең тарихы менән ҡыҙыҡһыныуҙан башлана. Туймазы районының Төмәнәк ауылы халҡы был йәһәттән өлгө булырлыҡ: улар нәҫел тамырҙары, шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына, үҙҙәренең кем икәнен, ҡайҙан килгәнен асыҡ күрә һәм киләсәк быуынға ла еткерә.

 

Фотолар – рәсми сығанаҡтан.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас