

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, кисә Благовещен ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре, тарих уҡытыусылары, китапханасылар ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үткән.
Сара “Благовещен районында тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эшмәкәрлектең формалары һәм алымдары” тигән темаға арналды. Унда Благовещен районында ауылдар тарихын, башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең шәжәрәләрен, археология ҡомартҡыларын өйрәнеү, һаҡлау, был эштә музей һәм китапханалар роле, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеүҙәре, нәшер эше кеүек темалар тикшерелде.
Осрашыуҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Олег Абдуллин фекеренсә, был эшкә күберәк йәш быуын вәкилдәрен йәлеп итеү кәрәк.
“Тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһына күберәк йәштәрҙе, айырып әйткәндә, студенттарҙы йәлеп итеү мөһим. Йәштәр интернет селтәренең мөмкинлектәрен яҡшы белә һәм әүҙем ҡуллана. Шуға күрә уларға архив документтары менән эшләү ҡыйын булмаҫ ине”, - ти белгес.
Благовещен районында тәүгеләрҙән булып тыуған яҡты өйрәнеүсе Ким Мирғаязовҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе” тигән исем бирелде.
Төбәктең тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә, һаҡлауға тос өлөш индергән әүҙемселәргә Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.