

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында мәғрифәтсе, ғалим-энциклопедист, тәржемәсе, публицист Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған юбилей сараһы үтте.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, филология фәндәре докторы, ғалим, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәт Ҡунафин, тәрих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм башҡалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар мәғрифәтсебеҙҙең тыуған ауылындағы бюсҡа сәскәләр һалды, музейҙа булды.
2005 йылдан алып районда әҙәбиәт, мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеүсе замандаштарыбыҙға М.Өмөтбаев исемендәге премия тапшырылып килә. Быйыл был исемгә оҙаҡ йылдар М.Өмөтбаев музейына етәкселек итеүсе Ғәзимйән Ибраһимов, Прибельский урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәнзилә Байымова лайыҡ булды.
"Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың бөйөклөгө - 19 быуатта мәғрифәтселекте билдәле системаға һалып, идеологик күренешкә күтәреүендә. Ә бөгөнгө байрам - шәхесебеҙҙе хәтерләү һәм башҡорт халҡының тарихтағы ролен билдәләү ҙә ул" , - ти сарала ҡатнашыусылар.
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.