Башҡорт донъяһы
24 Август 2021, 04:00

Благоварҙа – Шәжәрә байрамы

Сара күренекле дәүләт эшмәкәре, арҙаҡлы башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арнала.

Благоварҙа – Шәжәрә байрамыБлаговарҙа – Шәжәрә байрамы
Благоварҙа – Шәжәрә байрамы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, 27 августа Благовар районының Языков ауылында Шәжәрә байрамы үтәсәк. Сара күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арнала.

Байрам иртәнге сәғәт 10-да район мәҙәниәт йортонда башлана. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар ҡатнаша. Шәжәрәләр күргәҙмәһе менән танышыу, Өйҙөрәкбаш ауылында генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатовтың бюсына сәскәләр һалыу ҡаралған.

Сәғәт 11-ҙә “Генерал-лейтенант Х.И.Ишбулатов – танылған башҡорт хәрби эшмәкәре һәм Башҡорт автономияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы” темаһына фәнни-ғәмәли конференция башланасаҡ.

Генерал-лейтенант Ишбулатов Башҡорт корпусы ғәскәрҙәренең баш командующийы вазифаһын үтәгән. Яңыраҡ был арҙаҡлы шәхескә арналған китап донъя күргән. Уның төҙөүселәре – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары: тарихсы Азат Ярмуллин һәм Мең ырыуы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов. Хажиәхмәт Ишбулатов – Мең ырыуы башҡорто, ул Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған.

 

Фото: wikimedia.org

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас