

Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортоштандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов, Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, респуликаның мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Фәнзил Иҫәнбаев ҡатнашты. Конференцияға райондың мәғариф учреждениелары етәкселәре, педагогтар, тармаҡ ветерандары, ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары саҡырылғайны.
Сара барышында былтырғы уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, шулай уҡ киләһе уҡыу йылына пландар барланды, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары наградалар, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Кәңәшмәлә Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев сығыш яһаны һәм мәғариф сифатына, балаларға тулы һәм сәләмәт туҡланыу ойоштороуға, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә, уҡыусыларҙың ялын камиллаштырыуға айырыуса ҙур иғтибар биреү зарур, тине. Кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығышында белем алыусы балаларҙың хәүефһеҙлеген тьәмин итеүсе шарттар булдырыу, мәғлүмәти технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар талап ителеүен билдәләне.
– Респубикала заманса инфраструктура булдырған осраҡта ғына беҙҙең студенттарҙы бында ҡалырға ылыҡтырып була. Был йәһәттән тәүге мөһим аҙымды яһаныҡ та – студенттар кампусы төҙөүгә федераль аҡса алдыҡ, - тип белдерҙе Урал Таһир улы.
Ул бер төркөм педагогтарға мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән, күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаны һәм уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне. Сығышында ул һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау, тип билдәләне.
Мәғариф киңлегендә ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн туған телде өйрәнеү йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Был бигерәк тә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылғанда айырым иғтибар талап итә. Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеүҙе һайлау фәҡәт ирекле нигеҙҙә башҡарыла. Бында күп нимә ата-әсәләр менән дөрөҫ эшләй белеүҙән, кешеләрҙең мәғлүмәтлелегенән тора.
“Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән “Без башҡортлар” хәрәкәте меннә бергә башҡарылған эштәр маҡтауға лайыҡ. Шул иҫәптәнә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән дә ҙур эштәр алып барыла. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостанда эштәр бара ла: әүҙемселәр, телһөйәрҙәр телмәр өлгөләрен, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе ебәрә, программа белгестәре уларҙы эшкәртә һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк.
Өҫтәмә белем биргәндә, телде һәм тарихты өйрәнгәндә заман платформаларындағы мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу ҙа мөһим. Һүҙ – “Башархив”, “Башҡорт ырыуҙары карта”һы кеүек интернет-ресурстар хаҡында. Улар нәҫелеңдең тарихын, шәжәрәңде белергә ярҙам итә, башҡорт халҡының ҡайҙа төпләнгәнен аныҡ күрһәтә. Уҡытыусылар, ата-әсәләр балаларҙы ошо сығанаҡьар менән эшләргә өйрәтһен ине. “Без башҡортлар”, “Башҡортостан мишәрҙәре”, “Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәре” методик ҡулланмалары, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары буйынса белешмәләр ҙә – һәр туған тел уҡытыусыһына һәм тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҙур ярҙам. Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмаясаҡ”, – тине Юлдаш Йосопов.
Ағымдағы йыл башынан белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, власть органары вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт телен туған һәм дәүләт телдәре булараҡ өйрәнеү үҙенсәлектәре буйынса онлайн-конференциялар циклы уҙғарылған, унда республиканың барлыҡ райондары, Рәсәйҙең туғыҙ төбәге, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Башҡорт телен уҡытыу буйынса төбәктәрҙә булдырылған ата-әсәләр комитеттары формалашҡан, «Туған телдең көсө» исемле махсус фильм төшөрөлгән. Ул да туған тел ҡеүәтен, әһәмиәтен билдәләй, уны уҡытыу процесында ҡулланыу мөһимлеген төшөндөрә. Унан тыш, башҡорт телендә белем биреү процесын ойоштороуҙа проблемаларҙы асыҡлау өсөн махсус социологик тикшеренеүҙәр ҙә үткәрелгән. Уларҙың һөҙөмтәләре методик ҡулланма булараҡ баҫтырыласаҡ.
“Быйыл Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт халҡының үҙбилдәләнешен һаҡлау йәһәтенән башҡорт ырыуҙарының йыйындары ла даими үткәрелә килә. Сентябрҙә иһә Туймазы районында башҡорт ырыуҙарының дөйөм йыйынын ойоштороу күҙаллана. Быйыл шулай уҡ “Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексына нигеҙ һалыуға 175 йыл тула. Ул, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың милли хәрәкәт тарихының, башҡорт халҡының милли-дәүләт төҙөлөшөнөң символы булып тора. Барлыҡ саралар ҙа Башҡортостан Башлығы указдары менән нығытылған. 1 сентябрҙән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендәге саралар буйынса эшегеҙҙе әүҙемләштерһәгеҙ ине”, - тип билдәләне Юлдаш Йосопов.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.